БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе ташсы Мөнир Хәммәҙинуров Төҙөүселәр көнөндә 74 йәшен билдәләйәсәк

15 йәшенән алып төҙөлөш майҙансығында. Өфөлә йәшәүсе ташсы Мөнир Хәммәҙинуров Төҙөүселәр көнөндә 74 йәшен билдәләйәсәк. Ғүмеренең ярайһы уҡ өлөшөн ул Башҡортостанда социаль объекттар, хөкүмәт биналарын, торлаҡ йорттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Һөнәренә әле лә тоғро булған Мөнир Миңлеислам улы менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында халыҡ-ара профилле смена старт алды

Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында халыҡ-ара профилле смена старт алды. Унда Белоруссиянан 20- ләгән үҫмер- Минск автозаводы хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика милли музейында төнъяҡ ҡаф тауы төбәгенә арналған күргәҙмә эшләй башланы

«Минең Дағстаным» Башҡортостанда. Республика милли музейында төнъяҡ ҡаф тауы төбәгенә арналған күргәҙмә эшләй башланы. Аибәк Тахо-Годи исемендәге Дағстан миилли музейы ойоштороған экспозицияла 300 ашыу оригинал экспонат урынлаштырылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимдары «Салауат» мәғдән ятҡылығы биләмәһенең флора һәм фаунаһын тикшерә

Һүҙ айырым һаҡлауға мохтаж булған һирәк төр үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында бара. Был ғалимдарҙың тәүге ялан тикшеренеүҙәре түгел. Теүәл бер ай элек улар бөтә территорияны картаға төшөрөү буйынса күләмле эш алып барғайны. Үҫемлек төрҙәренә бәйле яҡынса һығымтылар ҙа яһалды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Радий Хәбиров Өфө уҡыусыһын халыҡ-ара олимпиадала еңеү менән ҡотланы

Яһалма интеллект буйынса ярыштар Ҡытайҙа үтте. 58-се лицейҙан Тимур Ғарифуллин өлкән класс уҡыусылары араһында ярышта
беренсе урын алды. Шулай уҡ ил йыйылма командаһы менән көмөш миҙалға лайыҡбулды. - Тимур Ғарифуллин халыҡ-ара турнирға
етди әҙерләнде. Инглиз телендә мәҡәләләруҡыны, яһалма интеллект өлкәһендә
яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙы. Бындай ныҡышмалылыҡ яҡшы һөҙөмтә бирҙе,
тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Каустик» заводында зыян күргәндәрҙең хәлен белеште

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ «Каустик» заводында шартлауҙан һуң йәрәхәтләнгән пациенттарҙың хәлен белеште. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 31 кеше урындағы дауаханаға оҙатылған, уларҙың 9-ы реанимацияла. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында зыян күреүселәргә ярҙам итеү буйынса оператив штаб ойошторолған. Ауыр хәлдәге пациенттарҙы Өфөлә республика учреждениеларына күсереү мәсьәләһе хәл ителә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында ҡурҡыныс ававрия теркәлде

Дүрт кеше һәләк булған, тағы ла дүртәүһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әбйәлил районында ҡурҡыныс ававрия теркәлде. Магнитогорск-Аэропорт юлында иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә урында йәшәүсе 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙ идара иткән «Мазда» автомобиле менән Силәбе өлкәһе кешеһе-35 йәшлек ир йөрөткән Лада Приора бәрелешә. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы водителенең һәм ике пассажирының урында уҡ ғүмере өҙөлә. Ладала водителдең ҡатыны һәләк була. Уның өс балаһы йәрәхәтләнеп дауаханаға оҙатыла.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала яны ауылдарында күләмле рейдтар уҙғара

Ял көндәре тап ҡала ситендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп, ти инспекторҙар. Рейд барышында эскән килеш руль артына ултырыусылар һәм мототранспорт йөрөтөүсе үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар бирелә. Ошондай рейдтарҙың береһе Нуғай, Жилин һәм Зинин ауылдарында үтте. Автоинспекторҙар квадроцикл менән идара итеүсе 17 йәшлек ҡыҙҙы туҡтатҡан. Тарснпорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған, ә ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҙур күләмдә штраф түләргә тура киләсәк.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән алғы һыҙыҡҡа сираттағы хәрбиҙәр юлланды

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-50-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙың күбеһе дүртенсе-бишенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса ғаиләләре менән туған йортонда уҙғара. Яугирҙар яҡындарына йорт-баҡса эштәре менән ярҙам итеп, көс туплаған. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә хәрбиҙәр шәхси посылкалар алып китте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан Башҡортостандан Ҡытайға 13 мең тонна үҫемлек майы экспортҡа оҙатылған

Республикала һығылған көнбағыш майы сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, сөнки продукция сифат күрһәткестәре буйынса юғары баһалана. Шишмә һәм Көйөргәҙе райондарында етешетерлгән май фитосанитар талаптар буйынса тикшерелгәс кенә Ҡытайға оҙатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Толбазы оҫтаһы «Урал батыр» йылы өсөн ижад итте

Балсыҡҡа йән өрөүсе. Башҡортостандың халыҡ кәсептәре оҫтаһы Зәки Исмәғил улы Нагаевтың балсыҡты ҡыҙҙырып башҡарған эштәре һоҡланғыс. Уның һуңғы эштәре «Урал батыр» эпосы йылына арнап башҡарылған. Башҡорт мифологияһына таянып эшләүсе Зәки Нагаевтың быуаттар серен һаҡлаған оҫтахана-музейында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр

Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр. Урындағы спорт һәм ял паркында йылдағыса ойошторолоп килгән «Бәлешфест» байрамы үтте. Быйыл да ул республиканың тиҫтәләгән районынан ҡунаҡтарҙы, милли -мәҙәни үҙәктәр вәкилдәрен ҡабул итте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына арналған мемориал комплекс барлыҡҡа килде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар хөрмәтенә республикала беренсе мемориал комплекс барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Еңеү паркында урынлаштырылған архитектур ҡоролманы асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында яңыртылғандан һуң асылған ҡала мәктәбен, спорт-һауыҡтырыу үҙәген дә барып ҡараны. Шулай уҡ «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Мәҙәни форум быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо.
🔥2👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы

«Мең ерлеге-мең берлеге». Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы. Сараға ошо ырыуҙың билдәле шәхсетәре, ағинәйҙәр, башҡорт теленә, йолаларына һәм ғөрөф ғәҙәттәренә битараф булмаған замандаштар йыйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ауылдарын газ менән тәьмин итеү программаһы дауам итә

Флора һәм Мәүләит Зәйнешевтар Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылына үткәрелгән газ яғыулығына тоташтырылыусы тәүге йорт хужалары. Улар 67 йыл бергә йәшәй һәм биш ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСК зыян күргәндәргә 3 миллион һумға тиклем түләйәсәк

Башҡортостан сода компанияһы зыян күреүселәргә һаулыҡ торошона ҡарап 3 миллион һумға тиклем түләүҙәр хаҡында белдерҙе. Предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен дауалау һәм уларға ярҙам итеү өсөн бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Дауаханала кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн БСК йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Каустик»заводында торба шартлауҙан һуң бер кеше һәләк булған

Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. башҡорт сода компанияһындағы шартлауҙан һуң дауаханаға эләккән бөтә пациенттарға ла компенмация түләнәсәк. Көн тәртибендә предприятиеларҙа хеҙмәтте һаҡлау, Йәйге Спартакиадаға әҙерлек һорауҙары ҡаралды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен яңырта

Повестка ла түгел, саҡырыу ҙа. Һуңғы арала «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы менән ҡулланыусылар хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәт индереү тураһындағы хәбәрҙәр ала башланы. Ҡайһы берәүҙәр уны мобилизацияға саҡырыу тип имеш-мимеш тарата башланы. Борсолорға урын юҡ. Был процедура тупланған мәғлүмәтте электрон форматҡа күсереү сараһы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы халҡы махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты

Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, маскирорвкалау селтәрҙәре һәм мототехниканы район халҡы, эшҡыуарҙар туплаған. Ылауҙы Архангел ирекмәндәре үҙҙәре үк алғы һыҙыҡҡа, Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениелар урынлашҡан ергә үк алып барып ҡуя.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һаңғырау балалар өсөн тәүге хәрби-патриотик лагерь асылды

«Патриот» паркында үҙенсәлекле смена. Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған, йәки һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар өсөн тәүге тапҡыр хәрби-патриотик лагерь ойошторолдо. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.