БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.14K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө эшҡыуары яугирҙар өсөн конвекция мейестәренең компакт версияһын төҙөй

Бындай мейестәр блиндаждарҙы тиҙ йылыта, кейемде яҡшы киптерә һәм уларҙа тиҙ генә ашарға бешерергә мөмкин. Оҫта уларҙы газ баллондарынан етештерә. Конструкциялар еңел генә мунса мейестәренә әүерелә. Уларҙы нисек эшләүҙәре хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡтағы «Ватанды һаҡлаусылар»фонды филиалы уңышлы эшләп килә

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эштәре менән шөғөлләнә. Был фонд бурыстарының бер өлөшө генә, уның филиалдары бөтә ил буйынса эшләй. Беҙҙең ижади төркөм Баймаҡ бүлексәһенең эше менән яҡындан танышты.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте Дүәләт Йыйылышы -Ҡоролтай алдында отчет яһаны

Башҡортостан иҡтисадына рекордлы инвестициялар, торлаҡ төҙөлөшө төбәк тарихында булмаған юғары күрһәткестәр. Туризмды үҫтереүгә 1 миллиард 500 миллион һум федераль аҡса йәлеп итеү, 5 йылда экологияны һаҡлауға 12 миллиард 300 миллион һум йүнәлтеү.
Был Башҡортостан башлығы командаһы 5 йыл эсендә башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә. Ә ыңғай үҙгәрештәр һәр тармаҡта ла күҙәтелә. Бөгөн төп күрһәткестәр менән Дүәләт Йыйылышы -Ҡоролтай алдында Башҡортостан Хөкүмәте отчет яһаны.
😈2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мишкә районында яңы мобиль фельдшер-акушерлыҡ аункты 36 ауыл халҡын хеҙмәтләндергән

Тәгәрмәс өҫтөндәге күсмә фап былтыр декабрь аҙағында эшләй башлаған. Бөгөнгө көнгә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған алыҫ ауылдарҙа йәшәгән ярты меңгә яҡын халыҡҡа сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимдары картуфтың камиллаштырылған орлоҡтарын сығарыу өҫтөндә эшләй

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге лаборанттары әле үҫентеләр шыттырыу менән шөғөлләнә. Май урталарында улар теплицаларға ултыртыласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусылар майҙан тотто

Төбәктең Мораҙым ауылында үткән бәйгелә Әлшәй, Ғафури районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Был юлы ул яҡташтар иҫтәлегенә ойошторолдо.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оҙаҡламай зәңгәр экрандарҙа Башҡортостан биләмәһендә төшөрөлгән яңы фильм сығасаҡ

Санкт-Петербургтан режиссер Елена Дубровскаяның «Батыр» тип исемләнгән кинокартинаһы бер айҙан прокатта булыр, тип көтөлә. Фильмды ябыҡ күрһәтеү бөгөн Өфөлә үтте. Фильм сюжеты нигеҙенә уҡыусылар мөхәббәте һәм 2021 йылдағы урман янғындары һалынған.
👍2
Уңыштар, «Башҡорт»!

Ҡатнаш көрәш легендаһы Венер Ғәлиев киләһе алышын Өфөлә 31 майҙа үткәрә. АСА (Абсолютный чемпионат Ахмат) компанияһы сайтында хәбәр ителеүенсә, яҡташыбыҙҙың киләһе алышы 31 майҙа «Өфө-Арена»ла була. Башҡорт спортсыһының дәғүәсеһе - Румыниянан Аурел Пиртеа.

«Венер — ММА легендаһы. Ғәлиев 23 йыл сығыш яһай. Былтыр декабрҙәге алышында ул Бразилиянан килгән Хакран Диасты нокаутҡа ебәрҙе. Был юлы «Башҡорт» Аурел Пиртеаға ҡаршы сыға», — тип билдәләне ACA президенты Алексей Яценко.

Әйткәндәй, Венер Ғәлиев ММА-ла 24 йыл сығыш яһай. Беренсе алышын ул 2000 йылда үткәрә. Спортсы 36 еңеү яулай.
6
Башҡортостанда биологик диверсиялар тураһында ялған хәбәр тарала

Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итәләр. Халыҡты крандан аҡҡан һыуҙың йоғошло булыуы менән ҡурҡыталар. - Бындай ялған хәбәрҙәр әлегә тиклем дә таратылды. Халыҡҡа рәсми һәм дөрөҫ мәғлүмәттәргә генә ышанырға кәңәш итәбеҙ, тип белдерәләр ведомствонан.
👍4
Өфөлә Ураҙа ғәйетен билдәләү программаһы аныҡланды

Байрам быйыл 10 апрелгә тура килә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, саралар 23 мәсеттә үтә, улар иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. БСТ телеканалында тура трансляция ойошторола. Шулай уҡ "Башҡортостан" лайфстайл үҙәге янындағы майҙанда сара була. Бында концерт, йәрминкә ҡаралған. Килеүселәрҙе былау менән һыйлайҙар. Киләһе шаршамбы мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы 3 метрға тиклем ташҡан

Ә уны йәйгеһен машина менән дә үтергә мөмкин. Аҙнаға яҡын ҡотҡарыусылар һыу аҫтында ҡалған ихаталарҙан хужаларҙы эвакуациялай. Һыу башлыса төнөн баҫыу сәбәпле, ҡотҡарыу эше лә ҡараңғы ваҡытта башҡарыла.

Видеола Хәйбулла районы Бүребай ауылындағы күренеш. Тулыраҡ Рәзилә Ғиниәтуллинаның репортажында дүшәмбе ҡарарға мөмкин.
👍1😱1😭1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәбиғәткә кире йоғонто яһаған предприятиелар комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙы алырға тейеш

Тәбиғәткә кире йоғонто яһаған предприятиелар 2024 йыл аҙағына тиклем комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙы алырға тейеш. Башҡортостанда экологияға зыян килтергән 3 меңдән ашыу объект иҫәпләнә, уларҙың 100-ҙән ашыуы беренсе категорияға инә. Яңы ҡарар тап уларға ҡағыла. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостан предприятиеларында экологик мониторинг мәсьәләләренә арналған һөйләшеүҙә онлайн форматта Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ташҡын хәүефе янаған йылға участкалары буйлап вертолетта мониторинг үткәрелде

Бөгөн Башҡортостанда ташҡын хәүефе янаған йылға участкалары буйлап Ка-32 вертолетында мониторинг үткәрелде. Ул боҙ тығындарын, йылғаларҙың йыуылыуын ваҡытында асыҡлау һәм иҫкәртеү сараларын күреү өсөн талап ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «пашкедник» менән «капешки» кеүек аш-һыу әҙерләнде

Әммә сәхнәлә түгел, ә ул экранда күрһәтелде. Матди булмаған этномәҙәни объекттар эксперт советы ағзаларының сираттағы ултырышында тикшерелде. Ғалим-фольклорсылар һәм этнографтар, ижади интеллигенция вәкилдәре республика халыҡтарының этномәҙәни байлыҡтарының берҙәм реестрына индереү мәсьәләһен хәл итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Сейә» торлаҡ комплексы өлөшсөләре үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәште дауам итә

Фатир туйлар урынға йәнә суд ултырыштары. «Сейә» торлаҡ комплексы өлөшсөләре үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәште дауам итә. Был юлы яңы конкурс идарасыһы менән. Ул милекселәр һәм төҙөлөш компанияһына 200-гә яҡын ялыу яҙған, тип белдерә өлөшсөләр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран ауылында йәшәүсе эшҡыуар тыуған районына ярҙам итә

Яҡташтары тормошон уңайлы һәм зауыҡлы итеүсе. Шаран ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Анатолий Васильев ҡорам, мәсет, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға мемориаль комплекстар төҙөй, шишмәләргә яңы һулыш өрә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итә. «Атайсал - Кесе Ватан» республика проектына әүҙем ҡушылып, тыуған районына ярҙам итеүсе янында БЮТ ижади төркөмө лә булды
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Сулпылар» балалар эстрада йырҙары асыҡ телевизион конкурсы яңы миҙгелен башлай

Республиканың йәш йондоҙҙары беренсе турҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә йыйылды. Ҙур телестудия, грим, камералар, һәр йыр өсөн айырым футаж. Күптәр өсөн телевизион бәйге - тәүге тәжрибә. Иң мөһиме - юғалып ҡалмаҫҡа, жюри алдында лайыҡлы сығыш яһарға. Быйыл «Сулпылар» бәйгеһендә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатнашырға теләк белдергән 117 малай-ҡыҙҙың 44-е конкурсҡа саҡырыу алды.
👍1
⚡️Әлшәй егете атаһы һәм олатаһы артынан СВО-ға киткән

Әлшәй районының Дим ауылынан 21 йәшлек егет махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итергә ҡарар иткән. Йәш егеткә атаһының һәм олатаһының ҡаһарманлығы өлгө булған, уның позывнойы – «Памир». Хәҙер өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.

«Фашизмды юҡ итергә кәрәк. Тап ошо теләк беҙҙе алға әйҙәй. Еңеп ҡайтырбыҙ», — ти «Памир».
👍7🙏1
Амур өлкәһендә һәләк булған Сибай таусыларының исеме мәңгеләштерелә

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙә яҙа. - Һәләк булғандарҙың туғандары менән осраштыҡ. Мемориалды Таусылар скверында асыу тураһында килештек, - ти ул. 1 апрелдә Амур өлкәһендә “Пионер” руднигында ҡотҡарыу операцияһын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шахтаның ҡайтанан емерелеүе һәм уны һыу баҫыуы ихтимал. 120 метр тәрәнлектә 13 кеше емереклектәр аҫтында ҡалды. Улар араһында Сибайҙан 4 һәм Учалынан 1 яҡташыбыҙ бар ине.
😢4
Өфөлә юғалған мәктәп уҡыусыларын эҙләү туҡтатылмай

Бөгөн Радий Хәбиров Павел Паличев һәм Дамир Әҙеһәмовты эҙләү буйынса штабта булды. 13 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәр юғалыуы тураһында 30 мартта хәбәр ителде. Уларҙың йылғаға табан юл тотоуҙары билдәле. Балаларҙың ағаста элеп ҡалдырылған рюкзактары табылған. Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа штаб эше өсөн бина әҙерләргә ҡушты. Республика Башлығы юғалған үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты, уларға өмөттәрен өҙмәҫкә кәңәш итте. - Штаб ябылмай. Балаларҙы эҙләү буйынса эш дауам итә, - тине Радий Хәбиров.
👍3