Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте
Иглин районының «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте. «Космос» ҡушаматлы яугир яҡташтары менән аралашып, алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Яугир махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2022 йылда юлланған. Рәсәй оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөгәндән һуң Достовалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә башлаған. Алғы һыҙыҡта ул тиҫтәләрсә яраланған һалдат ғүмерҙәрен ҡотҡарған.

❤1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы МХО биләмәһенән экспонат менән тулыланды
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы махсус хәрби операция биләмәһенән экспонат менән тулыланды. Гаубица гильзаһы хәҙер ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына күрһәтеләсәк. Уны активист һәм ирекмән Руслан Таһиров тапшырҙы. Ул даими рәүештә яугирҙарға гуманитар йөк ташый. Музейға Руслан улы Вадим менән килде, ул да гуманитар миссияларҙа ҡатнаша.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡотҡарыусыларҙың дүрт аяҡлы хеҙмәттәштәре
Улар ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам итә. Һүҙ янғын һүндереү частары, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә йәшәгән эт һәм бесәйҙәр тураһында. Берәүҙәре биләмәне һаҡлауҙа тоғролоҡ күрһәтһә, икенселәре емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙләп таба. Ҡотҡарыусылар менән бергә хеҙмәт иткән кесе дуҫтарыбыҙ тураһында репортаж.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте
Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте. Сарала Шаран, Туймазы райондары, Приютов ҡасабаһы, Дәүләкән, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларынан 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты. Лагерҙа бындай йыйындар 8 йыл рәттән, Рәсәйҙең спорт мастеры, Шаран районының балалар ижады һәм спорт үҙәге етәксеһе Салауат Хөсәйеновтың тәҡдиме менән үтә.

Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң — йәнә ватан һағына
Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, уларға хәйерле юл теләне.

21 август Рәсәйҙә офицер көнө билдәләнә
Һөнәри байрам запастағы һәм ветеран офицерҙарҙы, көс структуралары хәрбиҙәрен, Рәсәй гвардияһы һәм Именлек хеҙмәте офицерҙарын берләштерә. Өфөлә йәшәүсе летчик Илдар Исхаҡов та байрам көндө хәрби хеҙмәт юлын иҫкә ала. Запастағы офицер 13 йыл дауамында дәүләт өсөн стратегик бурыстарҙы үтәп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән автомобиль асҡыстары
2001 йылдан алып фонд тарафынан эш урынында йәрәхәтләнгән 1400 кешегә автомобилдәр тапшырылған. Был юлы йәнә лә 16 кеше транспортлы булды. Заманса техника хужаларының физик мөмкинлектәре сикләнгәнен иҫәпкә алып йыһазландырылған һәм ҡул менән идара итеү системаһы менән тәьмин ителгән. Яңы автомобиль алып ҡыуанған ир-егеттәр шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты һәм тимер аттарҙың уңайлыҡтарын өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостан райондары буйлап «Сәләмәтлек поездары» йөрөй
«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында 8 көн эсендә генә 52 тораҡ пункта йәшәүселәр медицина тикшеренеүе үткән. Халыҡҡа күрһәтелгән ярҙам тураһында киләһе яҙма.
«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында 8 көн эсендә генә 52 тораҡ пункта йәшәүселәр медицина тикшеренеүе үткән. Халыҡҡа күрһәтелгән ярҙам тураһында киләһе яҙма.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ — «Медицина һәм профсоюз» конкурсы еңеүсеһе
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсының еңеүсеһе тип танылды.

1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай
Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса арттырылған пособие аласаҡ. Уның күләме стипендияға түгел, төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап иҫәпләп сығарыла. Башҡортостанда 2025 йылда йәшәү минимумы 17 202 һум кимәлендә билдәләнгән, тимәк, республикала йәш әсәләр өсөн 140 көнлөк отпуск өсөн түләү – 80 мең һум. Тағы бер үҙгәреш бар. Элек аҡсаны уҡыған урын буйынса бирһәләр, хәҙер ул Рәсәй Социаль фонды ҡарамағына тапшырылған. Пособие алыу өсөн ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, Социаль фондтың клиент хеҙмәттәрендә йәки күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.