БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған

Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған. Әҙилә Мирғаязова йәйге каникул ваҡытында ял итеп кенә ятмай, ә яңы һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙ Октябрь районының Төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшләй.
👍2
Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы

Эмиль Сәлимгәрәев Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы этабында ҡатнашты. Ул 1 алтын, 3 көмөш һәм 1 бронза наградаға лайыҡ булды. Турнирҙа 26 илдән 282 спортсы сығыш яһаны, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.
👍2
Республика баш автоинспекторы халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Ул ата-әсәләрҙе балаларын һаҡларға өндәй. Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер арба этеп барған тиҫтерен бәрҙерә. Коляскала ике айлыҡ сабый ятҡан була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бөтә балалар ҙа имгәнә. “Үҫмер водителдәр ҡатнашлығында юл ҡазалары артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр бәлиғ булмаған балаларға руль артына ултырыуҙы тыйырға тейеш. Юл уйнай торған урын түгел. Ҡыҙ һәм малайҙарға ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән акция иғлан ителде. Шулай уҡ “Иғтибар, балалар” тигәне лә дауам итә. Өфөлә “Автобус” операцияһы барышында пассажир транспорты торошо һәм водителдәр тикшерелә.
1👍1
⚡️ Башҡортостанда йәйге хәүефһеҙ миҙгел: тура бәйләнеш

Урман һәм йорт янғындары, һыуҙағы фажиғәләр, талпандар, ҡырағай хайуандар менән осрашыу – киҫкен хәлдә нимә эшләргә?

Тейешле ведомство белгестәре һеҙгә:

- янғын мәлендә йәки һыуҙа нисек үҙеңде тоторға һәм башҡаларға ярҙам итергә;

- балаларығыҙҙы өйҙә һәм урамда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һаҡлар;

- талпандан, эттән нисек һаҡланырға һәм тешләгәндә нимә эшләргә;

- йылан йә башҡа ҡырағай йәнлек осраһа, нимә эшләргә;

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарап белергә мөмкин.
⚡️ Тура эфирҙы ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-27097047_456291220
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө үтте

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Тәүге тапҡыр ул 1997 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының Таврический һарайында үтә. Ошо ваҡыттан күләмле сараға әүерелә. Бөгөн ул Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара

Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара. Өфө-Ырымбур трассаһының М-12 юлына тоташҡан ерендә урынлашҡан ҡоролманы ремонтлау быйыл мартта башланғайны. Төҙөүселәр эштең яртыһын теүәлләгән дә инде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда патриотик тәрбиә тураһындағы закон үтәлеше тикшерелде

Өфөлә «Башҡортостан республикаһында патриотик тәрбиә тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Ҡануниәт 2023 йылда үҙ көсөнә ингәйне. Документҡа ярашлы тәрбиә биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә, уның яңы йүнәлешетәре һәм формалары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары даирәһе киңәйә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылында махсус хәрби операция яугиры менән осрашыу үтте

Ялда булған махсус хәрби операция ҡатнашыусылары тыл хеҙмәтсәндәре, республика ирекмәндәр штабы ағзалары менән осраша. Иглин ауылының «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабына «ЛЕГО» ҡушаматлы яугир саҡырылды. 428-се мотоуҡсылар полкында снайпер булып хеҙмәт иткән замандашыбыҙ яу юлы, реабилитация һәм әлеге ваҡытта Росгвардияның 902-се полкы миномет батареяһы 116-сы бригадаһында контракт буйынса хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Аксаков паркындағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү бара

Өфөләге балалар уйын майҙансығында ауыр йәрәхәттәр алған 8 йәшлек ҡыҙ буйынса хоҡуҡ һағындағылар тикшереү алып бара. Бәүелсәктең бәүелгән саҡта бер яҡ сынйыры өҙөлә һәм тимер нығытма баланың битенә төшә. Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегенә эләккән кескәй пациенттың хәлен беҙҙең ижади төркөм дә белеште
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң тәмле ҡымыҙҙы һайланылар

Былтыр Волга буйы федераль округында йәшәүселәр 500 мең литрға яҡын ҡымыҙ эскән. Эсемлекте иң күп етештереүсе төбәктәр араһында Башҡортостан беренселекте бирмәй. Был турала маркировкалау системаһы операторы хәбәр итә. Бөгөн Өфөлә ҡымыҙ етештереүселәр араһында республика конкурсы үтте.
🔥42👍2
Өфөлә Черниковсктың баш архитекторы Маргарита Куприяноваға һәйкәл ҡуйыла

Ул ҡаланың төньяғында урынлаштырыла, тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Уҙған быуатта Черниковск айырым ҡала була. 1944 йылда Өфөгә ҡушыла.
1👍1
Өфөлә Мәскәү трамвайҙары йөрөй

ПЕСА вагондарының тағы бер партияһы техник хеҙмәтләндереү үтә, тиҙҙән рельстарға сыға, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөгә Мәскәүҙән ҡулланыуҙа булған 69 вагон бушлай тапшырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында трамвайҙар паркы ныҡ иҫкергән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты

Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты. Техника тәғәйен урынға килеп етте. Яугирҙар ҡорамалдарҙы урынлаштырып уны көйләү менән мәшғүл.
2👍1
Өфөлә өс урам төҙөлөшөнә 405 миллион һум тотонола

Капиталь төҙөлөш идаралығы эште башҡарыусыға шундай контракт тәҡдим итә. Яңы урамдар Калинин районына ҡараған Йылҡыбай ауылында була. Эштәр республика һәм ҡала бюджетынан финанслана. Төҙөлөштө 2027 йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика онкология диспансерында Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Республика онкология диспансерында күренекле хирург, педагог һәм республикала беренсе хосписҡа нигеҙ һалыусы Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ишмырҙа Хәйернур улы - башҡорт медицинаһының легендаһы, онкология хеҙмәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес. Ул ҡатмарлы операциялар яһай, бик күп табиптар әҙерләй.
👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә тотош илдең муниципаль контролерҙары йыйылды

Өфөгә тотош илдең муниципаль контролерҙары йыйылды. Форумда өс йөҙҙән ашыу аудитор ҡатнаша. Халыҡтың йәшәү кимәле тап уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле, йыйында алынған белем иһә был эште артабан да камиллаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Сөнки утыҙ йылға яҡын ойошторола килгән форум башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, яңы йүнәлештәр билдәләү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә

60 баш малға яңы «карусель». Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы, заманса, технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә. Һыйырҙар бында өйөрөлтмәккә индереп һауыла. төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов танышты.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли инвестиция рейтингында йәнә өсөнсө урында

Башҡортостан стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингында былтырғы кеүек үк өсөнсө урын алды. Был бик яҡшы һөҙөмтә, тип яҙҙы республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Форум һөҙөмтәләре: Башҡортостанға яңы мөмкинлектәр

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы стратегик инициативалар агентлығы тарафынан төҙөлгән. Эксперттар үткәргән һорауламала 400 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығында өс тиҫтәнән ашыу эшлекле осрашыу үтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Роснедра етәксеһе ҡаҙылма байлыҡтар буйынса осрашты

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанында Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашып Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Төп мәсьәлә-сәсмә алтын сығарыу өсөн лицензия биреүгә мораторий индереү. Республикала индерелгән сикләүҙәр ваҡытлыса, ләкин беҙҙең өсөн был мәсьәлә бөтөнләй башҡаса хәл ителергә тейеш. Көньяҡ райондарҙа йәшәүселәрҙе ул айырыуса борсой, тине Радий Хәбиров.
2