БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.11K photos
7.78K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсимә Кәримованың тыуыуына - 85 йыл

Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримованың тыуыуына 85 йыл. Тамашасы уны "Панорама", "Яңы йыл уттары", "Биш йыллыҡ аҙымдары", "Сәнғәт оҫталары", "Йыл миҙгелдәре", "Беҙҙең замандаш" тапшырыуҙарын, байрам тамашаларынан репортаждар алып барыусы булараҡ белә.
5👍1
😰Башҡортостандан гуманитар ылау дрон һөжүменә эләккән

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ташыған йөк машинаһын пилотһыҙ осҡос аппараты һөжүм иткән. Был хәл Донецк ҡалаһы янында булған. Һөҙөмтәлә автомобилдең кабинаһы емерелгән. Гуманитар ылауҙы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғүмәров оҙатып барған.

📣«Берҙәм көс менән фураны сығып алырбыҙ, тип уйлайым. Бер кем дә зыян күрмәне, имен-һаубыҙ. Машинаға бер аҙ ремонт эшләргә кәрәк буласаҡ. Уның менән Өфөгә ҡайтып етербеҙ тип ышанам», — тип хәбәр итә депутат.

Гуманитар ылауға ярҙамға Рәсәй хәрбиҙәре, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко барған. Ул ғинуарҙа махсус хәрби операцияға юлланғайны. Депутаттың һүҙҙәренсә, гуманитар ярҙам хәрбиҙәргә икенсе транспортта алып барып еткереләсәк.
😱3👍1
Был аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн өйҙә белем алыу ҡаралмаған

Уҡытыуҙа ҙур үҙгәрештәр булмай. Был турала Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Ҡайһы бер һайлау участкалары мәктәптәрҙә урынлашҡан. Ошо сәбәпле, был йома айырым кластар өсөн дәрестәр теҙмәһе үҙгәрәсәк. Илдә президент һайлана. Тауыш биреү 15, 16 һәм 17 мартта ойошторола. Башҡортостанда 2019 йылдан мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсерелде.
👌1
Республикала сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра

Федераль мәғариф һәм фәнде күҙәтеү хеҙмәте акция иғлан итте. Уның барышында Башҡортостанда киләһе аҙнала сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләренә тарих буйынса имтихан тапшырырға тәҡдим ителә. Быйыл был фәнде 2 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ һайлаған. “Бергәләп тапшырабыҙ” тигән акцияла власть вәкилдәре, артистар, блогерҙар һәм журналистар ҡатнаша ала. Бының өсөн алдан заявка ебәрергә кәрәк.
👌1
Республикала йорттарға газ үткәрелә

Илдә социаль газификация программаһы өсөн миллиард һум бүленде. Аҡса 57 төбәккә тәғәйенләнә, уның 60 миллион һумға яҡынын беҙҙең республика ала. Программала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләр ҡатнаша. Субсидия суммаһы кәмендә 100 мең һум була.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сергей Готье менән осрашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә академик Валерий Шумаков исемендәге трансплантология һәм яһалма органдар үҙәге етәксеһе Сергей Готье менән осрашты. Яҡтар Башҡортостанда медицинаның был мөһим йүнәлешен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа ебәрелгән гуманитар конвойға дошман дрондары һөжүм иткән

Шартлауҙан һуң, йөк машинаһы юлын дауам итә алмаған. Был турала махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ ирке менән хеҙмәт итергә юлланған Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Алексей ЛокОтченко хәбәр итте. Уның етәкселегендәге оператив төркөм ғәҙәттән тыш хәл урынына барған. Яугирҙар зыян күргән йөк машинаһын һәм уның эсендәге гуманитар ярҙамды эвакуацияларға ярҙам иткән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл-2024» конкурсының республика этабы дауам итә

Унда Дыуандан район этабында еңеүсе Мөлкәт ауылы ла ҡатнаша. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында боронғо йолаларға таянып уҙғарылған ярыштар хаҡында киләһе яҙмала.
👍3
Башҡортостан йылғаларында боҙ өҫтөнә ҡом һәм көл һибелә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын ваҡытында боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа ошондай эш даими алып барыла. Бысраҡ боҙ тиҙерәк ирей. Был тығындарҙы кәметергә ярҙам итә. Бөгөнгә 2 мең 300 квадрат метрҙа ошо эш башҡарылған. Быйыл ташҡындың ғәҙәттәгенән көслөрәк булыуы көтөлә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров милли гвардияһы ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте етәксеһе менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте етәксеһе - армия генералы Виктор Золотов менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлек һәм махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән Росгвардия подразделениеларына ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл яҙ Өфөнөң Урмансылар паркында күләмле төҙөкләндереү эштәре башлана

Ошо маҡсатта «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты сиктәрендә яҡынса 386 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Йәмәғәт биләмәһендә көтөлгән үҙгәрештәр хаҡында киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нигериянан Олалекан Самуэль Акинйеми Президент һайлауында ҡатнашырға иҫәп тота

8 йыл элек Рәсәйгә күсеп килгән егет онколог һөнәрен үҙләштереп, әле Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында стажировка үтә. Яңыраҡ Рәсәй гражданлығын алған һәм быйыл тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районы Батыр ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе

Улар район исеменән республика күләмендә сығыш яһаясаҡ. Конкурс сиктәрендә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍41
Республикала “Халыҡ берҙәмлеге” форум-концерты уҙҙы

Тамаша илдең төрлө төбәктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән ойошторолдо. Төп майҙансыҡ Волгоградта урынлашты. Ҡаланан сәйәси фирҡә рәйесе Дмитрий Медведев тамашасыларға мөрәжәғәт итте. Өфөлә үткән сара сәйәсмәндәр сығышы һәм танылған артистар йырҙары һәм бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Халыҡ программаһын ҡабул итте. Бында 2,5 миллиондан ашыу тәҡдим индерелгән. Башҡортостанда Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 23 федераль һәм 15 төбәк проекты эшләп килә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Кинйәбулат ауылында яугирҙар өсөн һарыҡ йөнөнән билбауҙар эшләй башлаған

Хәрбиҙәргә кейеҙ билбау. Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн һарыҡ йөнөнән билбауҙар эшләй башлаған.
3
Гөлсөм инәйҙән һалдаттарға йылы ойоҡбаштар

Бәләбәй районының Аҡбаҫар ауылынан хаҡлы ялдағы Гөлсөм Шафиҡова махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр бәйләй.

«Мин бар күңелемде һалып бәйләйем. Ә һалдаттар өсөн бигерәк тә. Өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тип кенә теләйем. Минән бер кем дә һораманы, мәжбүр итмәне. Беҙ булмаһаҡ, кем? Яугирҙәребеҙ уларҙы онотмауҙарын, яратыуҙарын һәм өйҙә көтөүҙәрен белһен», — ти Гөлсөм Шафиҡова.

Әйткәндәй, уның ике улы ла Чечняны үткән, өс ейәне армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ә дүртенсеһе быйыл яҙғы саҡырылышта ил алдындағы бурысын үтәргә юллана.
2👍1
Республикала шәриғәт ҡанундары буйынса лизинг хеҙмәте күрһәтелә

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Иджара” тигән башланғыс тормошҡа ашырыла. Төбәк лизинг компанияһы ҡуртымға техника бирә. Эшҡыуарҙар йөк машинаһы йәки еңел автомобилдәр менән ҡуллана ала. Ғәҙәти лизингтан айырмалы бөтә талаптарҙы төбәк компанияһы үҙ өҫтөнә ала, шулай уҡ ваҡытында түләй алмаған өсөн пеня һәм штраф булмай.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 120 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡарала

Быйыл Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә 120 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡарала. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, улар 15 марттан 17-нә тиклем тауыш биреү һөҙөмтәһендә конкурста ҡатнашҡан 216 объект араһынан һайлап алынасаҡ.
👍2
Өфөлә мутлашыусылар туғанының тауышына оҡшатып йәш белгестән аҡса урлаған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, полицияға 29 йәшлек инженер мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусылар компьютер программаһы аша бер туған апаһының тауышын ҡулланып аҡса күсерергә үтенгән. Егет банк иҫәбенә 24 мең һум ебәргән. Аҙаҡ асыҡланыуынса ҡатын-ҡыҙҙың шәхси сәхифәһе урланған булған. Полиция туғандар йәки дуҫтар интернет аша аҡса һораған ваҡытта башта шылтыратып белешергә кәңәш итә.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан депутаттары техноген сәбәптәр арҡаһында юлдарҙы ябыуҙы законлаштырмаҡсы

Бындай закон федераль кимәлдә эшләй, уны республикала ҡабул итеү талап ителә. Был турала Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ағзаларының күсмә ултырышында хәбәр ителде.