БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы. Республика төбәктәрендә ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуа, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етә. Владимир Севастьянов иртәле-кисле томан һәм ямғыр ваҡытында киҫкен манёврҙарға бармаҫҡа, тиҙлек режимы һәм дистанция һаҡларға, боролоштар һәм йәйәүлеләр үткәүелдәре алдынан тиҙлекте алдан кәметергә кәңәш итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар һауа торошоноң тиҙҙән яҡшырыуы тураһында хәбәр итә

Ел-ямғырҙы эҫе көндәр алыштырасаҡ. Аҙна аҙағына термометр бағаналарының ике-дүрт градусҡа юғары күтәрелеүе көтөлә. Иртәгә көндөҙ 23 градус йылы булһа, артабанғы көндәрҙә 26 градус күрһәтә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, йәкшәмбегә һауа 30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ғәҙел Рәсәй» минималь эш хаҡын һәм пенсияны 50 меңгә еткереү яҡлы

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Ғәҙел Рәсәй-патриоттар-Хәҡиҡәт өсөн» сәйәси партияһының матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыуҙа көнүҙәк тема булараҡ эш хаҡы һәм пенсиялар, шул иҫәптән хеҙмәткә түләүҙең минималь хаҡына бәйле мәсьәләләр сығарылды. Депутаттар билдәләүенсә, даими рәүештә индексация уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, граждандарҙың сығымдары килемгә ҡарағанда тиҙерәк үҫә, ә эш хаҡы үҫеше инфляцияны ҡыуып етә алмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 сентябрҙән Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән социаль селтәрҙә реклама ҡуйыу тыйыла

Яңы талаптарҙы үтәмәгән осраҡта, физик шәхестәргә 2500 һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә ярты миллион һумғаса штраф һалыныуы мөмкин. Санкциялар тағы ла ҡатыраҡ булыуы-аккаунтты бөтөнләй ябыуҙары ла ихтимал. Компаниялар һәм блогерҙар социаль селтәрҙәрҙе продукцияны танытыу маҡсатында файҙалана, шул уҡ ваҡытта ул-килем сығанағы ла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районының «Ашҡаҙар» агрокомплексы штат һанын ике тапҡырға арттырырға йыйына

900 миллиард һумлыҡ 2 меңдән ашыу инвестиция проекты. Республикала өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш проекттары иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Мәләүез районындағы «Ашҡаҙар» предприятиеһы, мәҫәлән, республиканың көньяҡ биләмәһендәге иң ҙур агрокомплекстарҙың береһе. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡ йөҙҙән ашыу кешене эш урындары менән тәьмин иткән.
Ейәнсура районы Малиновка ауылында мәҙәниәт йорто капиталь төҙөкләндерелде

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов хәбәр итеүенсә, клубты ремонтлау өсөн аҡса урындағы бюджеттан бүленгән. Бында тәҙрәләр, иҙән, ҡыйыҡ алмаштырылған, яҡтыртыу системаһы яңыртылған.
Башҡортостанда иң яҡшы комбайнерҙар билдәләнә

Ауыл хужалығы министрлығы конкурс иғлан итте. Унда уңыш йыйыу һөҙөмтәләре иҫәпкә алына. Еңеүселәр 3 номинацияла асыҡлана. Ғаризаларҙы 21 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. Конкурс һөҙөмтәләре 10 ноябрҙә иғлан ителә.
Башҡортостанда мутлашыусыларҙан алданыусылар бар

Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип танытҡан. Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа мутлашыусылар үтеп инеүе тураһында белдергәндәр. 300 мең һум аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Стәрлетамаҡтан 34 йәшлек ҡатынды ошондай уҡ юл менән 450 мең һумға алдағандар. Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатындан түләнмәгән пенсияһын түләргә вәғәҙәләп СМС кодты әйттергәндәр, уның 750 мең һумы юҡҡа сыҡҡан. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы хирургия корпусы тәүге айҙарҙа 5 меңдән ашыу операция һәм тикшеренеү үткәрҙе

Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 100-гә яҡын яугир махсус хәрби операция биләмәһенә китте

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-100-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Һауа торошона бәйле, оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» комплексы фойеһында үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 41 йыл хеҙмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына арнаған генерал-майорҙы оҙаттылар

Өфөлә генерал-майор Марат Латиповтың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының байрағы менән хушлашыу тантанаһы үтте. Быйыл июндә ул отставкаға китергә ғариҙа яҙҙы һәм уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» типгән маҡтаулы исем бирелгәйне. Марат Латипов төбәк идаралығына ун йылға яҡын етәкселек итте. Ошо ваҡыт эсендә ойошма күп тапҡырҙар илдә иң яҡшыһы тип танылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Технопром» заводы киңәйтелә

Заманса производство. Башҡортостанда автомобиль двигателдәрен һәм сәнәғәт ҡоролмаларын етештереүсе завод майҙанын киңәйтеү күҙаллана. Өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярашлы, «Технопром» заводы Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөлә башлаған. Заманса проект производство ҡеүәтен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ритейл көндәре үтә

Сауҙа өлкәһе мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға 700-ҙән ашыу бизнес һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусылар ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүҙәге яңы тенденциялар, шулай уҡ ярҙам сараларын тикшерә. Юл буйы сервисын үҫтереү маҡсатында мәҫәлән, киләсәктә урындағы халыҡ етештергән продукция төрҙәрен тәҡдим иткән автокибеттәр асыу күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө сәхнәһендә «Севиль сәс алыусыһы» операһы яңғыраясаҡ

Республика сәхнәһендә донъя классикаһы. 88-се яңы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында яңы премьера: Джоаккино Россиниҙың «Севиль сәс алыусыһы» операһы ҡуйыласаҡ. Яңы операға йәлеп ителгән рәссамдар, костюмерҙар, бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлназ Мусина: халыҡ һаулығын һаҡлап, күңелдәрҙе йыр менән дауалай

Республиканың иң яҡшы табип-офтальмологы Гөлназ Мусина күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, йырҙар яҙа башлаған. Яңыраҡ ҡына ул «Туғандарым булғанда» тип исемләнгән йырына клип та төшөргән. Ижадтан эшкә илһам алған медицина хеҙмәткәре менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
1🥰1
Башҡортостанда мобиль сауҙа объекттарын урынлаштырыу тәртибе ябайлаша

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, республикала 32 меңдән ашыу сауҙа объекты бар. Уларҙың 7 меңдән күберәге мобиль нөктәләр. - Республикала 800-ҙән ашыу ауылда кибет юҡ. Мобиль сауҙаны үҫтереү халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Андрей Назаров. Башҡортостанда мобиль сауҙаны үҫтереү концепцияһы әҙерләнә. Ул 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Илеш районында Маты йылғаһы аша күпер ремонтлана

Ул Тыпый ауылы янында урынлашҡан. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин хәбәр итеүенсә, 1975 йылда төҙөлгән ҡоролма хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Хәҙер күпер нығытыласаҡ. Ремонт барышында халыҡ урау юлдан йөрөй.
Өфө урамдарына яңы троллейбустар сыға

Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған тағы 5 машина ҡалаға тапшырылды. Улар 90 пассажирға иҫәпләнгән. Быйыл яҙ ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев заводта булды, унда 15 яңы заманса троллейбус алыу тураһында килешелде. 10 техника августа тапшырылырға тейеш. Тағы бишәүһен киләһе йыл башында сығарыу планлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районынан Диләрә Низаметдинова 7 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. «Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ул беҙҙең аграр университетта өҫтәмә белем алған һәм ата-әсәләре ярҙамы менән «Экони» йылҡы фермаһы асҡан. Бөгөн Диләрә ҡеүәтле крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Уның хужалығында 450 баш мал иҫәпләнә. Фермер әйтеүенсә, ул башҡорт тоҡомло аттар фанаты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә

Өфөләге «Защитник» үҙәгендә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менәнә шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була.
👍1