Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Сәлих Сөләймәновты һуңғы юлға оҙатты
Республика йәмәғәтселеге бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған опера башҡарыусыһы Сәлих Сөләймәновты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтте.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте
Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте. Бишенсе тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары үҙ-ара көс һынашты. Быйылғы турнирға тәүге тапҡыр шәхестең туғандары ла команда туплаған. Улар шулай уҡ- «Туғандар» тип атала.

МХО-ла һәләк булғандарҙың тол ҡатындарын бер йыл буйы эштән бушатыу тыйыла
Думала ошо турала закон ҡабул ителде, Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелә. Проект авторҙары белдереүенсә, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса шулай уҡ 3 йәшкә тиклем балаһы булған, 18 йәшкәсә инвалид бала тәрбиәләүсе ҡатындарҙы, яңғыҙ әсәләрҙе эштән бушатырға ярамай.

Башҡортостан халҡы бер тәүлектә 8 миллион һумға алданған
Полиция мутлашыу тураһында 26 ғариза ҡабул иткән. Өфөнән 67 йәшлек ирҙе мобиль телефон номерын ҡулланыу ваҡыты тамамлана, банк картаһында шәхси мәғлүмәттәр юғала тип алдағандар, ул 2 миллион ярым һум аҡсаһына өҫтәп тағы 1 миллион һум кредитты мутлашыусыларға күсергән. Мәсәғүттән 82 йәшлек ханым йәнәһе лә аварияла ғәйепле ҡыҙын енәйәт эшенән һаҡлап ҡалам тип 300 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, билдәһеҙ кешеләрҙең аҡса, иҫәп, инвестиция, авария тураһында һүҙ башлауы шунда уҡ шик тыуҙырырға тейеш, улар менән һөйләшергә ярамай.

👍2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
⚡Өфөлә аҡсаға диверсия яһарға маташҡан үҫмерҙәрҙе ҡулға алғандар
Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итәләр.
‼️Үҫмерҙәр элемтә объектына ут төртөргә тейеш булған, был йөкләмәне Telegram ҡушымтаһынан алғандар. Өсөһө лә ҡулға алынған.

😱3
Фатир хужалары - Саҡмағоштан Латиповтар ғаиләһе
Ойоштороусылар «Рәхмәт-2024» акцияһына йомғаҡ яһаны. Унда республикабыҙҙан Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биргән 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.
Саҡмағош ауылынан күп балалы Латиповтар ғаиләһе акцияның абсолют еңеүсеһе һәм Өфөләге бер бүлмәле фатир хужаһы тип танылды. Айгөл һәм Илдар өс ул тәрбиәләй. Еңеүселәр әйтеүенсә, хәҙер уларҙың тормошонда бәхетле номер бар.
«Ғаилә йылында был беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Аҙаҡҡаса ышанып етмәнек. Бәхетебеҙҙең сиге юҡ. «Рәхмәт-2024» акцияһын ойоштороусыларға рәхмәт, — тип шатлығы менән уртаҡлашты улар «Игенсе» район гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.
Башҡортостанда акцияла йәмғеһе 400-гә яҡын кеше телевизор, электросамокат, кофемашина, телефон, яндекс-станция, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.

👍7❤1
Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүме ваҡытында Баймаҡ үҫмере зыян күргән
Күрше Татарстанда самолет тибындағы дрондар һөжүме ваҡытында Башҡортостан студенты зыян күргән. Билдәле булыуынса, 16 йәшлек үҫмер Баймаҡтан. Республика рәйесенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимова зыян күреүселәрҙең хәле тураһында хәбәр итте.
«Барыһының да хәле уртаса ауырлыҡта, ыңғай динамика күҙәтелә», — тине ул.
Әлеге ваҡытта 14 яралы, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған үҫмер тураһында билдәле. Алты кеше - Алабуға үҙәк район дауаханаһында, ҡалғандары өйҙә дауалана. Яраланған йәштәрҙең һәммәһе лә «Алабуға Политех» колледжында уҡый.

😱3👍1
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алған кредит проценттары бөтөрөлә
Дума депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Спикер Вячеслав Володин белдереүенсә, закон ҡабул ителгәндән һуң 10 көн эсендә банктар проценттар буйынса түләүҙәр ғәмәлдән сығарылыуы тураһында хәбәр итергә тейеш. Шулай уҡ түләүҙәр тәртибе аныҡлана. Кредит каникулы ваҡытында проценттар түләнгән булһа, банктар был аҡсаны төп бурыс өсөн күсерергә тейеш була. "Ғүмерен аямай, илебеҙҙе һаҡлаусылар өсөн өҫтәмә финанс ярҙам кәрәк", - тине парламент рәйесе.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Михаил Мишустиндың Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһаны
Транспорт инфраструктураһын яңыртыу проекттары, ғүмер оҙонлоғо артыуы, Бехтерев сиренән донъялағы тәүге дарыуҙы һынау тамамланыуы. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы отчет сығышы иҡтисади күрһәткестәргә лә, социаль уңыштарға ла бай.
Транспорт инфраструктураһын яңыртыу проекттары, ғүмер оҙонлоғо артыуы, Бехтерев сиренән донъялағы тәүге дарыуҙы һынау тамамланыуы. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы отчет сығышы иҡтисади күрһәткестәргә лә, социаль уңыштарға ла бай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген быйыл июндең икенсе яртыһында асыу планлаштырылған
Шишмә районында төҙөлгән Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген быйыл июндең икенсе яртыһында асыу планлаштырылған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ташҡын буйынса берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте эшләй
Ташҡын быйыл ғәҙәттәгенән иртә башлана. Был хаҡта гидрометеоролгия үҙәгенән хәбәр иттеләр. Белгестәр әйтеүенсә, апрель айында көндәрҙең аномаль йылы булыуы көтөлә. Һауа торошо норманан 7 градусҡа юғары буласаҡ.
Ташҡын быйыл ғәҙәттәгенән иртә башлана. Был хаҡта гидрометеоролгия үҙәгенән хәбәр иттеләр. Белгестәр әйтеүенсә, апрель айында көндәрҙең аномаль йылы булыуы көтөлә. Һауа торошо норманан 7 градусҡа юғары буласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары медицина учреждениелары эшмәкәрлеге менән таныша
Бөгөн Өфөнөң 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында Граждандар институты, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет күсмә ултырышын үткәрҙе. Комитет ултырышының көн тәртибе күп төрлө һәм йөкмәткеле. Депутаттар закон проекттарын ҡарауҙан тыш, министрлыҡ вәкилдәре сығыштарын да тыңланы.

«Ватанды Һаҡлаусылар» фонды яугирҙарға социаль ярҙам күрһәтә
Яугирҙарға социаль ярҙам. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә кеүек үк, Башҡортостанда ла былтыр 1 июндән «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалдары асылды. Унда Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары белгестәрҙән социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Яугирҙарға социаль ярҙам. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә кеүек үк, Башҡортостанда ла былтыр 1 июндән «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалдары асылды. Унда Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары белгестәрҙән социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә алтынсы «Ҡанатлан!» мәктәп форумы үтте
1 сентябрҙән мәктәп программаһында «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» яңы дисциплинаһы барлыҡҡа килә. Был турала Өфөлә алтынсы «Ҡанатлан!» мәктәп форумында әйтелде.
Өс көн дауамында барған сарала федераль ведомстволар хеҙмәткәрҙәре, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары, уҡытыусылар һәм белем биреү ойошмалары етәкселәре тәрбиә процесында заманса ҡараштар тураһында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Күләмле сарала республика төбәктәренән уҡыусылар ҙа ҡатнашты.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран ауылынан Ғилфановтар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә
Эшҡыуарлыҡта ғаилә менән. Шаран ауылындағы «Алһыу» кафеһына Рәзинә менән Ҡәнзел Ғилфановтар нигеҙ һалған. Әлеге ваҡытта ата-әсәһенең эшен ҡыҙҙары Раушания дауам итә. Уңышлы эшҡыуарҙар янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

❤23👎1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың 90 йыллығына арналған хәтер кисәһе ойошторолдо
Әмир Абдразаҡовтың һынмаҫ рухы. Өфөлә ошондай исем аҫтында легендар шәхес, башҡорт киносәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Ғәбделмән улының 90 йыллығына арналған хәтер кисәһе ойошторолдо. Сара бөгөн Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтте.

Башҡортостанда 24 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре махсус социаль түләү ала
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ауылдар, район үҙәктәре һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән табиптар апрелдән юғарыраҡ эш хаҡы ала башлай. Бының өсөн 2 миллиард һум йүнәлтелә, тип хәбәр итәләр Рәсәй Социаль фонды буйынса төбәк бүлексәһенән. Медицина белгесенә һөнәренә ҡарап 50 мең һумға тиклем социаль түләү тәғәйенләнә.

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" исеменә 52 ауыл дәғүә итә
Был көндәрҙә конкурстың финал этабы үтә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһын да еңеүсе тип атарға мөмкин, сөнки улар үҙ ауылдарында йәшәйеште яҡшырта. Быйыл 12 еңеүсе билдәләнә. Иң ҙур приз - алты миллион һум. Шулай уҡ ауылдар ҙурлығына ҡарап еңеүселәргә 5, 4, һәм 3 миллион һумлыҡ аҡсалата бүләктәр бирелә.

Берҙәм дәүләт имтиханының берәүһен 4, йә 5 июлдә ҡайтанан тапшырырға мөмкин була
Был турала Премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе. - Төрлө хәл була. Бала ныҡ тулҡынланып эште сифатлы башҡара алмаһа был уның бөтә тормошонда сағылыуы мөмкин, - тине ил хөкүмәте башлығы. Имтиханды кире тапшырыусыларҙың ВУЗдарға быйыл уҡ документтар килтереп өлгөрөү мөмкинлеге була.