БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.11K photos
7.78K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе ғаилә оло йәштә булыуына ҡарамай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй

Хәкимовтарҙан оҙон ғүмер сере. Өфөлә йәшәүсе Фәниә менән Наил Хәкимовтар оло йәштә булыуына ҡарамай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй. Улар спорт менән шөғөлләнә, халыҡ ижады күргәҙәмәләрендә ҡатнаша. Наил Хәйрулла улына мартта 90 йәш тулһа, уның тормош иптәше Фәниә Миңлебай ҡыҙы быйыл 85 йәшен ҡаршылай.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар хөрмәтенә иптәштәрсә осрашыу уҙҙы

Ысын егеттәр хоккей уйнай! Баймаҡ районы Түбә ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар хөрмәтенә «Ҡараташ» менән «Атайсал» командалары араһында иптәштәрсә осрашыу уҙҙы.
👍3
Радий Хәбиров Рамаҙан айында махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн доға ҡылырға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика мосолмандарын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотланы.

- Кисә ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башланды. Мин Башҡортостандың барлыҡ мосолмандарын ихлас ҡотлайым, беҙҙә улар бик күп. Ошо изге айҙа төрлө сикләүҙәр бар, әммә иң мөһиме - яҡты уйҙар һәм изге эштәр. Бар уйыбыҙ - ир-егеттәребеҙ хаҡында, хәҙер улар өсөн доға ҡылырбыҙ. Һәр ғаиләгә тыныслыҡ һәм именлек килһен, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
👍5
Өфөлә ике көндә 28 иҫерек водитель тотолған

9 һәм 10 мартта 54 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа өс кеше йәрәхәттәр алған. Автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарының күбеһе ҡайыш эләктермәү, йәйәүлеләргә юл бирмәү, балаларҙы йөрөтөү талаптарын үтәмәүгә бәйле.
😱3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Юлға йүгереп сыҡҡан ҡатынды бәрҙергән

Кисә Һамар - Өфө - Силәбе трассаһында «Вольво Трак» йөк автомобиленә идара иткән 54 йәшлек водитель йәйәүлене төкөгән. Видеояҙмала күренеүенсә, 35 йәшлек ҡатын үҙе юлға йүгереп сыҡҡан. Зыян күреүсе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Авария буйынса тикшереү бара.
😱3👍1🤯1
Рәсәйҙә 1 апрелдән социаль пенсия 7,5 процентҡа күтәрелә

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хаҡлы ялдағыларға йәшәү минимумы артыуына ҡарап йыл һайын индексация үткәрелә. Социаль пенсия хеҙмәт стажы тулмағандарға, шулай уҡ инвалидтар һәм ғаиләне ҡараған кешеһен юғалтҡандарға тәғәйенләнә. Бынан тыш, киләһе айҙан ветерандар һәм яраланған хәрбиҙәргә түләү 7,5 процентҡа арта. Бының өсөн бюджетта 37,5 миллиард һум һалынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа сираттағы 115-се гуманитарылау юлға сыҡты

Колонна 9 йөк машинаһынан тора, уларға 53 кубометр ағас материалдары, утын, һыу, медикаменттар һәм яугирҙарға посылкалар тейәлгән. Гуманитар ярҙам Рәсәйҙең яңы 4 субъектында урынлашҡан хәрби подразделениеларға тәғәйенләнгән. Йөк туплауҙа 8 муниципалитет, республика халҡы, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре әүҙем ҡатнашҡан. Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам даими рәүештә республика башлығының шәхси контролендә ойошторола.
👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауға 22 тонна бюллетень сығарылған

Уларҙың бер өлөшө башҡорт телендә. Илдең иң ҙур сәйәси сараһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яуаплы кампанияға бөтә республика әүҙем әҙерләнә. Ошо көндәрҙә бюллетендәр һайлау участкаларына таратыласаҡ.
👌2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔞 Еңел машина ғаилә парын төкөгән

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында еңел машина юғары тиҙлектә ирле-ҡатынлылар — 51 йәшлек Владимирҙы һәм 46 йәшлек Еленаны бәрҙергән. Уларҙы ашығыс ярҙам машинаһы алып киткән: икеһенең дә баш һөйәге йәрәхәтләнгән, ирҙең аяғы һынған, ҡатындың яурыны имгәнгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель иҫерек булған.
😱3
Башҡортостанда ялға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорған

Бәләбәй ЗАГС-ы бүлегендә «Бурый» позывнойлы махсус хәрби операция яугире һәм уның һөйгән ҡыҙы өйләнешкән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙә яҙған.
Яҡташыбыҙ – взвод командиры, кадр офицеры, Ҡазан хәрби танк училищеһын тамамлаған, ә ҡатыны сығышы менән Аксаков ауылынан.

«Тыйнаҡ, ябай егеттәр, тап шундай кешеләр илебеҙҙең яҙмышын билдәләй. Улар – ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Йәштәр үҙ тормошондағы ҡыуаныслы ваҡиғаны туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Тиҙҙән ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск тамамлана һәм яҡташыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Мөхәббәтегеҙҙе, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы булһын!» - тип яҙған район етәксеһе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Ростех» дәүләт корпорацияһы етәксеһе Сергей Чемезов менән осрашты

Көн тәртибендә - яҡтар араһында эшмәкәрлекте нығытыу һәм «Ростех» төркөмөнә ингән сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү. Фекер алышыу барышында республика предприятиеларының бер нисә перспективалы проекты тикшерелде. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡта станоктар эшләү кластерын үҫтереү планлаштырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә һайлауҙы лайыҡлы кимәлдә үткәрергә тигән бурыс ҡуйҙы

15 марттан 17-һенә тиклем Рәсәйҙә ил президентын һайлау үтәсәк. Тауыш биреүҙең ике төп формаһы ҡулланыла - махсус билдәләнгән һайлау участкаларында һәм өйҙә тауыш биреү мөмкин. Дистанцион электрон һәм ваҡытынан алда тауыш биреү Башҡортостанда ҡулланылмай. Республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мөһим сәйәси ваҡиғаны лайыҡлы кимәлдә үткәрергә тигән бурыс ҡуйҙы. Шулай уҡ онлайн форматта үткән кәңәшмәлә республикала башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамблен булдырыу, төбәк мәктәптәрендә туҡланыу системаһын камиллаштырыу, йәмәғәт транспортын яңыртыу кеүек һорауҙар ҡаралды.
👍1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Арт-ҡоролтай» халыҡ-ара форумы үтте

Башҡортостан «Мәҙәниәт» милли проекты лидерҙары исемлегендә. Был турала бөгөн Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Оьга Любимова «Арт-ҡоролтай» халыҡ-ара форумында белдерҙе. Республикала күләмле саралар ойошторола, мәҙәни үҙәктәр төҙөлә, ә «Пушкин картаһы»н файҙаланыусылар һаны буйынса республика илдә өсөнсө урында килә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
15 марттан 17-нә тиклем Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үтә

Бөтә ғаилә менән һайлауға! 15 марттан 17-нә тиклем Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үтә. Ата-әсәләр балалары менән бергә һайлау участкаларына килеп, магазиндарға ташлама, ҡиммәтле приздар ота ала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҙған ял көндәрендә 235 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған

Уҙған оҙайлы ял көндәрендә республика юлдарында 235 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Өҫтәүенә, 8 март - байрам көнөндә автомобилгә эскән килеш ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән осраҡтар ҙа теркәлгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәкшәмбе кис ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты

Изге ғәмәлдәр айы. Йәкшәмбе кис ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты. Быйыл ул 10 апрелгә тиклем дауам итә. Ай дауамында барлыҡ мосолмандар көндөҙ ашау-эсеүҙән тыйылып торорға тейеш. Әммә Рамаҙан айының мәғәнәһе бының менән генә сикләнмәй. Күңелдәрҙе сафландырған айҙа мөьминдәр изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға күберәк ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы, ти диндарҙар.
👍1
Башҡортостанда ир-егеттәргә алимент түләнә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Ғаилә кодексына үҙгәреш әҙерләне. Баланы яңғыҙы ҡараған атай суд аша әсә кешенән алимент түләтә ала. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ғына шундай хоҡуҡҡа эйә. Ғаилә кодексына төҙәтмә баланы тәрбиәләгән атай һәм әсәйҙең алимент юллау өсөн мөмкинлектәрен тигеҙләй.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика аграрийҙары көнсығыш илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Көнбағыш көнсығышҡа табан борола. Донъяуи баҙар шарттары үҙгәреү сәбәпле республика аграрийҙары ла көнсығыш илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығыта. Шулай уҡ культуралар төрлөлөгө лә ҡайтанан ҡарала. Сөнки Ҡытай башлыса майлы, аҡһымға бай үҫемлектәргә, атап әйткәндә соя, борсаҡ, етенгә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә күп кенә хужалыҡтар иген майҙандарын кәметергә мәжбүр.
👍1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнө Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән бәйләүсе автоуҙыш старт алды

Рус география йәмғиәте: үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Ошо исем аҫтында Өфөнө Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән бәйләүсе автоуҙыш старт алды. Уның ҡатнашыусылары буш ҡул менән бармай. Автомобилдәргә яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар йөк тә тейәлгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Һуған традициялары» халыҡ байрамы үтте

Иглин районында «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсы сиктәрендә «Һуған традициялары» халыҡ байрамы үтте. Ғаилә йылында ойошторолған айыҡ сара хаҡында киләһе яҙмала.
👍21