БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.25K photos
8.74K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Виктор Козлов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

«Салауат Юлаев» клубы баш тренеры Виктор Козлов Башҡортостандың иң абруйлы наградаларының береһе менән бүләкләнде. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сарала Салауат Юлаев орденын Радий Хәбиров тапшырҙы. Виктор Козлов 2010/11 йылдар миҙгелендә Өфө командаһының капитаны була, ул саҡта юлаевсылар Гагарин кубогын яулай. 2022 йылда Виктор Николаевич «Салауат Юлаев»тың баш тренеры итеп тәғәйенләнә. Уҙған миҙгелдә уның тәрбиәләнеүселәре Гагарин Кубогының ярымфиналына сыҡты.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенән һаҡлау системаһы көсәйтелә

Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мотлаҡ сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Аҙна башында уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйғайны. Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ойошторған әңгәмәлә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Абсатаровтар быйыл «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы

Өфө районында йәшәүсе Абсатаровтар быйыл «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығырылышын иҫ киткес ғаиләгә бағышланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды. Башҡортостан башлығына килгән һорауҙарҙың бер өлөшө мәғариф системаһына ҡағыла. Былтыр Тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгәйне, эфир барышында Радий Фәрит улы 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Әммә бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, уларҙың һәр береһен эшкә аласаҡбыҙ, тигәйне республика етәксеһе. Мәғариф өлкәһендә хәл ителгән проблемалар тураһында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә төрлө милләт вәкилдәре бергә бейене

Башҡортостандың йәш депутаттары советы уҙғарған сара Дуҫлыҡ Монументы алдындағы майҙанда үтте. Ҡунаҡтар һәм республика халҡы өсөн милли музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны, бейеүселәр донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарҙы. Билдәле артистар патриотик йырҙар йырланы. Сара сиктәрендә викторина ойошторолдо һәм бер батман бал уйнатылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Иглин районында байрам саралары үтте

Урындағы халыҡ Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт ойошторолдо. Күп милләтле Иглин районы ансамлдәре тәҡдим иткән мәҙәни программаны тамашасылар йылы ҡабул итте. Урындағы мәҙәниәт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрмикәһе ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районында модулле турбазалар төҙөлә

Әлеге ваҡытта төбәктә заманса глэмпингтарҙы үҙ эсенә алған ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был эшмәкәрлек «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса, субсидия иҫәбенә алып барыла. Балтастың ике эшҡыуары 17 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Киләһе репортаж туризмды үҫтереү буйынса эшмкәрлек барышы тураһында.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Донецк һәм Белгород йүнәлешендә ил адындағы бурысын үтәй. Башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән батальон өс йыл элек хәрби хәрәкәттәр һәм көс структуралары ветерандары башланғысы менән Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре составында ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районынан Әлфиә Солтанова МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй

Оҫта ҡуллы һәм изге күңелле. Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Әлфиә Солтанова балалары һәм ауылдаштары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ҙур күләмдә сәк-сәк, туҡмас, ҡорот, сәйҙәр оҙата. Буш ваҡытында Әлфиә Солтанова туҡыманан юрған, бетеүҙәр тегә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пилоттар ҡанат һелтәп түгел, сәхнәлә илһамланып оса

Ноябрь - «Первушин» кесе авиация аэродром комплексы осоусылары өсөн ял ваҡыты. Ҡыш етеп ҡар ятҡансы самолеттарҙа күккә күтәрелеүҙәр туҡтатылып тора. Тик бындай ваҡытта ла комплекс хеҙмәткәрҙәре файҙалы итеп үткәрә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың асыҡ телевизион конкурсы финалы үтте

Республиканың иң һәләтле 12 йәш йондоҙсоғо Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәгә сыҡты. Йәш пианистар, скрипкасылар, баянсылар һәм ҡурайсылар оҫталыҡта ярышып, тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Радий Хәбировты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Бөгөн илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Рәсәй пррезиденты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа байрам уңайынан ҡотлау юлланы.
"Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! "Рәсәй һәр ваҡыт гражданлыҡ теләктәшлеге традициялары, Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көслө булды. Һәм бөгөн дә халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау - беҙҙең ҡаҡшамаҫ йүнәлешебеҙ, илдең ышаныслы үҫешенә, уның именлеген нығытыуға, күләмле дөйөм милли мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә ышаныслы нигеҙ".
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән республика халҡын ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күп милләтле республикабыҙ халҡын илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе - Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Ағиҙел ярында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыл тулыуы айҡанлы төҙөлгән һәйкәл республикала берҙәмлектең, татыулыҡтың бер сағылышы булып тора.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ сәнәғәт комплексына ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһы менән террористик һөжүм ителде

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. "Оборона министрлығы һәм предпритиеның хәүефһеҙлек идаралығы көстәре ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһын да бәреп төшөрҙө. Уның ҡалдыҡтары цех эргәһендәге майҙанға төштө. Вафат булыусылар һәм зыян күреүселәр булманы. Предпритие штатлы режимда эшләй" тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рафаил Диваев менән осрашты һәм уны дәүләт наградаһы менән бүләкләне

Радий Хәбиров республика буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев менән осрашты. Башҡортостандың элекке Эске эштәр министры ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Төбәк етәксеһе Рафаил Үзбәк улына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Рафаил
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүездә ат спорты һәм футбол үҫешенә республика етәкселеге ярҙам күрһәтә

Ат спорты һәм футбол менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам. Мәләүез ҡалаһының "Толпар" ат-спорт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм "Мәләүез" балалар футбол клубы тренер-уҡытыусыһы төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа тура эфирға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Мәсьәләнең хәл ителеше тураһында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде

Бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде. Пилотһыҙ осоу аппараттары Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Мобилизацияланғандар һәм контрактсылар уларҙы хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн файҙаланасаҡ. Дрондарҙы "Башҡортостан" полкы һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәре лә алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙары Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәси эш пунктында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара уҙҙы. Был байрам фронт шарттарында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне яугирҙарҙы сәләмләп, "Борус" ҡушматлы полк командиры урынбаҫары. Ул айырым офицерҙарға сираттан тыш хәрби дәрәжәләрен күтәреү тураһында бойороҡто еткерҙе һәм йондоҙло пагондарҙы тапшырҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо. Унда райондың һәм күрше Туймазы ҡалаһы һәм районының үҙешмәкәр сәнғәт оҫтапары сығыш яһаны. Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары һәм ялға ҡайтҡан яугир ҙа саҡырылғайны.