БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн һөт продукттары: ярҙамды мең ярымдан ашыу ғаилә ала

Йыл башынан «Һөт кухняһы» продукцияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай таратыла. Әлеге ваҡытта бындай мөмкинлек менән мең ярымға яҡын кеше файҙалана. Учалы районында мәҫәлән, бөгөн һөт продукциялары менән 11 ғаилә тәьмин ителә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде

Бөгөн Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде. Аналитиктар фаразлағанса, ул бер юлы 2 процент пунктына түбәнәйҙе. Үҙәк банк инфляцияның әкренәйеүе, ихтыяждың һүрелеүе һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлектең кәмеүе фонында ошондай ҡарар ҡабул итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары ураҡ алды семинарында осрашты

Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды. Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин. Ер хужаларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе аграрийҙарға уңыштар теләне, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Медицина йыһаздары һәм табиптарҙың әҙерлеге – йәш ғүмерҙәр өсөн көрәш нигеҙе

Башҡортостанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе кәмей. Быға медицина мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, шул иҫәптән табип ярҙамы күрһәтеүҙе һанлаштырыу һәм республикала ҡабул ителгән башҡа саралар комплексы ярҙам итә. Әле табиптар йөклөлөк ваҡытында осраған иң ҡатмарлы патологияларҙы еңеп сыға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
🥰2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Урал аръяғы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам оҙата

Башҡортостандың Урал аръяғы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Сираттағы гуманитар ылау эшҡыуарҙар, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа муниципалитеттарҙа йәшәүселәрҙең ҡатнашлығы менән йыйылды. Ярҙам яугирҙарҙың заявкалары буйынса ойошторолдо. Ирекмәндәр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ирекмәндәре яугирға маскировка селтәре тапшырҙы

Яраланыу сәбәпле отпускыла булған «Буба» ҡушаматлы яугир Иглинда район етәксеһе һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн»ирекмәндәр штабы ағзалары менән осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле хәүефһеҙлеген тикшерҙеләр

Республика Хөкүмәт йортонда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Комиссия ултырышы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә үтте. Көн тәртибендә һыу инеү миҙгелен бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү, янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙары ҡаралды.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һөжүмсе Александр Суворов «Салауат Юлаев» клубына күсте

Белоруссия хоккейсыһы менән килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгел башында форвард «Сочи» өсөн ике уйын уҙғара, чемпионаттың ҡалған өлөшөндә «СКА-Нева» составында сығыш яһап, 30 мәрәй йыйыуға өлгәшә. Александр Суворов уйын карьераһын 2020 йылда башлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда юлаевсылар составында тағы ла бер Беларусь вәкиле Иван Дроздов уйнанғайны. Былтыр йәй алмашыу һөҙөмтәһендә ул ЦСКА-ға күсте.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Михаил Мишустин Таулы Алтайҙа Башҡортостан төҙөүселәренең эшен юғары баһаланы

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Таулы Алтайҙа Башҡортостан төҙөүселәренең эшен юғары баһаланы. Ике ай ярым эсендә яҡташтарыбыҙ төбәк дауаханаһы өсөн модулле ҡабул итеү бүлексәһе төҙөй.
Заманса учреждение ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү һәм дауалауҙың тулы циклын үҙ эсенә ала. Ул төп дауахана комплексы менән йылытылған үткәүел ярҙамында берләштерелгән. Был проект Башҡортостан менән Таулы Алтай араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, йәғни ул дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштерергә мөмкинлек биргән.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Әлифба» йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрә

Беҙҙең «Әлифба» йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрә. Был «Муха» студияһы ойошторған анимациялы белем биреү һәм күңел асыу сериалы. Уның маҡсаты - сабыйҙарға башҡорт телен үҙләштереүҙә ярҙам итеү. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, әгәр беренсе миҙгел балаларҙы хәрефтәр менән таныштырһа, икенсеһе һандар һәм ваҡыт тураһында һөйләйәсәк.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө үҙәгенә тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы август уртаһында тамамлана

Өфө үҙәгенә тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы август уртаһында тамамлана. Эш графиктан алда бара. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яңырыу кисергән Цюрупа, Чернышевский һәм Мостай Кәрим урамдары манән танышты. Бында гранит плитка һалына. Шулай уҡ был участкаларҙа комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районында заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә

Илеш районында заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә. «Урожай» тоҡомсолоҡ заводында 1 мең 200 һауын һыйырына иҫәпләнгән роботлаштырылған ферма һәм Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 3 яңы комплекс төҙөлә. Был объекттар республика инвестиция проекттары, хужалыҡтар мал һатып алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Төбәктәге аграр тармаҡтың үҫешен сағылдырған күләмле төҙөлөштәр хаҡында беҙҙең киләһе репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй

Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй. Гөлназ Хисмәтуллина был исемде Дүртөйлө районында уҙған һауын машинаһы операторҙарының 46-сы республика конкурсында 27 кеше араһында еңеү яулап иҫбатланы. Һауынсылар ярышында 26 райондан үҙ эшенең оҫталары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла район кимәлендә уҙғарылған конкурс еңеүселәре. Былтыр республиканың иң яҡшы һауынсыһы исемен Дүртөйлө районы вәкиле алғанлыҡтан, быйылғы ярыштарҙы тап улар ҡабул итә. Конкурстың беренсе этабында операторҙар һөнәр буйынса белемдәрен күрһәтте. Икенсе этапта иһә санитар-гигиена нормаларын үтәү һәм һауын машинаһын һүтеп йыйыу буйынса етеҙҙәр асыҡланды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
156-сы гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

156-сы гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Башҡортостандың хәрби бурыстарын үтәгән 24 хәрби берәмек өсөн адреслы ярҙам 10 фураға йыйылған. Уның составына 23 автомобиль, 7 мотоцикл, төҙөлөш материалдары, 2000 квадрат метрҙан ашыу маскировкалау селтәре, 700 «Өфө» FPV-дроны, шулай уҡ 15 тонна эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк-яраҡтары, туғандарынан адреслы посылкалар ебәрелде. Ярҙам ойоштороуҙа Республиканың 8 муниципаль берәмегенең дәүләт органдары, ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ вайымһыҙ булмаған граждандары ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды

«Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды. Техниканы уларға Сибай, Баймаҡ ҡалаһы ирекмәндәре алып барып тапшырҙы. Гуманитар ылауға шулай уҡ радиоэлектрон көрәш саралары, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла тупланған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде

Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде. Ҡала хакимиәте башлығы Динис Ирназаров торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыласаҡ ер участкаларына һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы. Бушлай ер ҡала сиктәрендә генә бирелә. Был ҡаланы үҫтереү, белгестәр йәлеп итеү, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү йәһәтенән дә отошло башланғыс.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны

Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны. 10 вагондан торған составта Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә эшләй. Уны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бушлай барып күрә ала. Һәр вагонда һуғыштың төрлө мәлдәрен сағылдырған экспозиция эшләнгән. Тәгәрмәстәр өҫтөндәге музейҙа 150 экспонат ҡуйылған. Бынан тыш һанлы һәм интерактив панорамалар, онлайн күргәҙмәләр эшләй. «Еңеү поезына» инеү өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлеү мөһим. Бушлай билет электрон почтаға ебәрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә» IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале башланды

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә» IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале башланды. Ул ике көнгә иҫәпләнгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала 25 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Мунсалар төрлөлөгөн һәм сабындырыу ысулдарын, спорт турнирҙарын, фитнес-марафондарҙы, эшлекле осрашыуҙарҙы,оҫталыҡ дәрестәрен, гастрономия фестивален берләштергән ҙур байрам хаҡында репортаж.
2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ял көнө туры менән Бөрө ҡалаһына

Ял көнө туры менән Бөрө ҡалаһына. Өфөнән бер төркөм оло йәштәгеләр «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнашып «Тарих тулҡындарында;Бөрө һәм уның сауҙагәрҙәре» туры менән танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы

Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһына республика, Һарытау, Силәбе өлкәһенән йөҙҙән ашыу спортсы йыйылды. Ярыштарҙа махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашты. Тәүҙә ойоштороусылар яугирҙар өсөн айырым турнир ойоштрорға уйлаған. Ләкин ветерандар башҡалар менән бер рәттән ҡул көрәштереү теләген белдергән.