Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беренсе тирмә» ирекмәндәре Донецк һәм Луганскиҙа яугирҙарға ярҙам итә
«Беренсе тирмә» төбәк проекты ҡатын-ҡыҙҙары төркөмө Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операцияла яҡындары һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙы бер маҡсат-яугир яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен, күңел йылыһын, күстәнәстәрен еткереү, яралылырға төҙәлергә ярҙам итеү теләге берләштерә.

❤2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районы аграрийҙары 4 мең гектар ерҙә бөртөклө культураларҙы урып алған
Миәкә районы аграрийҙары 4 мең гектар ерҙә бөртөклө культураларҙы урып алған. Был дөйөм күләмдең 10 проценты. «Нива» хужалығында комбайндар һоло һуғыуға төшкән. Сиратта бойҙай һәм арпа. Эштәр йылдам бара, ти механизаторҙар.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа «Урал батыр» йәнһүрәтен төшөрөү тамамлана
«Ишембайфильм» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мультфильмдар ижад итеү студияһы проектында ҡатнашыусыдарҙы башҡорт халыҡ эпосы рухландырған. Команда проектты республика башлығы грантына тормошҡа ашыра. Мультфильм нейроселтәр анимацияһы ҡулланып төшөрөлгән.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәйҙәге «Чемпион» спорт мәктәбе яңы бина туйлай
Былтыр төҙөкләнедереү эштәренең беренсе этабы тамамланып, ҡыйыҡ аҫтында хоккей коробкаһы төҙөлә. Ҡышҡыһын унда сәкән һуҡһалар, йәйгеһен майҙансыҡ волейбол, баскетбол, футбол өсөн яраҡлаштырыла.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йылға аръяғында яңы торлаҡ төҙөү өсөн 8,5 миллиард һум аласаҡ
Башҡортостан Өфө йылғаһы аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөлөшөнә федераль үҙәктән 8 миллиард ярым һум аҡса аласаҡ. Был ҡарарҙы Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ҡабул итте. Уның ултырышында видеобәйләнеш аша республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатншты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә старт бирҙе
Бөгөн республика етәксеһе буласаҡ бинаның нигеҙенә капсула һалды. Башҡортостандың теүәл фәндәргә һәләте булған малай-ҡыҙҙарҙын берләштерәсәк белем усағы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына яршалы төҙөлә.
Бөгөн республика етәксеһе буласаҡ бинаның нигеҙенә капсула һалды. Башҡортостандың теүәл фәндәргә һәләте булған малай-ҡыҙҙарҙын берләштерәсәк белем усағы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына яршалы төҙөлә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төҙөлөш алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы
Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республиканың төҙөлөш тармағында эшләүсе һөнәрмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Уларҙың тырышлығы һәм яуаплылығы менән төбәктә тиҫтәләгән социаль объекттар, торлаҡ йорттар, юлдар һәм башҡа объекттар сафҡа индерелә.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланылар
Төҙөүселәр көнөн уңайынан Өфөлә колонна залында хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, Рәхмәт хәттары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендә 180 мең кеше эшләй. Тап улар тырышлығы һәм яуаплылығы менән яңы социаль объекттар, торлаҡ йорттар һалына.
Төҙөүселәр көнөн уңайынан Өфөлә колонна залында хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, Рәхмәт хәттары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендә 180 мең кеше эшләй. Тап улар тырышлығы һәм яуаплылығы менән яңы социаль объекттар, торлаҡ йорттар һалына.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанға туризмды үҫтереүгә 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән
Һуңғы ике йылда ғына был тармаҡҡа яҡынса 3,7 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 1,5 миллиарды-«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ»милли проекты буйынса федераль бюджеттан. Республикала уңайлы һәм заманса туристик инфраструктура формалаша, кемпингтар, глэмпингтар һәм афреймдар менән йыһазландырылған яңы турбазалар төҙөлә.

Өфөлә «баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы үтте
«Берҙәм Рәсәй» партияһы акцияһына малай-ҡыҙҙарға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итергә эшҡыуарҙар, бағыусылар һәм йомарт кешеләр ҡушылған. «Баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы аша мөмкинлектәре сикләнгән, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яугир балаларына яңы уҡыу йылы башланыуға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кәнсә туарҙары менән ярҙам күрһәтелде. Хәйриә ярҙамын шулай уҡ илдең яңы төбәктәренән күсенергә мәжбүр булған уҡыусылар ҙа алды.

Республика халҡы бер көндә аферистарға 8 миллион һум күсергән
Кешеләр телефондағы тауышҡа ышанып, ҙур суммалар юғалта, бурысҡа бата. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Салауат ҡалаһында йәшәгән пенсионер ҡатын 335 мең һум аҡсаһын банкомат аша ялған дәүләт хеҙмәткәренә ебәргән. Стәрлетамаҡта торған ҡатын 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын инвестиция булараҡ һалған. Сумма билдәһеҙ иҫәпкә күсерелгән. Инвесторҙар аҡсаны алыу менән юҡҡа сыҡҡан. Полиция таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙың хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә.

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы
Көн тәртибенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәленә бәйле мәсьәләләр сығарылды. Марат Заһиҙуллин Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнеүгә йөҙ көн. Ҡала етәксеһе Радий Хәбировҡа ошо сорҙа ниндәй эштәр башҡарылыуы һәм артабанғы үҫеш йүнәлеше тураһында һөйләне. Инвестиция проекттары, социаль объекттар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт урындарын, юлдарҙы тәртипкә килтереү тураһында ла һүҙ барҙы.

Өфө уҡыусыһы Тимур Ғарифуллин яһалма аҡыл буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша
Ул илдең йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Ярыш Пекин ҡалаһында уҙа. Олимпиадала 60-тан ашыу дәүләт вәкиле көс һынаша. Тимур баш ҡаланың 58-се лицейында белем ала. Рәсәй командаһы финалға сыҡҡан. Польша уҡыусыларынан ҡалышып, көмөш миҙалға лайыҡ булған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика элеваторҙары уңыш ҡабул итеүгә әҙер
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә иген ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продуктары комбинаттары һәм элеваторҙарҙың матди-техник базаһында әҙерлек эштәре тамамланған. Бөгөн республикалағы 34 ырҙын табаҡтарының ҡеүәте бер юлы 4 миллион тонна самаһы иген һәм майлы культураларҙы һаҡлау мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостанда иң ҙур заманса элеватор файҙаланыуға тапшырылды. Ул 122 мең тонна ашлыҡ һаҡлауға иҫәпләнгән.

Миәкәлә ғаилә рецепты буйынса ҡомалаҡ икмәге сығарыла
Балалар баҡсаһы бинаһынан- икмәк бешереү цехы. Миәкә районыда йәшәүсе Филүс Аҡбаров был идеяны оҙаҡ йылдар хыялында тотоп, ниһәйәт тормошҡа ашырған.Ҡасандыр балалар баҡсаһы булған бинаны йүнсел былтыр һатып алған. Дәүләт ярҙамында ҡорамалдар хәстәрләгән, ике туған ағаһы менән бергә ремонт яһағандар. Февраль айынан Миәкә районында икмәк, ҡамыр аштары, бәлеш бешерергә тотонғандар. Бөгөн эшҡыуар ғаилә рецепттары буйынса ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк һәм ҡамырҙан төрлө ризыҡтар бешерә. Был икмәккә башҡа ҡушымталар өҫтәлмәй.Бала саҡ тәме, ти Филүс Аҡбаров.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Граф күле буйы кино төшөрөү майҙансығына әйләнде
Башҡортса вестерн. Баймаҡ районының Граф күле буйы кино төшөрөү майҙансығына әйләнде. Әлеге ваҡытта «Атайсал» тулы метрлы кинокартинаның күләмле сәхнәләрен төшөрөү бара. Массовка актерҙары булараҡ урындағы халыҡ ҡатнаша. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍3❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты. Ун дүрт төбәк етәксеһен бергә йыйыған ултырыш был юлы Пермдә үтте. Совет ултырышы төбәктәр өсөн төрлө мәсьәләләр буйынса тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы. Был юлы көн тәртибенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә , шулай уҡ эшләүсе йәштәргә дәүләт ярҙамы мәсьәләләре сығарылды. Башҡортостандың был йәһәттән башҡа төбәктәргә уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе ҙур, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙан 206 584 ғариза ҡабул ителде
Был һандар уҙған йыл менән сағыштырғанда бер сиреккә күберәк. Беҙҙең өсөн бик яҡшы күрһәткес, сөнки Өфө университеттары йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы, үҙебеҙҙең уҡыу йорттары абруйлы һанала, тип яҙған социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
Был һандар уҙған йыл менән сағыштырғанда бер сиреккә күберәк. Беҙҙең өсөн бик яҡшы күрһәткес, сөнки Өфө университеттары йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы, үҙебеҙҙең уҡыу йорттары абруйлы һанала, тип яҙған социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Яңы мәғариф учреждениеһы балаларға заманса белем биреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла ул башҡа белем усаҡтарынан айырылып торасаҡ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар мәктәптең? Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Яңы мәғариф учреждениеһы балаларға заманса белем биреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла ул башҡа белем усаҡтарынан айырылып торасаҡ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар мәктәптең? Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ата-әсәләр яңы уҡыу йылына әҙерләнә
Ике аҙнанан мәктәпкә . Августың һуңғы көндәрендә сауҙа үҙәктәрендәге иң үтемле тауар - мәктәп кәрәк-яраҡтары. Ата-әсәләр ғаилә бюджетын планлаштырып малай-ҡыҙҙарҙы уҡыу йылына әҙерләй. Мәктәп тауарҙарына хаҡтар нисек?