БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.79K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостандан биатлонсы Антон Бабиков футбол уйнай

Мәскәүҙә апрелдә үҙенсәлекле матч үтә. Унда саңғысылар, биатлонсылар һәм элекке футболсылар ҡатнаша. 5-кә 5 уйынында Андрей Аршавин, Владимир Быстров, Игорь Семшов, шулай уҡ Антон Бабиков, Александр Логинов, Дмитрий Коростелев сығыш яһарға теләк белдергән. Әле биатлонсылар Рәсәй чемпионатына әҙерләнә. Ярыш киләһе аҙнала Төмәндә башлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләр менән осрашыу үтте

Саҡмағош районының тыуған яҡты өйрәнеү музейында махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләр менән осрашыу үтте. Сара картиналар галереяһында йылы осрашыуҙан башланды. Әсәләрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Шакирова тәбрикләне. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов батыр яугирҙарҙың яҡындарына гөлләмәләр бүләк итте.
🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалай

Әле музыкант яңы альбом өҫтөндә эшләй.
Нисек һеҙгә?
👍51👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлегенең ыңғай динамикаһы күҙәтелә

Һуңғы биш йылда, ысынлап та, Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлегенең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Ошо ваҡыт эсендә төбәккә 2 триллион 300 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған «Инвестиция сәғәте»ндә билдәләнде. Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева республикала инвесторҙар менән эшләү буйынса уңышлы тәжрибә тупланыуына, милли рейтингта Башҡортостандың дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелеүенә айырым туҡталды. Эшлекле осрашыуҙа башҡорт-белорус индустриаль-инвестиция кластеры булдырыу мөмкинлектәре лә ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы уҙҙы

Башҡортостан «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» проекты рейтингында алдынғылар иҫәбендә. Был юлы форумға республиканан 3 меңдән ашыу идея ебәрелгән. Улар араһында иң яҡшы тип табылған ете идея авторы бөгөн «Торатау» конгресс холында уҙған «Яңы заман өсөн көслө идеялар» икенсе форумында тәбрикләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Президент һайлауҙарына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы

Республика һайлауға әҙер тип иҫәпләйбеҙ. Был турала Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Бөгөн «Башинформ» агентлығында Президент һайлауҙарына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә боҙҙо шартлатыу һәм ҡарайтыу эштәре башланды

Республика яҙғы ташҡынды етди әҙерлек менән ҡаршылай. Төбәктә боҙҙо шартлатыу һәм ҡарайтыу эштәре башланды. Башгидрометүҙәктең яҡынса фаразы буйынса, ташҡын күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ. Әҙерлек ваҡиғалар үҫешенең иң ҡатмарлы осорон иҫәпкә алып барыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бейеү - халыҡ күңеле» халыҡ-ара хореография сәнғәте фестивале үтте

Рух һәм талант тантанаһы. Өфөгә «Бейеү - халыҡ күңеле» халыҡ-ара хореография сәнғәте фестивале сиктәрендә Надежда Надеждина исемендәге Дәүләт академия хореография ансамбле килде. Ижади коллектив сәхнәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә сығыш яһаны. Төрлө халыҡ бейеүҙәре оркестр башҡарыуындағы тере музыкаға оҙатылып барҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Профосоюздар федерацияһында әҙәби-музыкаль кисә үтте

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек. Республика Профосоюздар федерацияһында уҡыусылар, хәйриә фондтары тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн әҙәби-музыкаль кисә үтте. Хәйриә сараһын Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторҙо. Кисә барышында Мостай Кәримдең көндәлектәре һәм башҡа әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны. Әҙәби кисә композитор Урал Иҙелбаев ижад иткән милли көйҙәр менән оҙатылып барҙы.
Башҡортостанда бал ҡорттарын химикаттар менән ағыулауҙан ҡурсалайҙар

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай законға үҙгәреш әҙерләй. Былтыр депутаттар бал ҡорттарын пестицидтарҙан яҡлауға бәйле ҡанун ҡабул иткәйне. Төҙәтмәгә ярашлы, хужалыҡтар баҫыуҙарҙы ағыулау буйынса иғланды 10 көн алдан бирергә тейеш. Ул киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр ителә. Закон проекты мартта пленар ултырышта ҡарала.
👍2
Башҡортостанда сәсеүгә 99 процент иген орлоғо әҙер

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, мөһим баҫыу культуралары буйынса артыҡ ҡытлыҡ юҡ. Хәҙер сит илдән орлоҡ күпләп индерелмәй, үҙебеҙҙең селекция компанияларына өҫтөнлөк бирелә. Мәҫәлән, ужым өсөн орлоҡ республикала етештерелә. Быйыл яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙа планлаштырылған. Шәкәр сөгөлдөрө, майлы һәм мал аҙығы культуралары майҙандарын арттырыу ҡарала.
Өфөнән ишле ғаилә юл һәләкәтенә тарыған

Свердловск өлкәһендә Екатеринбург — Төмән федераль трассаһының 78-се саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән. Ете кеше имгәнгән. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Тойота» менән «Хонг Ян» йөк машинаһы бәрелешкән.

«Тойота»ның водителе һәм алты пассажиры (уларҙың икәүһе — балалар) дауаханаға оҙатылған. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. Ул Чита өлкәһенән Мәскәүгә еләк алып китеп барған булған.

E1.RU мәғлүмәттәренә ярашлы, сит ил автомобилендәге ғаилә Төмәндән Өфөгә ҡайтып барған. Водитель — туғыҙ бала атаһы етди йәрәхәттәр алған, ул һаман дауаханала ята. Бынан тыш, уның ҡатыны һәм ике балаһы имгәнгән, башҡа пассажирҙарға ла медицина ярҙамы талап ителгән.
🤯1😱1
Өфөлә профессиональ бокс кисәһе үтә

Апрель аҙағында “Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы чемпиондары төнө” тигән турнир ойошторола. Унда Рәсәй, Румыния һәм Конгонан спортсылар ҡатнаша. Төп алышта Башҡортостандан Артур Собханғолов һәм Румыниянан Джеймс Череджи осраша. Улар Европа чемпионы исеме өсөн көрәшәсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфө эргәһендә радиоэлектрон технопаркының тәүге свайы ҡағылды

Бөгөн Өфө эргәһендә республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында радиоэлектрон технопаркының тәүге свайы ҡағылды. Рв-1 радиоэлектрон технопаркы юғары технологиялы һәм инновацион продукция етештереүҙең тулы циклын ойоштороу маҡсатында булдырыла. Бында пилотһыҙ осоусы аппараттар һәм сенсорҙар, платалар, датчиктар етештереләсәк.
👍2
Республикала 14 йәшлек ҡыҙ ауырға ҡалған

Башҡортостанда 14 йәшлек ҡыҙ ауырға ҡалған. Республика райондарының береһендә 8-се класс уҡыусыһы быйыл март айында 28 аҙналыҡ ауыры менән йөклөлөк буйынсаиҫәпкә баҫҡан. Яңыраҡ уға 15 йәш тулған.

«КП-Өфө»нөң үҙ сығанағы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр сентябрҙә уҡыусы 29 йәшлек ир менән енси мөнәсәбәткә ингән. Ир әлеге ваҡытта командировкала. Йөклө ҡыҙ тураһында урындағы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеккә хәбәр иткәндәр.
👍3😁1😱1
«Башҡорт» позывнойлы яугирға Жуков миҙалы

Яҡташыбыҙ, Йылайыр районы егете махсус операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Жуков миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса хәрби хеҙмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелә.

Егеттәргә еңеү менән, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙырын теләйбеҙ!
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына файҙаланыуға яңы машиналар тапшырҙы

Дауаханаларға бүләк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына файҙаланыуға яңы машиналар тапшырҙы. Һаулыҡ һаҡлау тармағы автопаркын яңыртыу сиктәрендә 163 автомобиль Башҡортостан район-ҡалаларына юлланды. Машиналар стоматология поликлиникалары, ашығыс ярҙам хеҙмәте, медицина колледждары һәм балалар шифаханаларына файҙаланыуға тапшырылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһендәге дин әһелдәрен ирекмәндәргә тигеҙләү тәҡдим ителә

Республика парламенты ошо туралағы закон проекты менән Дәүләт Думаһына сығырға ниәтләй. Документта билдәләнеүенсә, бәрелештәр барған ерҙә хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр, ирекмәндәр кеүек үк диндарҙар ҙа үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Һәм улар ҙа социаль яҡланған булырға тейеш. Закон ҡабул ителһә, дин әһелдәре ирекмәндәргә ҡаралған барлыҡ ташламалар, түләүҙәр менән файҙалана аласаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы Байназар ауылында «Урал аръяғы йәштәр йыйыны» үтте

Форумда курше-тирә райондарҙан делегаттар ҡатнашты. Йәштәр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, илһөйәрлек тәрбиәләү, экстремизмға юл ҡуймау, финанс грамоталылыҡ буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, Бөрйән оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты.Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Байназарҙағы йәштәр йыйыны «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Көс урыны» исемле фәнни - популяр фильм төшөрөлә

Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә халыҡтары цивилизациялары музейының тәүге этабы төҙөлә. Башҡортостанда музей төҙөү, күскенселәр тормошон сағылдырған «Көс урыны» исемле фәнни - популяр фильм төшөрөлә. Ул кинематография өлкәһендә Республика башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
👍1