БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.22K photos
8.38K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Меңйетәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты буйынса сафҡа ингән объект заманса ҡорамалдаар менән йыһазландырылған. Бынан ары, урындағы халыҡҡа медицина тикшереүе үтеү өсөн район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй. Учреждениела прививка эшләтергә, анализ тапшырырға, диспансер тикшереү үтергә мөмкин.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен психоневрология интернаты Ололар көнөн ҡаршы алырға әҙерләнә

Учреждениела менталь боҙолоуҙары булған оло йәштәге 120 кеше йәшәй. Күптәренең туғандары юҡ, улар өсөн иң яҡын кешеләр-интернат хеҙмәткәрҙәре. Бергәләп улар байрам концертына әҙерләнә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йәш ғалимдар башҡорт тирмәһенең һанлы моделен етештерә

Өфө дәүләт нефть техник университеты белгестәре заманса айти-продуктты археология һәм этнография мухейы өсөн әҙерләй. Һанлы тирмә моделе уның төп нөсхәһенә ҡарап эшләнә. Көнкүреш әйберҙәр, тирмәнең эстәлеге тулыһынса башҡорттарҙың йәшәү шарттарын сағылдыра. Өс Д моделле проект лазерлы сканер фотоһүрәттәренә таянып эшләнә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 79 йәшлек Миңлеғол Мәсәғүтова яңы айти-һөнәр үҙләштерә

Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел! Өфөнән 79 йәшлек Миңлеғол Мәсәғүтова яңы айти-һөнәр үҙләштерә. Хаҡлы ялдағы ханым «21- се мәктәп»тә ойошторолған төркөмдөң иң өлкән уҡыусыһы. Ул һанлы технологиялар һәм программаларҙы бушлай өйрәнә. Миңлеғол Фәрүәз ҡыҙы пенсияға тиклем компьютер менән эш иткән.
👍1
Башҡортостанда ужым игенен урыу тамамланды

Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәләВице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Бөгөнгә игендөйөм майҙандарҙың 89 процентында урылған. Уңыш - 3 миллион 400 мең тонна. Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының57процентына эш теүәлләнгән. 300 меңтоннанан ашыу уңыш алынған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта мосолман зыяратын кәртәләү тамамланды

Изге эштә район һәм ҡала хакимиәте, хеҙмәт коллективтары, барса халыҡ ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Ҡатыҡ байрамы үтте

Байрам уңайынан район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Милли ихата» һәм «Милли аш-һыу» темаларына бағышланған күргәҙмәләр ойошторолдо. Бында урындағы халыҡ һөт ризыҡтары, тәм-томдар тәҡдим итте. Күргәҙмә алдында һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны, театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Көн дауамында оҫталыҡ дәрестәрендә хужабикәләр ҡатыҡ, эремсек, сыр бешереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
👍1🔥1👏1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында автоспорт һөйөүселәрен берләштергән сара үтте

Автоспорттың йәйге миҙгеле тамам. Уға Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендә техник спорт төрҙәрен берләштергән Джимхана фестивале менән йомғаҡ яһалды. Сараға килгән тамашасылар күрһәтмә уҙыштар шаһиты булды, көслө моторҙар геүләүен ишетте, ретро автомобилдәр менән таныша алды. Юғары тиҙлек яратыусы төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән спорт сараһы хаҡында репортаж.
2👍1🔥1🤩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы төндә Башҡортостанда 4-9 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе көтөлә

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртәнгә ҡарай томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрғаса сикләнә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы электр һәм газ ҡорамалдарын, шулай уҡ мейесте файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дистанцияны һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров 2025 йыл аҙағына тиклем Пугачев урамын файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2025 йыл аҙағына тиклем Пугачев урамын файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы. Һүҙ «Дуҫлыҡ Монументынан Геофизиктар урамына тиклем участка тураһында бара».
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башланды

Башҡортостанда 2 меңдән ашыу социаль учреждение һәм 7 меңгә яҡын күп ҡатлы йортҡа йылы бирелгән. Йәмғеһе 50 районда йылытыу миҙгеле башланған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, энергия ресурстары менән тәьмин итеүҙе һауа торошона ҡарап һәр муниципалитет үҙе хәл итергә тейеш. Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим, тине төбәк етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Торатау» геопаркының Юнеско глобаль селтәренә инеүе-илдең тышҡы сәйәсәтен яҡшыртыуға тос өлөш индерә

Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы абруйлы статус алыуға ҙур көс һалған фән эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Торатау геопаркын Юнеско исемлегенә индереү тураһындағы ҡарар 6 сентябрҙә Чили республикаһында үткән 11-се халыҡ-ара конференцияла ҡабул ителде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 620 лифт алмаштырыласаҡ

Уларҙың барыһының да файҙаланыу ваҡыты тамамланған. Заманса яңы лифттар хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла. Өфөнөң Адмирал Макаров урамында программаға ингән күп фатирлы йорттарҙағы эш барышы хаҡында киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбенә-100 йыл

Тарихи дата айҡанлы белем усағында мәктәп коллективы, мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында күләмле байрам сараһы үтте.
Тантана яу ҡаһармандары һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Ә мәктәп алдында ҡунаҡтарҙы 100 йыллыҡ юбилей менән 100 ҡурайсы тәбрикләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү һорауҙарына арналған семинар үтте

Белгестәр әйтеүенсә, гранттар фондына төрлө йүнәлештәге ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл тәү сиратта ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яҡлауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә йүнәлтелгән проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 87-се ижад миҙгелен асты

Башҡортостан дәүләт концерт залында үткән тамашала легендар балетмейстр ҡуйған композициялар менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре башҡарылды. Ижад миҙгеленең тәүге премьераһы сәхнәләштерелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» – 25 йыл тыңлаусылар менән бергә

Башҡортостандың төп милли радиостанцияһы – «Юлдаш»ҡа 25 йыл! Сирек быуат дауамында ул тыңлаусыларҙы йыр-моң, хәбәрҙәр һәм тура эфир менән ҡыуандырҙы. Бөгөн «Юлдаш» – һәр өйҙәге яҡын дуҫ, рухи юлдаш.
👍32
Республикала туристик объекттар арта

4 инвестиция проектына ҡуртымға ер участкаһы бирелә. Белорет районы Асы ауылында ял базаһы төҙөү ҡарала. Инвестор был проектҡа 620 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Әбйәлил районында “Эко ауыл-2” тигән ял үҙәге төҙөлә. Дыуан районында глэмпинг-парк асыла. Уның майҙаны 3 гектарға яҡын. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Өфө районында юл яны комплексы һалына. “Туристик инфраструктураны киңәйтеү сәйәхәтселәр һанын арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ республика иҡтисады үҫешенә йоғонто яһай”, - ти эксперттар.
Һуғыш балалары тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде

Уға ярашлы, айырым категория граждандарға күп функциялы үҙәктәрҙә дәүләт хеҙмәттәре сиратһыҙ күрһәтелә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бындай норма өлкән йәштәгеләр һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға бюрократик кәртәләрҙе кәметеү мөмкинлеген бирә. Башҡортостанда әле һуғыш балаһы статусында булған 113 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был исемлеккә 1927 йылдың 22 июненән 45-се йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.
1
"Ағиҙел" Свердловск өлкәһе хоккейсыларын 13-2 иҫәбе менән еңде

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә. Бөгөн был командалар араһында тағы бер уйын ҡаралған. Лигала 7 команда сығыш яһай. "Ағиҙел" үткән миҙгелдә чемпион булды.