БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
“Өфө” футболсылары 2-се турҙы уңышһыҙ уҙғарҙы

Омари Тетрадзе командаһы Воронежда “Факел”дан минималь иҫәпкә отолоп ҡайтты. Баш ҡала клубы киләһе уйынын үҙ майҙанында үткәрә. Өфөгә 2 августа Ярославлдән “Шинник” килә.
Ҡыйға районында аварияла туристар зыян күргән

Ҡыйғы районының Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы автомобиль юлында Удмурт республикаһынан туристик автобус менән аварияла зыян күреүселәр һаны 26 кешегә тиклем артҡан. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, ваҡиға урынына ете ашығыс ярҙам бригадаһы ебәрелгән Ун биш кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Уларҙың һигеҙе дауаханаға ебәрелгән: икеһе — ауыр хәлдә, ҡалғандары — уртаса ауырлыҡта. Ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә алты табип һәм дүрт шәфҡәт туташы йәлеп ителгән. Ауыр пациенттарҙы Өфөгә эвакуациялау мөмкинлеге ҡарала. Тағы ун бер кеше Ҡыйғы үҙәк дауаханаһында тикшерелгән, уларға амбулатор дауалау тәғәйенләнгән. Ҡалған пассажирҙар Үрге Ҡыйғыла ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына килтерелгән. Авария уҙған көн Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы трассаһында теркәлде. 43 турист ултырған Higer автобусы юлдан төшөп түңкәрелде. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бөрө районында мотоциклда йөрөгән үҫмерҙәр тотолған

Малайҙарға 13, 15 һәм 17 йәш. Уларҙың техникаһы махсус туҡталҡаға оҙатылған. Ата-әсәләре тураһында материал бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ебәрелгән. Үҫмерҙәргә авто һәм мото транспорт менән идара итеү рөхсәт ителмәй. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән социаль кампания дауам итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн сауҙа майҙансыҡтарын насар ойоштороусы етәкселәрҙе тәнҡитләне

Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтарын насар кимәлдә ойошторған етәкселәрҙе тәнҡит утына тотто. Хөкүмәттең бөгөнгө ултырышында Башҡортостан башлығы шулай уҡ ҡайһы бер объекттарҙы сит эшҡыуарҙар биләүенә асыуын белдерҙе. «Баҡсасылар үҙ участкаларында продукция үҫтереү менән шөғөлләнә алһын, бушлай сауҙа урындарын асыуҙы беҙ баҡсасыларҙы иҡтисади яҡтан дәртләндереү өсөн эшләйбеҙ», тине республика етәксеһе.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыйғы районында автобус менән юл фажиғәһендә 26 пассажир зыян күргән

Автобус менән юл фажиғәһендә зыян күреүселәр һаны 26-ға еткән, ике кеше ауыр хәлдә, ҡалғандары уртаса ауырлыҡта. Пассажирҙар ташыусы транспорт кисә Ҡыйғы районында аварияға тарый. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 15 кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, уларҙың һигеҙе дауаханаға һалынған. Ауыр хәлдәгеләрҙе Өфөгә эвакуациялау мәсьәләһе хәл ителә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уҙған тәүлектә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 53 водителде туҡтатҡан

Уҙған тәүлектә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 53 водителде туҡтатҡан. Тикшереүҙәр барышында, ҡулға алыныусыларҙың бишәүһе рулгә ҡабаттан ултырыуы асыҡланған. Уларҙың береһе Иҫке Балтас ауылынан 22 йәшлек егет. Ул идара иткән «Лада Гранта» автомобиле инспекторҙар иғтибарын Комсомол урамында йәлеп итә. Йәш кеше экипаж салонында алынған анализ һөҙөмтәһе менән ризалашмау сәбәпле медицина ойошмаһына оҙатыла.
Республикала 25 июлдә 525 пар өйләнешкән

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Өфө ЗАГСтарында 119 законлы никах теркәлгән. Иң күп ғаиләләр Киров, Совет, Ленин һәм Орджоникидзе райондарында төҙөлгән. Башҡортостан буйынса иң күп өйләнешеүселәр Нефтекамала булған. Матур датала 28 пар законлы никахҡа ингән. Әбйәлил районында 15 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде

Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ байрамы. Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Был байрам Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға, диңгеҙ флоты караптарының һәм частарының хәрби әҙерлеген тәьмин итеүселәргә хөрмәт һәи ихтирам билдәһе. Кисәге диңгеҙселәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай, ә ветерандар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Диңгеҙселәр тантаналы шарттарҙа штурмлау төркөмдәре өсөн хәрби катер ҙа тапшырҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары Донбассҡа хәрби бурысын үтәргә юллана

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары Донбассҡа хәрби бурысын үтәргә юллана. Яугирҙарҙы оҙатыу тантаналы шарттарҙа «Өфө» арена боҙ һарайы фойеһында уҙҙы. Башҡортостан Башлығы исеменән яугирҙарҙы республика хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе Альберт Ғилманов тәбрикләне.
🔥21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә спорт мәктәбе хәрби разведчикҡа «УАЗ» һатып алып тапшырҙы

Ысын патриоттың аңлы һайлауы. Өфөнөң 10-сы спорт мәктәбе директоры урынбаҫары быйыл мартта Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ул үҙенә «Башҡорт» ҡушаматы алған. Был тыуған республикаға һөйөүҙе символлаштыра. Әле яугир хәрби разведка подразделениеһы составында хеҙмәт итә.
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова тәүге тапҡыр әсәй булды

Коллегабыҙ, «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова тәүге тапҡыр әсәй булды. Сабый Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ауырлығы 2 килограм 930 грамм, буйы 49 сантиметр булып тыуған. Ҡыҙға Йәмилә тип исем ҡушҡандар. Хеҙмәттәшебеҙҙе һәм уның тормош иптәшен яңы статустары менән ҡотлайбыҙ, бәпескә ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.
4👍1🥰1🤩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте

Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте. Туғанлыҡты, тамырҙарҙы нығытҡан, мәҙәни мираҫты һаҡлаған халыҡсан осрашыу илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙе йыйҙы. Беҙҙең киләһе сюжетта.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында хаҡлы ялдағылар араһында спартакиаданың муниципаль этабы үтте

Көмөш йәш спорт менән шөғөлләнергә ҡамасауламай. Шишмә районында хаҡлы ялдағылар араһында спартакиаданың муниципаль этабы үтте.
Ярышта 20-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар физик әҙерлектәрен ГТО нормативтарын тапшырыуҙа күрһәтте. Бынан тыш, спартакиада программаһына дартс, өҫтәл теннисы, йөҙөү һәм шахмат инде. Пенсионерҙың күбеһе яҡшы физик әҙерлеге менән айырып торҙо һәм алтын билдә алыу хоҡуғына эйә булды.
👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм яугирҙарға ярҙам мәсьәләләрен күтәрҙе

Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, студенттар төҙөлөш отрядтарының эшен камиллаштырыу. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа мөһим темалар ҡаралды. Аҙна дауамындағы эш йүнәлештәре билдәләнде.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Рәсәй мунсаһы баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә

Өфө Рәсәй мунсаһы баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Рәхәттә» халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале менән танышҡандан һуң белдерҙе. «Ҡашҡаҙан» паркындағы сара быйыл дүртенсегә ойошторолдо. Андрей Назаров төбәк шифаханаларының ҡаҙаныштары, оҫта-һөнәрселәрҙең эштәре менән ҡыҙыҡһынды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда федераль пилот проектына ярашлы сәнәғәт кластерҙары үҫтерелә

Башҡортостанда федераль пилот проектына ярашлы сәнәғәт кластерҙары үҫтерелә. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына республиканың 25 кластеры ҡарай, унда ингән ойошмалар льготалы займ һәм кредит, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар кеүек төрлө ярҙам алыуға хоҡуҡлы. Былтыр был мөмкинлек менән республиканың ике компанияһы файҙаланған. Федераль бюджеттан йәлеп ителгән дөйөм сумма 39 миллион һум.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы Донбаста һәләк булған балаларҙы хәтерләне

Йыл һайын 27 июлдә Донбаста һуғыш ҡорбандары булған балаларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. 2022 йылдан алып был көн хәрби хәрәкәттәр һәм украина ҡораллы көстәренең утҡа тотоуы һөҙөмтәһендә һәләк булған Донецк халыҡ республикаһы йәштәре иҫтәлегенә арнала. Донбаста ғүмерҙәрен һуғыш өҙгән балаларҙы иҫкә алыу акциялары һәм саралары тотош ил буйынса уҙҙы.
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шүлгәнташ ҡурсаулығында ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә инеү уңайынан ҙур байрам үтте

Бөрйән районының Шүлгәнташ ҡурсаулығында заманса музей комплексы асылыуға өс йыл тулыуға һәм Юнеско-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә арналған ҙур концерт үтте.
Музей амфитеатры сәхнәһендә Башҡортостандың һәм райондың билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Тамашасылар «Дәрүиш», «Бүреләр», «Етегән» төркөмдәренең, Рәсүл Ҡарабулатовтың, Нәжип Юлдашбаевтың сығыштарын көслө алҡыштар менән оҙатты.
🥰1
Республикала “Бәлеш фестивале” үтәсәк

Сара 9 августа Бүздәк район үҙәгендә ойошторола. Сара ҡунаҡтары Башҡортостан халыҡтарының кухняһы менән таныша, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итә ала. Оҫталыҡ дәрестәре, йәрминкә һәм ҙур концерт була. Бәлеш фестивале көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.
👍1
“Салауат Юлаев” тың элекке уйынсыһы Нэйтон Тодд “Спартак”ка күсте

Канада легионеры Мәскәү клубы менән 1 йылға килешеү төҙөнө. Хоккейсы юлаевсылар составында 72 матч уҙғарып һөҙөмтәле уйын күрһәтте, 16 шайба индерҙе, 41 пас бирҙе. Плей-офта йәрәхәт алып, командаға ярҙам итә алманы.
🤩1