Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» ҡатнашыусыларына иртәнге зарядка уҙғарылды
Шишмә районындағы «Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн зарядка ойошторолдо. Уны фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина уҙғарҙы. Яугирҙарҙың һәр иртәһе спорт менән шөғөлләнеүҙән башлана. Проектта ҡатнашыусыларға зарядка үткәреү өсөн даими рәүештә күренекле спортсылар килә.

🥰1
Курган өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙа
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә. 2 августа Сафакүл районында “Башҡорт иле”нә йыйылалар. Сара ҡунаҡтары тарихсылар, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү өлкәһендәге белгестәр менән аралаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә, шулай уҡ мауыҡтырғыс, сағыу музыкаль программа аша башҡорттарҙың мәҙәни байлығы, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша ала.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тағы бер яҡташыбыҙ «Алтын йондоҙ» менән бүләкләнде
Геройҙар полкы тулыланды. Тағы бер яҡташыбыҙ «Алтын йондоҙ» менән бүләкләнде. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Рәсәй Геройы 116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға бирелде. «Алтын йондоҙ»ҙо Росгвардия етәксеһе Виктор Золотов тапшырҙы. 116-сы бригаданы яугирҙарҙың характеры өсөн «ҡорос» тип атайҙар. Әйткәндәй, тап ошо подразделение составында Салауат Юлаев исемендәге ике батальон хәрбиҙәре хеҙмәт итә.

Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәрендә МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Игорь Ҡылдыбаев, Вячеслав Ҡотломәтов, Виталий Кибатуллин, Алексей Исемәтов, Илмир Мирғәлиев, Александр Доминикин һәм Илназ Хәсиповтың ғаиләләре менән осрашты. Республика башлығы яугирҙарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәненән һуң бирелгән Генерал Шайморатов орденындарын тапшырҙы.

«Башҡортостан» полкы яугирҙары махсус операцияға кире юлланды
Яуға яңы көс менән. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының бер төркөм яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Уларҙы оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, республика етәкселеге лә килде. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Башҡортостан» полкының яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын билдәләп яугирҙарға артабан да уңыштар теләне.

Өфөнөң Коммунистик урамында биш ҡатлы йорттоң өлөшләтә стенаһы ишелеп төшкән
Өфөнөң Коммунистик урамында биш ҡатлы йорттоң өлөшләтә стенаһы ишелеп төшкән. Ятаҡ Кооператив техникумы балансында торған. Бинаның емерелеү мәле күҙәтеү камераһына ла эләккән.
Бина былтырҙан алып файҙаланылмаған, уны емереү буйынса эш алып барылған, газ биреү һүндерелгән булған. Ғәҙәттән тыш хәл урынына шунда уҡ Өфөнөң бөтә ашығыс хеҙмәттәре килә. Емереклектәр аҫтында кешеләр бармы-юҡмы икәнен ишетер өсөн бер минут тынлыҡ иғлан итәләр.

Өфөнөң Совет районыда урынлашҡан Октябрь проспектындағы 48-се йортта газ биреү туҡтатылған
Газ тәьминәтенә бәйле мәсьәләләр. Өфөнөң Совет районыда урынлашҡан Октябрь проспектындағы 48-се йортта газ биреү туҡтатылған. Идарасы компания быны дөйөм йорттоң төтөн юлдарында герметика боҙолоуы менән аңлата.Торлаҡ хужалығы һәм подрядсы газ ойошмаһы һәр фатирҙан милекселәр иҫәбенә ремонт үткәрергә йыйына. Фатир хужалары ремонт торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ иҫәбенә башҡарылырға тейеш тигән фекерҙә. Яҡтарҙың низағын БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә йылылыҡ селтәрҙәре ҡышҡа әҙерләнә
Ҡыҫҡа йәй эсендә селтәрҙәрҙе, ҡаҙанлыҡтарҙы һәм үҙәк йылылыҡ пункттарын ҡышҡа әҙерләргә кәрәк. «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы баш ҡаланың йылылыҡ селтәрҙәрендә йәйге ремонт кампанияһын дауам итә: әлеге ваҡытта Өфөнөң Киров, Дим , Ленин һәм Совет райондарында эш бара.

Учалы ҡалаһында «Урал батыр юлы» тип исемләнгән яңы парк барлыҡҡа киләсәк
Республикала «Урал батыр юлы» тип исемләнгән яңы парк барлыҡҡа киләсәк. Учалы ҡалаһында Өфөнөң «Содействие» компанияһы менән 145 миллион һумға йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән контракт нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проект 2024 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға. Эш федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттан финанслана.
Республикала «Урал батыр юлы» тип исемләнгән яңы парк барлыҡҡа киләсәк. Учалы ҡалаһында Өфөнөң «Содействие» компанияһы менән 145 миллион һумға йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән контракт нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проект 2024 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға. Эш федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттан финанслана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылында ғәжәйеп күренеш
Мәсеттән ишетелгән аҙан тауышына ауыл малдары иман йорто алдына ашыға икән. Ә аҙан туҡтаһа, улар, ҙур эш башҡарғандай, таралыша. Ауыл халҡы был хәлгә аптырап ҡарай. Берәүҙәр уны тәбиғәт мөғжизәһе тип аңлатһа, икенселәр бында ниндәйҙер көс күрә. Әйткәндәй, әлеге күренеш төшөрөлгән видеояҙма интернетта ла киң таралған. Малдарҙың ҡылығы Иҫке Һәйет ауылы тарихында үҙенсәлекле яңы бит асты.

Өфөнән Рәшит Ғәзизов ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың портретын төшөрә
Батырлыҡ символы менән һәүәҫкәр рәссамдың ижади осрашыуы. Өфөнән Рәшит Ғәзизов ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың портретын төшөрә. Һүрәттә легендар шәхестең батырлығы, рух ныҡлығы һәм ғәҙеллеккә ынтылышы сағылыш таба.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Маяҡ» лагеры балаларҙы «Рәсәй бөркөтө» сменаһына йыйҙы
Был программа үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙе, илебеҙҙең күп милләтле халҡының традицияларын өйрәнеүҙе, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Лагерь Ҡыйғы районында, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Өсөнсө сменала республиканың төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу бала ял итәсәк. Лагерҙа уҡыусылар менән тәжрибәле вожатыйҙар эшләй. Күңелле һәм файҙалы ял тураһында беҙҙең киләһе репортаж.

Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә
Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивале 7-9 августа Ишембай районында үтә. Әле ойоштороусылар сараға әҙерлек эштәре, репетициялар уҙғарыу менән мәшғүл.
Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивале 7-9 августа Ишембай районында үтә. Әле ойоштороусылар сараға әҙерлек эштәре, репетициялар уҙғарыу менән мәшғүл.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Ултырышта сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. «Башмаркет» компанияһы етәксеһе Лилиә Ғәскәрова Әбйәлил районы үҙәгендә күп функциялы сауҙа-сервис комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ойлтиммаш» Күмертауҙа 940 миллион һумлыҡ проектты тормошҡа ашыра
2017 йылдан республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында төбәктә 200-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Былтыр иң ҙур займдарҙың береһен Күмертау ҡалаһындағы «Ойлтиммаш» компанияһы алған. 940 миллион һум производствоны яңыртыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ предприятие эшмәкәрлеге киңәйтелә, яңы ҡорамалдар һатып алына.

Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ интернет аша төҙөүсе яллап алданған
Башлаған да ташлаған. Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ интернет аша төҙөүсе яллап алданған. Алина ипотекаға фатир һатып алып ремонт эшләтергә була. Оҫтаны ул интернет -сервистан таба. Эш өсөн тейешле күләмде лә тулыһынса тапшырып ҡуя. Шул көндән алып уның күңел тыныслығы ла, ремонт та юҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда квадрокоптерҙар юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы күҙәтә
«Һауалағы» рейд. Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы квадракоптер ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлай. Сираттағы рейд Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында үтте.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә
Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә. Төбәк аграрийҙары 200 мең тонна бойҙай һуғып алған. Туймазы районы ауыл хужалығы эшсәндәре лә бойҙай уңышына ҡыуана. Яҡын арала улар борсаҡ , кукуруз, етен һуғыуға әҙерләнә . Район аграрийҙары барлығы 11 мең гектар майҙанда уңыш йыйып алырға ниәтләй.

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе Ҡоролтайҙа тикшерелде
Туған телде өйрәнеү балалар баҡсаһынан башлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән ултырыш мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә арналды.

❤3
“Ишембайфильм” командаһы “Урал батыр” эпосы буйынса йәнһүрәт төшөргән
Йәнһүрәттең премьераһы 2 сентябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында була. Экранда тамашасылар Ишембай районы халҡын күрә ала. Күп кенә персонаждар – мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы артистарҙың образдары. Әле коллектив 3-сө серия өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙә.