БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Крокус-Сити-Холда һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған «Торналар» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Ул «Бейеүсе торналар» фонтаны янында ойошторолдо, тиҫтәләгән шәм тоҡандырылды. Акция үҙенең исемен осраҡлы ғына алманы. Фажиғә булған «Крокус-Сити-Хол»дағы концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы, «Торналар» йырын башҡарыусы Мөслим Магомаев исемен йөрөткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары республика психотерапия үҙәгендә реабилитация үтә ала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары республика психотерапия үҙәгендә реабилитация үтә ала. Физик һәм психик һаулыҡты нығытыу өсөн ҡаралған хеҙмәттәр Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай күрһәтелә. Психолог һәм психиатрҙар менән аралашыу, йөҙөү, массаж, сәләмәт туҡланыу, дарыуҙар менән дауаланыу һәм башҡа саралар күҙ уңында тотола.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы сәсеү кампанияһына 12 меңдән ашыу трактор йәлеп ителәсәк

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтырғы йылға ҡарағанда, баҫыуға сығасаҡ техникалар иҫәбе 180-гә күберәк. Федоровка районы ауыл хужалыҡтарында бөгөн яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар тейешле кимәлдә тупланған.
👍2
Башҡортостанда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә 1 миллион һум тапшырыла

Республика Башлығы тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәткә бер ай дауамында белгестәрҙе һайлап алыу тәртибен билдәләп түләү шарттары, финанслау сығанаҡтарын раҫларға ҡушыла. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы быйылдан федераль кимәлдә тормошҡа ашырыла башлай. Проектҡа ярашлы ауыл йәки бәләкәй ҡалаға эшкә килгән белгестәргә 1 миллион һум тапшырыла. Беҙҙең республикала бындай программа 2021 йылдан ғәмәлдә.
👍4
Башҡортостан көрәшселәре Рәсәй кубогында беренсе урын алды

Рязань ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса турнир уҙҙы. Унда 26 төбәктән 300-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Беҙҙең республика вәкилдәре 6 алтын, 10 көмөш һәм 8 бронза миҙалға эйә булды. Команда ярышында Татарстан һәм Мәскәү көрәшселәренән алға сыҡты. Еңеүселәр БРИКС илдәре Спорт уйындары һәм донъя кубогында сығыш яһай.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Барыһы ла ауыр хәлдә»

Кисә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә газ баллоны шартлаған. Янғында зыян күргәндәрҙе, әсәне һәм уның өс балаһын, ашығыс ярҙам машиналары менән Асҡар дауаханаһына килтергәндәр.

«Табиптар уларҙы реанимация бүлегенә һалған. Дауалау тактикаһы буйынса Республика тән бешеү үҙәге белгестәре менән кәңәшләшелгән. Дүрт кешенең, шул иҫәптән өс баланың һәм йөклө ҡатындың хәле ауыр, әммә тотороҡло тип баһалана. Бер өлкән пациенттың хәле хәле — уртаса ауырлыҡта», — тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ғаиләне Өфөгә тән бешеү үҙәгенә күсереү мәсьәләһе ҡарала.
😢4👍1
Республикала 1 апрелдән электричкалар йәйге теҙмәгә ярашлы йөрөй башлай

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, поездар күберәк туҡталыш яһай. Былтыр 4,4 миллион пассажир электричка менән файҙаланған. Быйыл йәй республикала яңы туристик поездар йөрөй башлай. Мәҫәлән, Инйәрҙән Айғырға “Ретро-тур”, Өфөнән Златоусҡа “Фототур” тигән йүнәлештәр асыла.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО майҙанында агросәнәғәт форумы асылды

Халыҡ-ара форумда ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған ҙур күргәҙмә ойошторолған. Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 360 предприятие тауарҙары тәҡдим ителә. Ауыл хужалығы белгестәрен, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәрен, эшҡыуарҙарҙы берләштергән экспозицияла махсус секциялар, башҡа төбәк вәкилдәре лә ҡушыла алһын өсөн онлайн-платформа эшләй. Быйыл Ҡытай һәм Белоруссия республикаһынан да ҡунаҡтар килгән. Сарала ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизация буйынса ил һағына баҫҡан 74 яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Яугирҙарҙың күбеһе икенсе-өсөнсөгә отпускыла булған. Ялда улар башлыса ғаиләләре эргәһендә булырға тырышҡан, яҡындары менән күрешеп аралашыу һәр кемгә көс-дәрт өҫтәгән.
1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында «Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда «Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Ойоштороусылар педагогик хеҙмәт ветераны, «Тормош һабаҡтары» программаһы һәм дәреслектәр, «Йәйләү» профилле сменаһы, «Башҡортостан ынйылары», «Урал батыр мәктәбе» проекттары авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның эшен дауам итеү, киләһе быуынға тапшырыу маҡсатын ҡуйҙы.
6👍3👎1
Башҡортостанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына һайлап алыу ойошторола

Этник спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыш сентябрҙә Астанала үтә. Унда 100 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Беҙҙең республикала турнирға һайлап алыу июндә Иглин районында “Мәргән уҡсы” төбәк-ара фестивале һәм августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә үтә.
1
Федераль именлек хеҙмәте граждандарға уяу булырға кәңәш итә

Айырыуса балалар араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. - "Крокус" комплексында теракттан һуң граждандарҙы террор ғәмәле ҡылырға өндәп шылтыратыуҙар, СМС-хәбәрҙәр артҡан. Аҡса түләргә вәғәҙәләйҙәр. Бындай кешеләр менән аралашырға ярамай. Шунда уҡ тәртип һаҡсыларына хәбәр итергә кәрәк, - тип иҫкәртәләр ведомствонан.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО майҙанында агросәнәғәт форумы асылды

Халыҡ-ара форумда ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған ҙур күргәҙмә ойошторолған. Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 360 предприятие үҙ тауарҙарын тәҡдим итә. Быйыл форумға Ҡытай, Нигерия, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия республикаһынан ҡунаҡтар килгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары башланды

Уларҙың тәүгеһе Нуриман районыныда үтте. Сарала урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар ҡатнашты. Функциональ звеноның көстәрен һәм сараларын ҡарауҙан тыш, шартлы янғын һүндерелде. Уҡыуҙар барышынан репортаж.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡушый ауылында янғында зыян күреүселәр санавиация линияһы буйынса реанимобилдә дауаханаға килгән

Бөгөн Өфө табиптары санавиация линияһы буйынса ике реанимобилдә Асҡар үҙәк районы дауаханаһына килгән. Улар Ҡушый ауылында янғында зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 кеше, шул иҫәптән күп балалы әсә, уның өс балаһы, шулай уҡ ҡатындың әхирәте, көслө тән йәрәхәттәре алған. Ҡазаға тарыусылар янғындан һуң дауаханаға оҙатыла. Дүрт кешенең, шул иҫәптән өс баланың һәм йөклө ҡатындың хәле тотроҡло ауыр тип баһалана. Бер өлкән пациенттың хәле - тотороҡло уртаса ауырлыҡта, - тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ҡазаланған ғаиләгә аҡсалата, әйберләтә ярҙам кәрәк. Аҡсалата ярҙамды ғаилә башлығы Юлдаш Исламғолов исеменә ебәрергә мөмкин. Һаҡлыҡ банкына бәйле телефон һандары: 8- 999 - 622-75-43 – Юлдаш Сәғит улы Исламғолов
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы 727 йортто төҙөкләндереү ҡаралған

Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға 5 миллиард ярым һум аҡса ҡаралған. Шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан 702 миллион һум бүленә. Төҙөкләндереү эштәренең күпселек өлөшө торлаҡ ҡыйығын, инженер селтәрҙәрҙе, лифттарҙы яңыртыуға ҡағыла.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Йәш һөнәрмән» фестивале уҙҙы

«Педагогик компетенциялар үҙәге» белем биреү кластеры базаһында «Йәш һөнәрмән» фестивале уҙҙы. Унда баш ҡаланың мәктәпкәсә йәштәге мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Чемпионатта кескәйҙәр төрлө компетенцияларҙа көс һынашты.
1
Яҡташыбыҙ ВСУ бронетехникаһын ҡулына төшөргән

Благовар районынан яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында сит илдә етештерелгән хәрби техниканы ҡулына төшөргән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Марат Йосопов үҙенең телеграм-каналында хәбәр иткән. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан хәрби менән осрашҡан.

«Яҡташыбыҙ немец үҙйөрөшлө машинаһын часҡа алып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Ул трофей урынын ҡалдырып киткәс тә, ВСУ ошо биләмәне утҡа тотҡан», — тип яҙған Марат Йосопов.
👍2
Депутаттар мәктәптә мобиль телефондарҙы тыйырға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа мәғарифкә бәйле законға үҙгәреш әҙерләнгән. Ҡанун проектына ярашлы, мәктәптә дәрес ваҡытында мобиль телефон менән ҡулланыу сикләнә. Тәнәфес ваҡытында йәки айырым осраҡтарҙа гаджет менән файҙаланырға була. Закон проекты иртәгә пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала.
👍3🤯31👎1
Башҡортостан боксерҙары округ чемпионы булды

Ярыш Саранскиҙа уҙҙы. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 19-40 йәшлек спортсылар ҡатнашты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика бокс оҫталары 4 алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы. Команда ярышында Башҡортостан вәкилдәре беренсе урын алды.
👍1