БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Бер ғаиләгә — алты ҡара хат

Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан Хәлиулла Бикбулатовтың ете улы ла һуғышта ҡатнаша.

«Еңеү Яҙы» телемарафоны ҡаһарман яугирҙар хаҡында бәйән итә.
https://vk.com/video-85076499_456257400
👍1
Утыҙ өйҙән торған бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылынан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан

Улар — Ғәфиәтулла Арыҫланов, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеров сыҡҡан. Ошо батырҙар төйәгенең хикмәте тураһында Көйөргәҙе районынан килгән ҡунаҡтар — Фәнис Рахманғолов һәм Харрас Биктимеров һөйләй.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257406
👍1
Кем ул Әнүәр Абдулла улы Абдуллин?

Илеш районын хәҙер Муса Гәрәев исеме аша ғына түгел, Әнүәр Абдуллин исеме аша ла беләсәктәр. Кем ул Әнүәр Абдулла улы Абдуллин? Ниндәй батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған?

Был турала Наил Юнысов менән әңгәмәлә Гүзәл Моталлапова һәм Әхсән Нәсибуллин һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257402
👍2
Өфөлә хәрби техника күргәҙмәһе дауам итә

Еңеүҙең 80 йыллығына Өфөлә Ленин майҙанында һәм Рус драма театры алдында хәрби техника һәм ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе дауам итә. Был ябай күргәҙмә түгел, ә ҡеүәтле көс һәм берҙәмлек символы. Тап бында Рәсәй армияһының ҡеүәтен күрергә мөмкин.

Айнур Кәбиров «Көс ғәҙеллектә – ғорурлыҡ һәм Еңеү» НАТО трофей техникаһы күргәҙмәһе менән таныштыра.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257412
👍1
Илгә яу килгәндә, халҡыбыҙ берҙәм булған


Бөйөк Еңеүҙә тылда хеҙмәт иткән халыҡтың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Тап ошо шәхестәр тураһында «Тамыр» каналы өр-яңы проект тәҡдим итергә әҙер.

Студияла ҡунаҡта «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, билдәле башҡорт нефтсеһе Мәғрифә Мәүлетованың бала сағын уйнаған Әминә Хисмәтуллина һәм Ғүмәр Ҡыуатовтың туғаны — Камила Ҡыуатова.

https://vkvideo.ru/video-85076499_456257414
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Мостай Әлифбаһы» – «Тамыр» телеканалының яңы проекты

Башҡорт алфавитының һәр хәрефенә халыҡ яҙыусыһы әҫәрҙәре буйлап сәйәхәт. Ҡыҫҡа ғына, әммә шул тиклем йөкмәткеле сәйәхәт. Режиссер Ләйсән Солтанғолова менән мөхәррир Гөлназ Ишемғолова төшөргән.

Студияла ҡунаҡта Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары. «Мостай Әлифба»һында ҡатнашыусы рухлы егет-ҡыҙҙар: Зарина Ғөбәйҙуллина, Алмаз Ҡарасов, Наза Байтурина.
👍2🔥2👎1
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: көндөҙгө эфир дауамы


Театрҙар һәм агитбригадалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нисек эшләгән? Ошо һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр хаҡында БСТ каналында байрам телемарафонында һөйләйбеҙ.

Трансляция 16:30 сәғәттә башлана.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289989
👍2
«Тамыр» телеканалы өр-яңы «Асыш» проекты өҫтөндә эшләй

Беренсе геройы Мәғрифә Мәүлетова. Билдәле нефтсе, инженер- химик, Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институтының тәүге директоры. Һуғыш ваҡытында нефть эшкәртеү буйынса осһоҙ реагент уйлап табыусы талантлы химик. Шуның менән ул Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.

https://vk.com/video-85076499_456257421?access_key=003901da9b5812cc48
1👍1
Бөгөн илебеҙҙең төрлө нөктәләрендә байрам саралары, үлемһеҙ полк акцияһы үтә. Мәсетле районы халҡы ла 9 майҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алған.

БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова студия менән тура бәйләнештә ошо хаҡта һөйләй.

https://vk.com/video-85076499_456257422?access_key=78a0863a743981577b
👍31
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: киске эфир


Киске эфир Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башлана, ә студияла алып барыусылар Стәрлетамаҡтан эҙәрмәндәрҙең эше менән танышасаҡ һәм саҡырылған ҡунаҡтар аралашасаҡ.

Эфир башланыу ваҡыты: 9 май 19:25 сәғәт.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456289990
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Еңеү көнө Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды

Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөн байрам итеүҙең рәсми өлөшө Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Ватан өсөн яуҙа һәләк булыусылар һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте, Федерация Советы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ветеран ойошмалары ағзалары һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан илһөйәрлек митингы үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡы исеменән «Мәңгелек үт» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Һуғыш ҡорбандары, ҡаһарман һалдаттар, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парад үтте

Бөгөн Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парад үтте. Тантананы ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡараны.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Үлемһеҙ полк» 200 мең кешене берләштерҙе

Өфөнөң Октябрь проспектында ойошторолған «Үлемһеҙ полк» акцияһы 200 меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Һуғышта ҡатнашып, Ватан данын яҡлаған ата-бабаларҙың, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булғандарҙың фотоларын тотоп сыҡҡан халыҡ - берҙәмлек һәм рух ныҡлығын сағылдырҙы. Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң уҙған илһөйәрлек сараһынан репортаж.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта батырҙар иҫкә алынды

Башҡортостан - батырҙар төйәге һәм Ватандың ышаныслы ҡалҡаны, тине Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. Ысынлап та, республика батыр ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығын бөгөн махсус хәрби операцияла уларҙың вариҫтары дауам итә. Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла һәләк булған Илдар Суфияровҡа Рәсәй геройы исеме тапшырылды, бер төркөм яугирҙарға дәүләт наградалары бирелде.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте

Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте. Киске программа ҡалала әле лә дауам итә һәм ул төнгә тиклем барасаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итергә 157 мең кеше ҡушылды.
1👍1
17 йәшенән фронтҡа юлланған Ҡотлогилде Төхвәтуллин

Ҡыйыу яугир 210-сы гвардия уҡсылар полкы составында рядовой булып хеҙмәт итә. БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән репортаж уның турала.

https://vk.com/video-85076499_456257436?access_key=3d7b577f6475d3761b
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетлелә Еңеүҙең 80 йыллығына ҙур байрам үтте

Совет һалдаттарының вариҫтары 45-се йылдың яҙындағы Еңеү өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Улар бөгөн күтәренке кәйефтә үҙәк майҙандарҙа парадта, «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашты. Байрам саралары Башҡортостандың һәр төбәгендә уҙҙы.
2👍2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне

Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне. Халыҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, ғорурлыҡ менән ата-бабаларының портреттарын һауаға күтәрҙе. Һуғыш йылдары йырҙарын яңғыратты, хәтерҙе яңыртты.
2👍1