БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Азат Бадранов Башҡортостанға ҡайта

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов махсус хәрби операция биләмәһенән Башҡортостанға ҡайтыуы хаҡында хәбәр итә. Ул яңы бойороҡ алыуы тураһында яҙа. - Махсус хәрби операция тормошомдоң көтөлмәгән һәм еңел булмаған осоро. Унда юлланыуыма бер секундҡа ла үкенмәйем. Йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ өсөн барҙыҡ. МХО-ла алынған тәжрибә баһалап бөткөһөҙ, - ти ул. Азат Бадранов 2022 йылдың ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
👍7🙏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшиндың ҡустыһы Донецк ҡалаһында сығыш яһаны

Йырсы Илнур Әхмәтшин Донецк госпиталендә дауаланған яҡташтары өсөн халыҡ йырҙарын башҡарған. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға гуманитар ярҙам алып барған.
👍61
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Орск ҡалаһында дүрт меңдән ашыу йортто һыу баҫҡан

Ҡотҡарыусылар 1121 кешене эвакуациялаған, уларҙың 331-е бала. Ваҡытлыса урынлашыу пункттарында 510 кеше, шул иҫәптән 115 бала.

⁃ Ерекле һыуһаҡлағысынан һыу ағыуҙан туҡтамай, секундына 2170 кубометрҙы тәшкил итә. Алда беҙҙе күп эш көтә, - тип хәбәр итә Ырымбур өлкәһе башлығы Денис Паслер.
😱3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юғалған Өфө үҫмерҙәрен эҙләү туҡтатылмаясаҡ

Был турала бөгөн Радий Хәбиров оператив штаб хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа белдерҙе. 30 мартта юғалған Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмовты эҙләү 8-се көн дауам итә. Башҡортостан башлығы баш ҡала буйлап эш сәфәрендә шулай уҡ юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау барышын тикшерҙе, социаль объекттарҙа булды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дөйөм ҡала шәмбе өмәләре үтте

Урам, йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүҙә урындағы хакимиәт, төрлө предприятие, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған граждандар әүҙем ҡатнашты. Баш ҡаланың Ленин районында йәшәүселәр ҙә экологик сараға ҡушылып, Революция урамын сүп-сарҙан таҙартты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында «Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә» ярышының финал уйындары үтте

«Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә». Баймаҡ ҡалаһында Ғаилә йылына арналған ярыштың финал уйындары үтте. Унда урындағы хеҙмәт коллективтары араһында еңеү яулаған 7 ғаилә ҡатнашты.
1
Хәл ҡатмарлашты: Өфө ҡотҡарыусылары юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү барышы хаҡында һөйләне

Кисәге көн өс эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре аэрокәмәлә һәм һауа мендәрендәге суднола Ағиҙел яры буйлап 141,5 саҡрым үтте.

Боҙ китеүе һәм һыуҙың күтәрелеүе эште ҡатмарлаштыра: йылғала бүрәнәләр һәм көнкүреш сүп-сары күбәйгән. Ҡотҡарыусыларға йылғала йөҙөүе ауырлашҡан. Һәр тикшереүгә күп ваҡыт китә, сөнки йылғала әйберҙәр артҡандан-арта.
😢41
⚡️ Шаран районында балыҡсы батып үлгән

Шаран районының Түбәнге Зәйет ауылында 45 йәшлек ир яҡындағы күлгә балыҡҡа барған һәм боҙ аҫтына төшөп киткән. Шаһиттар уға ярҙамға ташланған, әммә балыҡсы һыу төбөнә төшкән.

Һуңыраҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Туймазы районы буйынса идаралығы ирҙең кәүҙәһен күлдән сығарған. Әлеге ваҡытта тикшереү бара.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💥Бөгөн Бөрйән районында ике марал ҡая менән ташҡын һыу араһында ҡала! Уларҙың береһе урман эсенә үҙе юл табып инһә, икенсеһен кешеләр ҡотҡара. Януар урманға ҡыуыла. Кире осраҡта маралдар һәләк булыр ине. Ярай барыһы ла хәйерле тамамланған. 👌👍🙏

Бына ҡайҙа ул кешелектең бөйөк көсө?!

Рәйлә Күсемханова
👍10
«Яңылыҡтар» хеҙмәте махсус операцияға дрон ебәрҙе!

Пилотһыҙ осҡос әлеге ваҡытта СВО биләмәһендә хеҙмәт иткән коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшинға оҙатылды.

- Коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшиндың былтыр декабрҙә махсус хәрби операцияға юлланыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Быйыл 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Илдар Байбулатов Рафиҡҡа дрон алып ебәрергә тәҡдим итте. "Әйткән һүҙ- атҡан уҡ" тип, "Яңылыҡтар" хеҙмәте акция ойоштороп, был ниәтте тормошҡа ашырып та ҡуйҙы. Акция барышында 253 мең һум аҡса йыйылды. Рафиҡҡа дронды ялға ҡайтҡан яҡташ яугирҙар аша ебәрҙек. Иҫән-һау алып барып тапшырырға яҙһын, дрон еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен! - тип яҙа хеҙмәттәшебеҙ, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова.
👍9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала ялға ҡайтҡан яугирҙаҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Һөйгәненә тәҡдим яһаған. «Ағиҙел» ҡушаматлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялын иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарған. Ул өйләнәсәген белдергән. Тәүге көндән алып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Сибай егете яуҙа ла үҙен һынатмай. Күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Награданы хәрбигә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы. Отпусҡа ҡайтыусыларҙың сираттағы төркөмөн оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Сарала тағы ла 7 яугир вице-премьер ҡулынан Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.
👍2😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты контракт буйынса хәрбиҙәр туплауын дауам итә

Бөгөн ҡоро ер ғәскәрҙәренә - танк һәм мотоуҡсылар подразделениеларына саҡырыу бара. Көн һайын республика һайлап алыу пунктына Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан хәрби хеҙмәткә үҙ ирке менән барырға теләүселәр йыйыла.
Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар матди һәм социаль гарантиялар менән тәьмин ителә, был хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Төбәк һәм муниципалитеттар тарафынан исемле хәрби подразделениеларға өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һыу баҫыуҙан зыян күргән баҡсасылар ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеләсәк

Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә лә терәк булырға саҡырҙы. Ултырышта шулай уҡ яҙғы сәсеү кампанияһы тураһында һүҙ барҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Белгород өлкәһенән ярты мең баланы ҡабул итәсәк

Был турала оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Балалар Илеш районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында буласаҡ. Урындағы хакимиәттәр етәкселегенә йәшәү, туҡланыу мәсьәләһен хәл итеп, уҡыу һәм өҫтәмә белем биреү процессын ойоштороу бурысы ҡуйылды. «Уҡыусылар үҙҙәрен икенсе өйҙә кеүек хис итергә тейеш», -тине төбәк етәксеһе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында ташҡын арҡаһында өс ауыл зыян күргән

Һыу аҫтында ҡалған ихаталар, емерелгән юлдар һәм боҙолған милек. Хәйбулла районында ташҡын арҡаһында өс ауыл зыян күргән. Әле урындағы халыҡҡа хәүеф янамай.
👍3😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Экскурсоводтар дәүләт аттестацияһын үтә

Бынан ары туризм индустрияһында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында имтихан бирергә бурыслы. Бөгөн тиҫтәләп гид һәм гид-тәржемәселәр республика тарихы һәм мәҙәниәте һорауҙарына яуап бирҙе. Тармаҡ үҫешен киңәйтеү буйынса ла эш яйға һалынған. Радий Хәбиров «Өфө-арена» майҙанында 30 туристик класлы автобус асҡыстарын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Онежская урамындағы 53-сө балалар баҡсаһында 240 урынға иҫәпләнгән яңы корпус асылды

«Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән өс ҡатлы бинала ҡышҡы баҡса, йәш экологтар бүлмәһе, логопед, психолог кабинеттары бар. Балалар баҡсаһы эше менән Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров танышты.
👍1
Live stream started
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров күптән түгел асылған физкультура-һауыҡтырыу комплексы мөмкинлектәре менән танышты

Ул «Бизнес-спринт (мин спортты һайлайым)»федераль проекты буйынса төҙөлгән. Төҙөлөшкә 166 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ике яланлы ябыҡ футбол манежында «Футбол Академияһы» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнәсәк.
👍2