БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлай

Иртәгә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлай. Күләмле сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Петербург форумы барышында унда ҡатнашыусыларға республиканың иҡтисади мөмкинлектәре менән танышытрған стенд та тәҡдим ителәсәк. Халыҡ-ара форумды беҙҙең ижади төркөм күҙәтеп барасаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Парламенты йомғаҡлау ултырышында 70-тән ашыу мәсьәлә ҡараясаҡ

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышы 24 июндә, шишәмбе көн үтә. Был турала бөгөн Президиум ултырышында Парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.
Йомғаҡлау ултырышы 2024 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү, продукция етештереү, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү тураһындағы докладты тыңлауҙан башлана. Ҡануни документтарға килгәндә, көн тәртибенә 70-тән ашыу пункт индерелгән, уларҙың күбеһе республика закон проекттары менән бәйле.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Азат Бадранов журналистарға юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы

«Башинформ» агентлығында бар ғүмерен Башҡортостан матбуғатын, телевидениены, радионы үҫтереүгә арнаған хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Республиканың юғары дүәләт наградаларын Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов тапшырҙы.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды

Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды. Форумда туған телде һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу юлдары, полилингваль мәктәптәрҙең роле һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы алымдар тураһында фекер алышты һәм киләсәккә пландар ҡорҙо.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән. Барлыҡ университеттарҙа ла ҡабул итеү буйынса контроль һандар, ҡағиҙәләр, өҫтәмә имтихандар билдәләнгән. Документтарҙы 20 июндән тапшырырға мөмкин. Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осор тураһында киләһе яҙма
👍1
“Өфө” футбол клубы 5 уйынсы менән килешеүҙе оҙайтты

Яңы контракт буйынса, ҡапҡасы Алексей Чернов, һаҡсылар Александр Перченок һәм Денис Кутин, ярым һаҡсылар Константин Троянов менән Шамил Исаев Өфөлә ҡала. Баш ҡала клубы бөгөн Кисловодскиға миҙгелгә әҙерлек күнекмәләренә юлланды. 1-се лигала даими беренселек 19 июлдә старт ала.
👍1
Өфөлә 19 йәшлек студент ҡыҙ тракторсы булып эшләй

Эдиля Мирғаязова баш ҡаланың Октябрь районында Төҙөкләндереү хеҙмәтенә урынлашҡан. Хакимиәт башлығы Антон Тарасов белдереүенсә, ҡыҙ МТЗ тракторын йөрөтә. Ул йәйге каникулда үҙен һынап ҡарарға, эшкә өйрәнергә ҡарар иткән. "Эдиля бөтә районға берҙән-бер тракторсы ҡыҙ. Эшкә тырыш булыуын күрһәтте. Беҙҙә тәжрибә туплар, оҫталығын арттырырына ышанам", - тигән Антон Тарасов.
👍1
Башҡортостан колледждарында 24 мең бюджет урыны була

Был турала мәғариф министры урынбаҫары Светлана Антипина белдерҙе. Быйыл уҡыу йорттарында тағы ике мең бюджет урыны өҫтәлә. Бының өсөн ҡаҙнанан 170 миллион һум тотонола. 1 мең ярым урын машина төҙөү предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләүгә тәғәйенләнә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мариуполь тергеҙелә: Башҡортостан төҙөүселәре ҡалаға яңы һулыш өрә

Көл-күмерҙән тергеҙелгән ҡала. Мариуполь бөгөн ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Аҙау диңгеҙе ярындағы ҡала 2022 йылдың февралендә тамуҡҡа әйләнә. Ул ваҡытта Украин артиллерияһы урамдарҙы аяуһыҙ утҡа тота, йорттар емерелә, меңәрләгән кеше подвалдарға йәшеренә. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ғына бында яңы тормош башлана. Илдең төрлө субъекттары, шул иҫәптән Башҡортостан төҙөүселәре Мариуполде тергеҙергә тотона.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Константин Толкачев медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри көнө байрамы менән тәбрикләне. Ул республика халҡы исеменән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә изге эш һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Байрам уңайынан һөнәр алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.
1👍1
Республикала йылҡысылар форумы уҙғарыла

Ул 21 июндә Өфө районында була. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Сара барышында тармаҡты үҫтереү, дәүләт ярҙамы, тоҡомдо камиллаштырыу мәсьәләлре ҡарала. Шулай уҡ йылҡысылыҡ өлкәһенә кадрҙар әҙерләү темаһы күтәрелә. Форумда Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан билдәле ғалимдар, фермер хужалығы етәкселәре ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбенә 100 йыл

18 июнгә сюжет. Матрай мәктәбенә -100 йыл. Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбенә 100 йыл. Белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ошо көндәрҙә туған мәктәбен бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға йыйылды.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала 20 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар араһында пляж волейболы буйынса республика беренселеге үтте

Баш ҡалала 20 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар араһында пляж волейболы буйынса республика беренселеге үтте. Ярышта Өфөнән, Ауырғазы һәм Иглин райондарынан 12 команда ҡатнашты. Уйындар икегә ике форматында үтте, еңеүсе өсөнсө партия һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Иң көслө команда Волга буйы федераль округы беренселегендә Башҡортостан данын яҡлай. Быға тиклем 15, 17 һәм 19 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ошондай уҡ ярыштар уҙғарылғайны.
2👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте

Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте. Ике көн дауам иткән сарала илдең 12 төбәгенән 35 команда, йәғни 105 һунарсы ҡатнашты. Ярыш Ағиҙел йылғаһы акваторияһында уҙғарылды. Беренсе урынды Ҡазандан килгән команды алды, коллектив 50 кг ауырлыҡтағы йәйен тотто.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан медицина учреждениеларна 31 автмобиль асҡысы тапшырылды. Транспорт саралары «Медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу» милли проекты буйынса алынған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Медицина хеҙмәткәрҙәренә – дәүләт һәм ведомство наградалары

Фиҙаҡәрлеккә - абруйлы награда. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында ла һөнәри байрам уңайынан 200-ән ашыу медицина хеҙмәткәренең хеҙмәте һәм шәхси ҡаҙаныштары дәүләт һәм ведомство наградалары менән билдәләнде. Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп, тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларға Лука Крымский миҙалы, «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, Почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Петербург форумында: иҡтисад, мәҙәниәт һәм милли брендтар

Илдең төньяҡ баш ҡалаһында Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башланы. Дүрт көн дауамында барасаҡ күләмле сара Рәсәй төбәктәренән тыш, донъяның 92 сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында үтә. Форумдың тәүге көнөндә төбәк ресторандары менән бергә, дүрт автор гастрономия проекттары асылды. Улар араһында беҙҙең милли аш-һыуҙарҙы тәҡдим иткән «Башҡортостан» рестораны ла бар. Быйылғы форумда республика традицион мәҙәниәт аша фәнни-технологик йүнәлештәге килешеүҙәр төҙөү маҡсатында эш алып барасаҡ.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пилотһыҙ авиация үҫешендә Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тәҡдим ителгән төбәктәрҙе «дронофикациялау» пилот рейтингында өсөнсө урын яуланы.
Рейтингты төҙөүселәр илдең 47 төбәгенең пилотһыҙ осоу тармағын үҫтереүгә йәлеп ителеүен баһалаған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.
3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты

Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә педагогтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар ярҙамында мәктәп уҡыусылары тирә-яҡтағы мөхитте өйрәнә. Шулай уҡ был фән «Ватан» төшөнсәһе менән дә айырылғыһыҙ.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә

Бында республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар документ туплай, банк иҫәбе аса, медицина тикшереүе үтә һәм кәрәкле анализдар тапшыра. Контракт буйынса килешеүҙе 18 йәштән алып 65 тиклем ир-егеттәр төҙөй ала. Башҡортостанда контракт килешеүе төҙөүсе ир-егеттәргә түләүҙәр һәм шулай уҡ ғаиләләренә төрлө ярҙам сараһы ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн хәрби комиссариатҡа йәки республика һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
2