Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте
Айджиның яҡты иҫтәлегенә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Айджиның яҡты иҫтәлегенә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында аяҡҡа баҫтырыусы клиника эшләй
Аяҡтан яҙғандарҙы атлата, билдән ҡалғандарҙы турайта. Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан Шәмсетдинов клиникаһы әлеге ваҡытта киң таралған заман сирҙәре менән көрәшә, умыртҡа һөйәген, быуындарҙы дауалай. Йыл һайын был учреждение аша 600-лап кеше үтә. Операцияһыҙ ғына дауалау алымдары тураһында репортаж.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды
Юбилей концерты-«Өфө-арена»ла. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды. Берҙәм ижади коллективтың байрамын Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар, биш меңдән ашыу тамашасы уртаҡлашты. Радионың үҫеш юлы һәм сағыу шоу-программа тураһында киләһе материалда.

👍3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында мәсет асылды
Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында көтөп алынған мәсет асылды. Биләмәлә изге йорт бинаһы төҙөлөшө өс йыл дауам иткән. Мәсет асыу тантанаһына диндарҙар, ауылдаштар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡунаҡтар йыйылды. Яҡты, иркен мәсет битараф булмаған кешеләр һәм бағыусылар көсө менән сафҡа индерелгән. Иман йорто «Уйылдан» тигән исем йөрөтәсәк.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә
Бөгөн Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә. Ярыш алдынан «Арт-квадрат» майҙансығында медиа үлсәү тантанаһы ойошторолдо. Мауыҡтырғыс сара төбәктә спорттың был төрөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Рингта донъяның биш иле вәкиле ҡатнаша, Башҡортостан данын 4 спортсы яҡлай.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәш тәрбиәселәргә Башҡортостан башлығы гранттары тапшырылды
Һөнәри байрам алдынан лайыҡлы бүләк. Радий Хәбиров мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләүсе йәш педагогтарға Башҡортостан башлығы гранттары тапшырҙы. Быйыл 500 мең һумлыҡ сертификатты илле тәрбиәсе алды.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда туристар өсөн билдәле йүнәлештә яңы тимер юлы туҡталҡаһы асылды
Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Быға тиклем Белорет районындағы Шәреташ ҡаяларына барып етеү өсөн пассажирҙарға дүрт саҡрым юл үтергә тура килә. Тимер юлы маршрутында асылған яңы туҡталҡа электричка пассажирҙарын Шәреташҡа тиклем алып барып еткерәсәк.
Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Быға тиклем Белорет районындағы Шәреташ ҡаяларына барып етеү өсөн пассажирҙарға дүрт саҡрым юл үтергә тура килә. Тимер юлы маршрутында асылған яңы туҡталҡа электричка пассажирҙарын Шәреташҡа тиклем алып барып еткерәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йыл һайын 3 миллион турист йәлеп итергә йыйына
Йыл һайын 3 миллионға яҡын туристы йәлеп итеү-төп маҡсат. Һуңғы арала Башҡортостанда эске туризмға айырыуса иғтибар бирелә. Яңы туристик урындар барлыҡҡа килә, инфраструктура үҫешә. Уларҙың береһе-тәбиғәт һәйкәле һаналған Зәңгәркүл эргәһендә асылған комплекс.

👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Пруфы» баҫмаһы редакцияһына ялған мәғлүмәт өсөн ҙур күләмдә штраф һалынды
Өфөнөң Совет районы суды «Ирекле медиа» коммерция булмаған автономиялы ойошмаһына ҡарата административ материалды ҡараған. Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуарҙа редакцияның телеграм-каналында пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенең биләмәһенә ҡолауы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма баҫылған.

Республика район-ҡалаларында бөгөн Аксаков көндәре башланды
35-се тапҡыр уҙғарылған күләмле мәҙәни сара бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 234 йыл тулыуға арналған. Ул ғәҙәттәгесә Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында уҙа. Баш ҡалала үткән байрам сараларынан тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районында Аксаков көндәре үтте
Күренекле яҙыусы Сергей Аксаковтың тормош юлына һәм ижадына арналған фестивалдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе һәм ҡунаҡтар шәхес һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, Аксаков йорт музейы алдына ағас ултыртты. Бәләбәй районына эш сәфәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты, яңы сүп-сар эшкәртеү комплексын ҡараны.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь проспектында сирендәр аллеяһына нигеҙ һалынды
Сара бөгөн республика район-ҡалаларында старт алған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә үтте. Ағас ултыртыуҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты.
Сара бөгөн республика район-ҡалаларында старт алған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә үтте. Ағас ултыртыуҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында йәшәүселәр ҙә «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды
Аяҙ һәм ҡояшлы шәмбе иртәһе экологик өмә өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Тиҙҙән төбәк үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уға әҙерлек сиктәрендә Аҡъяр ауылының төньяҡ-көнсығыш паркын төҙөкләндереү тулы ҡеүәттә бара. Яҡын арала бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыласаҡ.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районында мәктәп автобусы юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған
Авария Ҡаҙанғол-Соколовка юлында теркәлә. Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусыларын ташыған 59 йәшлек «ПАЗ» автобусы водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә төшөп түңкәрелә. Был мәлдә салонда 9-сы класта уҡыған өс үҫмер була. Уларҙың береһе тән йәрәхәте ала. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

95 йыллыҡ тарих һәм киләсәккә ҡараш: Черкассы ауыл биләмәһе юбилейын билдәләне
«Ауыл биләмәһе көнө». Өфө районы Черкассы ауылы паркында бер юлы бер нисә мөһим дата-ауыл биләмәһенең һәм Өфө районының 95, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған байрам сараһы ойошторолдо. Йолаларҙы һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы сара хаҡында киләһе яҙмала.

❤26👍18
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ тәрбиәселәре балаларҙы ҙур уңыштарға алып бара
Бөгөн-тәрбиәселәр һәнәри байрамын билдәләй. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 180-гә яҡын тәрбиәсе эшләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала
Бөгөн-тәрбиәселәр һәнәри байрамын билдәләй. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 180-гә яҡын тәрбиәсе эшләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 87-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә
Ошо уңайҙан коллектив киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен ҙур матбуғат конференцияһына йыйҙы. Һүҙ көтөлгән концерт программалары, фестивалдәр, юбилей тамашалары тураһында барҙы. 1 октябрҙә рәсми асыласаҡ ижад миҙгеленә Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры старт бирә. Республиканың алдынғы мәҙәни коллективы быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләй.

Өфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале үтте
Рәсәйҙә физик культура һәм спорт өлкәһендә тәүге социаль йоғонто проекты сиктәрендә уҙғарылған сара инвалидтарға әүҙем тормош алып барыуға йүнәлтелгән. Уны ойоштороуҙа «Инклюзив атлетика» программаһының «Һин уйында» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рәсәйҙә физик культура һәм спорт өлкәһендә тәүге социаль йоғонто проекты сиктәрендә уҙғарылған сара инвалидтарға әүҙем тормош алып барыуға йүнәлтелгән. Уны ойоштороуҙа «Инклюзив атлетика» программаһының «Һин уйында» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балалар араһында киҫкен респиратор сирҙәр арта
Һуңғы аҙнала Башҡортостанда 30 меңдән ашыу киҫкен респиратор инфекция һәм грипп менән ауырыу осрағы теркәлгән. Сирләүселәрҙең яртыһы тиерлек 14 йәшкә тиклемге балалар. Киҫкен респиратор инфекция һәм грипп таралған осорҙа табиптар йәмәғәт урындарында медицина битлеге кейеп йөрөргә, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға һәм иммунитетты нығытырға кәңәш итә. Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

«Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң, «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙар ике аҙна ялын яҡындары менән уҙғарған. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашҡан. ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһында яугирҙың ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты. ил именлеге өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы тәғәйен урынға алып барыу өсөн Башҡортостан етәкселеге уңайлы автобустар бүлгән.