Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музыкаль-концерт бригадалары яугирҙарҙың рухын күтәргән. Ул йылдарҙа алғы һыҙыҡта һуғыш йырҙары Ватан саҡырыуы булған, тине Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миңзифа Ҡадырова.
Патриотик тәрбиә һәм һуғыш киноһы, атап әйткәндә, «Фәрзәнә Көнбайышҡа табан бара» фильмы хаҡында БСТ эфирында кинорежиссер Булат Йосопов һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257438

VK Видео
Булат Йосопов, Минзифа Кадырова
Watch Булат Йосопов, Минзифа Кадырова 2 min 32 s from 10 May 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 3.
❤2
«Батырҙар» МХО геройҙарына бағышлана
Өфө мэры урынбаҫары Денис Ғәниев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов МХО яугирҙарына арнап йыр яҙған. Халыҡ артисы был хаҡта телемарафон студияһында һөйләне.
Шулай уҡ йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү хаҡында «Масксети Щит Уфа» ирекмәндәр хәрәкәте ағзаһы Миңзифа Мәхмүтова һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257439?access_key=221623088712a8b09c

Студия Расуль Карабулатов, Минзифа Махмутова
Watch Студия Расуль Карабулатов, Минзифа Махмутова 3 min 12 s from 10 May 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1.
👍2👎1
Сталинград һуғышы — Ватан тарихының дәһшәтле биттәренең береһе
Башҡортостан яугирҙарының Сталинград бәрелешендә ҡатнашыуы хаҡында ошо һуғыштың ҡаһарман ветеранының улы Владимир Семин һәм БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов һөйләй.
https://vk.com/video-85076499_456257441?access_key=b774a79ed830b969ee

Студия Альфис Гаязов, Владимир Семин
Watch Студия Альфис Гаязов, Владимир Семин 3 min 12 s from 10 May 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 427.
👍1
Өфөлә йөҙөүсе-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләй башланылар
Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйен пляждарҙа даими дежур ойошторола. Әле йөҙөүселәр әҙерлек үтә. Һыуға батҡандарға, башына эҫе ҡапҡандарға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр уҙғарыла. Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән асыла.

МХО яугирҙарының әсәләре — улдары өсөн оло һөйөү ҡалҡаны
Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн көс, ышаныс һәм ныҡлыҡ сығанағы. «Еңеү яҙы» телемарафоны ҡунаҡтары — дүрт улын яуға оҙатҡан Наталья Иванова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Фәниә Фәтхетдинова.
https://vk.com/video-85076499_456257444?access_key=d7b2476f0b048431f0

Студия Наталья Иванова, Фания Фатхетдинова
Watch Студия Наталья Иванова, Фания Фатхетдинова 2 min 26 s from 10 May 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1.
👍1👎1
Башҡортостан йәштәрен "иВолга" форумында ҡатнашырға саҡыралар
Округ йәштәре йыйыны быйыл Һамар өлкәһендә июль аҙағында уҙғарыла. төп тема - тарихи хәтерҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау. Беҙҙең республика делегацияһы был форумда 2013 йылдан алып ҡатнаша. Һуңғы биш йылда Башҡортостан йәштәре тәҡдим иткән проекттар 250 миллион һумға лайыҡ булған.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Еңеү байрамында Өфөнөң бөтә райондарында ла тантаналы саралар уҙҙы
Аксаков баҡсаһында быуаға аҡҡоштар ебәрелде. «Тулҡын» паркында халыҡ авиошоуға тамаша ҡылды. Еңеүҙең 80 йыллығына арнап ойошторлған байрам саралары хаҡында киләһе яҙмала.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды
Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры Сабир Заһиҙуллиндың иҫтәлегенә таҡтаташ ауыл эргәһендәге урман эсендә ҡуйылды.
Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры Сабир Заһиҙуллиндың иҫтәлегенә таҡтаташ ауыл эргәһендәге урман эсендә ҡуйылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына. Шаран районы Күгәрсенбүләк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Төҙөлөшкә 300 мең һумдан ашыу аҡса тотонолған, сығымдарҙың яртыһы - халыҡ булышлығында, ҡалғаны «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында ҡапланған.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡотҡарыусылар «Дуҫлыҡ» баҡсасылығында һәм Иҫке Ҡыбауҙа янғынға ҡаршы тикшереү үткәрҙе
Уҙған тәүлектә Яңауылда теркәлгән янғында 43 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Әле белгестәр ағас йортта ут сығыу сәбәптәре буйынса тикшереү алып бара. Байрамдар осоронда ҡотҡарыусылар ут менән һаҡ булырға кәңәш итә. Фажиғәле осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында инспекторҙар профилактик рейдтар ойоштора. Иглин районында рейдтар «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә һәм Иҫке Ҡыбау ауылында үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Баҡсасыларға дәүләт ярҙамы арта
Һуңғы өс йылда ғына республикала баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ярты миллиард һумдан ашҡан, һөҙөмтәлә ярты меңгә яҡын биләмәнең инфраструктураһы яҡшырған. Финанс ярҙам юл участкаларын төҙөкләндереүгә, электр селтәрҙәрен яңыртыуға һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ граждандар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарылған «Иң яҡшы баҡсасылар ширҡәте» конкурсында ла әүҙем ҡатнаша. Грант аҡсаһы биләмәлә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҡаралған. Төбәктә уңышлы эшләгән ширҡәттәрҙең береһендә БЮТ ижади төркөм лә булды.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты
Донъя буйлап сәйәхәт. Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты. Грузиянан башланған оҙайлы сәфәр Иран, Һиндостан, Таиланд һәм Сәғүд Ғәрәбстанын да үҙ эсенә алды. Дүрт ай эсендә замандашыбыҙ 37 мең километр самаһы юл үтә. Сәйәхәтсе үҙенең ҡайҙа булыуын, ниндәй мажараларға тарыуы менән социаль селтәрҙәрҙә даими таныштырып барҙы. Тыуған еренә аяҡ баҫыу менән башҡорт байкеры үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

👍2🔥1
Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды
Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла, әле Шаран районында 5 километрҙан ашыу юл төҙөәкләндерелә. Был трасса Илеш, Саҡмағош Шаран раойндары ауылдарын тоташтыра. Бында көн һайын 1 мең 200-ҙән ашыу машина үтә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.Быйыл был юлдың 12 километры яңыртыла.

Республика халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана
Бөгөнгә 350 мең кеше үҙ исеменә кредит алыуға сикләү ҡуйған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында 4-се урында. Рәсәйҙә 10 миллион 300 меңдән ашыу кеше кредит алыуҙан баш тартҡан. Бындай ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин.

Ветерандар тураһында мәғлүмәттәр системаға һалына
Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырырға тәҡдим итә. Ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырыла. Берҙәм интернет-ресурста һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандар, һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәттәр туплана. Архивтағы документтарға һылтанмалар күрһәтелә. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, берҙәм база ветерандарҙың туғандарына, тарихсыларға файҙалы. Ул Еңеү тураһында хәтерҙе һаҡлау мөмкинлеген бирә.

Башҡортостанда 2 кеше һыу ҡорбаны булған
Ҡотҡарыусылар Салауат ҡалаһы янындағы Ҡорбалы күлдән 35 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарған. Ул күлгә балыҡ тоторға килгән булған. Белорет районы Сосновка ауылында Ағиҙел йылғаһында ир-егеттең кәүҙәһе табылған, уның шәхесе асыҡлана. Урында полиция һәм тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй, тип белдерәләр Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.

👍1😱1
Өфөлә Рәсәй халҡы батырлығына арналған поезды ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тематик состав иртәгә тимер юл вокзалына килеп етә. Ул 19 апрелдә Мәскәүҙең Киев вокзалынан юлға сыҡты. Илдең 75 ҡалаһында туҡталыш яһай. Поезд Өфөлә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем перронда тора. Халыҡ заманса ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләре менән таныша ала. Экспозициялар Рәсәй хәрбиҙәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығына арнала. Оборона министрлығы уҙғарған өгөт-пропаганда акцияһы барышында Башҡортостан артистары ҡатнашлығында концерт тәҡдим ителә. Халыҡты һалдат бутҡаһы менән һыйлайҙар.

Республика аграрийҙары 745 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарған
Был планлаштырылғандың 36 проценты. Бер үк ваҡытта хужалыҡтар дым ҡаплау менән дә шөғөлләнә. Эш 1 миллион 114 мең гектарҙа теүәлләнгән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, иртә культуралар сәсеү менән бер рәттән ужым ашлау ҙа алып барыла. Пландың 96 проценты үтәлгән дә инде. Шул уҡ ваҡытта 321 гектар майҙанда ужым культуралары зыян күреү һөҙөмтәһендә урынына бөртөклө культуралар сәселгән.

Владимир Путин МХО-ла ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген Александр Матросовтың батырлығы менән сағыштырҙы
Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген Александр Матросовтың батырлығы менән сағыштырҙы. Был турала Рәсәй президенты Саида Медведева менән Павел Зурубиндың документаль фильмында белдерҙе.