БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.25K photos
8.74K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүселәр ауылға нигеҙ һалыусыға һәйкәл асырға ниәтләй

Скульптура урындағы эшҡыуар башланғысында тормошҡа ашырылған. Әлеге ваҡытта һәйкәл урынлаштыраласаҡ майҙан тәртипкә килтерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" интерактив проекты эшләй башланы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" тип исемләнгән интерактив проект эшләй башланы. "Стартум" мәғарифты үҫтереү үҙәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған сара үҫеп килеүсе быуынға йүнәлтелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли музейында "Төркиҙәрҙең серле иле" күргәҙмәһе асылды

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан милли музейында "Төркиҙәрҙең серле иле" күргәҙмәһе асылды. Үҙенсәлекле проектта музейҙың 1920 йылда Төркөстанға экспедиция һөҙөмтәһендә формалашҡан "көнсығыш" коллекцияһы тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә Урта Азиянан килтерелгән 100-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
“Салауат Юлаев” һөжүмсеһе Шелдон Ремпал Өфөгә әйләнеп ҡайтты

Канада хоккейсыһы Шелдон Ремпал Өфөгә килде. Аэропортта төнгө рейсты йөҙҙәрсә көйәрмән, шулай уҡ һөжүмсенең яҡын дуҫы Девин Броссо ҡаршы алды. Көйәрмәндәр яратҡан кумирынан автограф алды һәм фотоға төштө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шелдон Ремпал күптән түгел Өфө клубы менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөнө.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды

Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды.
Конкурста республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән һәм ҡала округтарынан 3 мең ғаилә ҡатнашҡан. Шишмә районында 3 көн дауам иткән сарала финалға сыҡҡан 69 ғаилә көс һынашты.