БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.79K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына

Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. 60-тан ашыу яҡташыбыҙ үҙ хәрби позицияларына ҡайта. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды

Яңы быуын идарасылары. Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, финалға сыҡҡан 70 кеше лекция-семинарҙарҙа ҡатнашыуҙан тыш, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк-тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Курс тыңлаусылары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай

Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Район 2019 йылдан алып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Пионер, Спартак ауыл биләмәләре республика күләмендә финалға сығып 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. 2023 йылдағы конкурста Бекетов ауылы биләмәһе еңеү яулаған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Таисия Павлова 7-се тапҡыр әсәй булған

Өфөлә 7-се тапҡыр әсәй булған Таисия Павлова бала табыу йортонан өйөнә ҡайтты. Бәхетле әсә менән сабыйҙы ғаилә башлығы Сергей Сергеевич ҡаршыланы. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 20 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың дөйөм суммаһы 4 миллиард һумдан ашыу. Йыл һайын баш ҡаланың перинаталь үҙәгендә 4 мең бала донъяға килә. Был һәр дүртенсе сабый тап ошонда тыуа тигән һүҙ. Перинаталь үҙәктә шулай уҡ республиканың 14 районынан йөклө ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәтләндерелә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы. Йәйге ял майҙансығы балаларҙың тирмәләрҙә йәшәп, этник рухта һуғарылған сараларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сираттағы смена ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды

«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды. Ике айлыҡ тәнәфестән һуң Омари Тетрадзе командаһы «СКА-Хабаровк» менән осрашты.
👍21
Республикала ике айҙа 50 кеше һыуға батҡан

Уларҙың күбеһе хәмер эскән килеш һыу ингән йәки рөхсәт ителмәгән урында йөҙгән. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә даими рейд уҙғара. Ял итеүселәргә хәүефһеҙлек талаптары аңлатыла. Белгестәр рәсми ҡомлоҡтарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә. Пляждар исемлеге менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды

Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. Аҡ халатлыларҙы оло ҡаҙаныштары менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй

Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй. Улар бәләгә тарыған водителдәргә ярҙам итә. Был автомобиль хужаларына уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан – «Росагролизинг» аша махсус техника һатып алыуҙа илдә беренсе урындарҙа

Башҡортостан-«Росагролизинг»тан ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсуслаштырылған техника һатып алыу буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Был турала республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерелде. Төбәк операторҙары 15 берәмек техника менән тәьмин итеүгә заявка биргән, 13-ө һатып алынған да инде. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йәшел зонаға инә. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла 204 контейнер майҙансығын төҙөкләндереүгә һәм 2 меңдән ашыу контейнер һатып алыуға ихтыяж бар.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә

Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә ғәҙәттәгесә беренсе урынды биләй. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
👍2
Башҡортостандан 5 медицина хеҙмәткәре "Йылдың иң яҡшы табибы" конкурсында еңде

Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡотлаған. Республика яман шеш үҙәгенең Нефтекама филиалынан Әҙип Арыҫланов “Иң яҡшы онколог” тип табылды. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтәйәнова “Иң яҡшы участка терапевы”. Ҡариҙел район дауаханаһынан Эльза Лотфуллина “Иң яҡшы участка педиатры” исемен алды. “Рәсәйҙең иң яҡшы теш табибы” Республика стоматология поликлиникаһында эшләй. Ул Эльвира Ғәлимуллина. Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Алита Борискова “Иң яҡшы акушер” тип билдәләнгән. “Ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү табиптарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Шәхсән үҙем быға бер ҡасан да шикләнмәнем”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә

Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәт вуздарҙың сайтында бирелә. Контроль ҡабул итеү һандары буйынса конкурс исемлеге июль аҙағында билдәле була. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә лә мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университетында бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса 5600-ҙән ашыу бюджет урыны бүленгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте

«Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының өс йыллығы уңайынан Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте. Комплекс биләмәһендә иртәнән кискә тиклем мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Бигерәк тә, келәм батырҙары көрәше, «Ауҙарыш» уйыны сәмле барҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте

Рок йырсыһының тыуыуына 55 йыл. Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте. Үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған музыкантты тамашасылар онотмай, уның йырҙары күптәрҙең йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Тулырак мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте

Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте. Имәндәш ауылының Уҡлыҡая эргәһендәге майҙанда ойошторолған бәйгелә Башҡортостан төбәктәре, Татарстандың Алабуға ҡалаһы спортсылары ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Сарала дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, көньяҡ райондар башлыҡтары, файҙалы ҡаҙылмалар менән эшләгән компаниялар етәкселәре ҡатнашты.
👍1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды. Олег Казанов төбәктең файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы иң ҙур предприятиеларының береһендә алтын мәғдәне сығарыуҙа файҙаланылған техник мөмкинлектәр менән танышты. Оҙаҡ йылдар дауамында компания муниципалитетҡа ярҙам итә, халыҡ өсөн социаль объекттар төҙөй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты

Республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты. Яңы быуын идарасылары Шишмә районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы биләмәһендә әҙерләнә. Курс программаһы дүрт уҡытыу модуленән тора, тәүгеһе ун көнгә иҫәпләнгән. Проектта ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә тәҡдим-һорауҙары менән мөрәжәғәт итә алды. Шулай уҡ сара барышында ике махсус хәрби операция ветеранына «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондынан ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй

Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 2 август республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам программаһы, һәйкәл һәм обелисктарға сәскә һалыу, мәҙәни, спорт саралары үтәсәк.
1