БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде

Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде. Федераль чиновник Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында Совет майҙанында булды. Бында улар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Сергей Цивилев төбәккә бер нисә сарала, шул иҫәптән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында, «Газ. Нефть. Технологиялар» тип аталған халыҡ-ара махуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн килгән. Республика етәксеһе ҡуннаҡҡа Совет майҙанынан махсус хәрби операцияға башҡорт батальондары оҙатылыуы, һәм отпускҡа ҡайтҡан яугирҙарҙың мотлаҡ һәйкәлгә сәскә һалыуҙары тураһында һөйләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. «Нефть. Газ. Технологиялар» форумын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Краснокама районында һанлы подстанция, ә Өфө һәм Салауат райондарында газ бүлеү селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылды. Халыҡ-ара күргәҙмәлә һәр йылдағыса тармаҡтағы алдынғы технологиялар, заманса техника-ҡорамалдар экспозициялары ла эшләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Сергей Цивилев Инорстағы яңы энергетика объектын асты

Башҡортостанда Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге «Акварель» торлаҡ комплексын электр энергияһы менән хеҙмәтләндереү өсөн ҡеүәтле подстанция асылды . Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев менән видеобәйләнеш аша 110 киловольтлы объектты асыуға старт бирҙе. Өфө трансформатор заводында үткән ултырышта республика энергетика тармағы һөҙөмтәләре барланды , яңы маҡсаттар билдәләнде . Радий Хәбиров үҙ һөнәрендә уңыш ҡаҙанған хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Ҡораллы көстәре махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә уңышлы алға бара

Торск тораҡ паунктын азат иткәндән һуң беҙҙең ғәскәргә яңы оператив киңлек асылды. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны дошманды ҡыйратыуға ҙур өлөш индерә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмә үтте

Унда ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеге һыналды. Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү , янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьскийҙа Ҡурайсылар Аллеяһы яңы үҫентеләр менән тулыланды

Ҡурайсылар аллеяһына - яңы үҫентеләр. Уларҙы конкурсанттар үҙҙәре ултыртты. Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамынан коллегабыҙ Наил Юнысов байрам тәьҫораттары менән бүлешә.
👍4
“Интервидение” конкурсында Рәсәй исеменән йырсы Шаман сығыш яһай

Был бәйге “Евровидение” конкурсына оҡшаш. Ул быйыл сентябрҙә башлана. Дәүләт башлығы Владимир Путиндың ошо турала указы бар. Конкурс халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында уҙғарыла. Унда төрлө илдәрҙән йырсылар ҡатнаша. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ярослав Дронов рус телендә йырлайым тип белдерҙе. “Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беренсе булыу ҡатмарлы, әммә мин лайыҡлы сығыш яһау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен”, - тине ул.
👍1👎1
2030 йылға тиклем Башҡортостан мәктәптәрендә видеокамералар ҡуйылырға тейеш

Белем усаҡтарында шулай уҡ сымһыҙ интернет булдырыу ҡарала. Был бурысты атҡарыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Башҡортостан етәксеһе ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, өс йыл эсендә 869 мәктәпте заманса ҡормалдар менән тәьмин итергә кәрәк. Әле 99 белем усағында ғына видеокамералар тора, шулай уҡ сымһыҙ интернет эшләй.
1👍1
Республиканан “Халыҡ почтальоны” конкурсында ҡатнашыусы асыҡланды

Интернетта уҙғарылған тауыш биреүҙә Ғафури районы Родина ауылынан Зилә Романова республика данын яҡлай. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 10 йылдан ашыу хат ташыусы булып эшләй. Яҡташыбыҙ өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Рәсәй почтаһы”ның рәсми төркөмөндә фекер ҡалдырырға була. Тауыш биреү 5 июнгә тиклем дауам итә. Бәйгелә илдең 80-дән ашыу төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Конкурс еңеүсеһенә аҡсалата приз тапшырыла.
👍21
Башҡортостан Конституцияһына төҙәтмәләр индерелә

Документ ошо айҙа парламенттың пленар ултырышында ҡарала. Уны Республика Башлығы тәҡдим итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, төбәк етәксеһенең вәкәләттәре тулылана, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға закон проекттары тәҡдим итеүселәр исемлеге киңәйтелә. Закон проекты профилле комитетта хупланған. Уны яҙғы сессияла тулыһынса ҡабул итеү көтөлә.
1
Өфөлә яңы троллейбустар йөрөйәсәк

Бының өсөн ҡала бюджетынан 500 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. 15 троллейбус алына. Уларҙың һәр береһе 100 пассажирға иҫәпләнә. Машиналар заманса йыһазландырылырға тейеш. Контракт буйынса 10 троллейбус быйыл килеп етә. Ҡалғандарын алыу өсөн киләһе йылдың ғинуар аҙағына тиклем ваҡыт билдәләнгән.
👍21
Өфөлә һыу инеү урындары әҙерләнә

Пляж биләмәләрендә водолаздар эшләй. Улар һыу төбөн тикшерә, халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырған әйберҙәр ярға сығарыла. Өфөлә шулай уҡ йөҙөүсе-ҡотҡарыусылар күнекмә уҙғара, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Улар рәсми пляждарҙа дежур итәсәк. Һыу инеү миҙгеле июндә башлана.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы Рәсәйҙең онкологтар съезын ҡабул итте

Башҡортостанда яман шеште диагностикалау һәм дауалауҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла. Яңы медицина үҙәктәре асыла, ҡорамалдар һатып алына. Сирлеләр өсөн мең ярымдан ашыу койка-урын ҡаралған. Был ил кимәлендә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ғилми-мәғариф сараһына килгәндә, унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән онкология, радиология, хирургия һәм медицинаның башҡа оҡшаш өлкәләренән белгестәр йыйылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районы Яңы Тормош ауылында «Рәсәй һыуы» экологик акцияһы үтте

350-гә яҡын кеше Асылыкүл буйын сүп-сарҙан таҙартырға сыҡты. Сара халыҡта тирә-яҡ мөхиткә һәм һыу объекттарына һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. «Экологик именлек» милли проекты ярҙамында ойошторолған акция төрлө һөнәр вәкилдәрен берләштерҙе.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан бер юлы ике күләмле форумды ҡаршылай

30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфө «Китап-Байрам» III Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Йола буйынса ҙур сараны үткәреү урыны итеп Совет майҙаны һайланған. Фестивалгә Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм 4 илдән 270 ҡатнашыусы теркәлгән. «Батырлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында үтәсәк форумдың беренсе көнө Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға арнала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғаилә усағын һүндермәүселәр икенсе йыл рәттән Өфөгә йыйылды

Башҡортостандың төп сәхнәһендә «Ғаилә усағы» республика фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды. Ғаилә мәҙәниәтен һәм йолаларын үҫтереүсе сара Ватанды һаҡлаусылар йылына.арналды. Конкурсанттар вокал, халыҡ бейеүе, милли йолалар, музыка ҡоралында уйнау, ижади ғаилә номинацияларында ярышты.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө уҡытыусыһы Тимур Хәйруллин марафон йүгереүен хәйриәгә бағышланы

42 саҡрымлыҡ марафонды 5 сәғәт 24 минутта. Тап ошо дистанциялағы ваҡытты Өфө педагогы, Владимир Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәгенең физик культура, хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре уҡытыусыһы Тимур Салауат улы Хәйруллин йүгереп үткән Уҡытыусы-марафонсының маҡсаты - яман шеш менән интегеүсе бәләкәй пациенттарға ярҙам итеү.
🥰31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы спортсыһы Мәскәүҙә еңеп сыҡты

Мәскәүҙә ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй чемпионаты үткәйне. Унда 17 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы егете Илнар Садиҡов беренсе урынға лайыҡ булды. Ул урындағы спорт мәкәтендә шөғөлләнә. Илдең баш ҡалаһында үткән ярышта ул тәүгә ҡатнашып, финалда Чечен республикаһы вәкиле менән рингка сыға. Ҡатнаш алыш йәки микс-файт буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнә. Башҡортостанға ҡайтыу менән Илнар сентябрҙә Сочиҙа үтәсәк Донъя чемпионатына әҙерләнә башлаған.
👍31🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында профилле сменаға йыйылған үҫмерҙәр менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында профилле сменаға йыйылған үҫмерҙәр менән осрашты. 10-сы класс егеттәре республика етәксеһе менән аралашып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Радий Хәбиров йәштәргә «Патриот» илһөйәрлек паркының тарихы тураһында һөйләп, биләмәнең патриотик әһәмиәтен билдәләне. Республика башлығы бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү республикала өҫтөнлөклө маҡсат булып тора тине. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү күп яҡлы патриотик эштең мөһим өлөшө.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы 2027 йылға тиклем дауам итер тип күҙаллана

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең художестволар академияһы президенты Василий Церетели менән танылған архитектор Александр Мирианашвили менән осрашыуҙа билдәләне. Баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Академия белгестәре объектты реставрациялау буйынса консультатив ярҙам күрһәтәсәк.
1👍1