Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте
Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте. Сараға республиканың ғына түгел, хатта илдең төрлө төбәктәенән ҡунаҡтар йыйылды.
Ғәтиәутллиндар ырыуы Айыт ауылында, Бишбүләк районында ғына түгел, тотош республикала билдәле нәҫел. Улар араһындан билдәле табиптар, ғалимдар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Туғандар шәжәрә байрамын нәҫелдең бай тарихын йәштәргә еткереү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау маҡсатында ойоштора.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте
Йәмәғәт башланғыстарын һәм социаль проекттарҙы яҡлап. Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте. Әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм муниципаль учреждениелар берләшеп, ҡалала уңайлы мөхит булдырыу, социаль-иҡтисади үҫеш тәьмин итеү буйынса идеяларҙы ҡараны.

«Аҫылташ» форумында Башҡортостан йәштәре 3,5 миллион һумлыҡ грант отто
Йылайыр районында үткән «Аҫылташ» форумында «Рәсәй йәштәр гранты» Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде. Быйыл Башҡортостандан 7 еңеүсе 3 миллион ярым һумлыҡ приз фондын бүлеште.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө районында археологик экспедиция бара
Бөрө районында археологик экспедиция бара. Биләмәлә Башҡортостан милли музейы менән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре эшләй.

Өфө – Иглин - Ҡыҙыл Яр - Павловка юлы тәртипкә килтерелгән
Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарылған. Эшселәр Иглин һәм Нуриман райондарында 4 участкала юл ҡатламын яңыртҡан. “Ауыл халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды. Был трассанан Павловка һыуһаҡлағысына һәм башҡа матур урындарға бик күп туристар йөрөй”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә
Шифалы эсемлек етештереү буйынса республика илдә беренсе урында. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраталар. Ул мөһим экспорт продуктына әйләнә. Мәҫәлән, былтыр Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанға 6 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге оҙатылған. “Ҡымыҙ бешеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Йылҡысылыҡ - милли традиция ғына түгел. Был беҙҙең иҡтисадтың ҙур өлөшө. Уның киләсәге лә өмөтлө. Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙыу бара. Уны эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Салауат ҡалаһында табиптарға бер миллион һум түләнә
Дәртләндереү сараһы дауаханаларға белгестәрҙе йәлеп итергә тейеш. Сумма эшкә урынлашҡандан һуң бирелә башлай. Ай һайын 20 мең һум күсерелә. Яңы түләү Салауат ҡалаһында ғына булдырылған. Бөгөн бындағы дауаханаларға 62 табип һәм 69 шәфҡәт туташы етмәй. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында комиссия медицина белгестәренә фатир бүлергә ҡарар иткән. Салауат ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама һәм Өфөнән табиптар килгән. Августа уларға тағы ла өс белгес ҡушыла.

Радий Хәбиров ҡатнашлығында һаулыҡ һаҡлау советы үтте
Яңы заманса медицина учреждениелары, юғары технологиялы ҡоролмалар, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса совет ултырышында халыҡтың сәләмтлеген һаҡлауға ҡағылған ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, табиптарҙы видеорежимда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш кардиологы тәбрикләне. Совет Республика кардиология үҙәгенең күптән түгел генә асылған яңы хирургия корпусында үтте.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Защитник» үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү нисек ойошторолған? Һорауға яуап «Защитник» үҙәгендә ойошторолған асыҡ ишектәр көнөндә бирелде. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Защитник» үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү нисек ойошторолған? Һорауға яуап «Защитник» үҙәгендә ойошторолған асыҡ ишектәр көнөндә бирелде. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Защитник» үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды
Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды. Йәш депутаттар советына республиканың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар инә. Шул уҡ ваҡытта депутаттың ниндәй партиянан булыуы мөһим түгел.

Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды
Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды. Уға ярашлы, предприятие хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек тупланмаларын әҙерләү буйынса уйында ҡатнашып, социаль яуаплылығын күрһәтә ала. Мәрхәмәтлек сараһында тәүгеләрҙән булып башҡарма власть органдары вәкилдәре, депутаттар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Республика аграрийҙары 1,2 миллион тонна мал аҙығы туплаған
Бер баш малға 12 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Башҡортостан аграрийҙары 445 мең гектар майҙанда мал аҙығы культураларын сабып алған. 371 мең тонна бесән һәм 872 мең тонна сенаж һалынған. Эш Тәтешле һәм Ҡалтасы райондарында ла йылдам бара. Күрһәткестәр планға ярашлы 78% тәшкил итә.
Бер баш малға 12 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Башҡортостан аграрийҙары 445 мең гектар майҙанда мал аҙығы культураларын сабып алған. 371 мең тонна бесән һәм 872 мең тонна сенаж һалынған. Эш Тәтешле һәм Ҡалтасы райондарында ла йылдам бара. Күрһәткестәр планға ярашлы 78% тәшкил итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йыландар әүҙемләшә: белгестәр халыҡҡа һаҡ булырға кәңәш итә
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә йыл башынан төбәктә 13 кешене йылан саҡҡан. Башҡортостан халҡы һөйрәлеүселәрҙең саманан тыш үрсеүенә һәм кеше йәшәгән урындарҙа күпләп осрауына зарлана.. 2025 йылда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә граждандарҙан йыландар тураһында 60-тан ашыу хәбәр килгән. Йыш ҡына һүҙ ағыулы булмаған туҙбаш йылан тураһында бара. Йыландар менән осрашҡанда ниндәй һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәклеге хаҡында киләһе яҙмала.

Үзбәкстанда йәшәгән башҡорт балалары Башҡортостан менән таныша
Тамырҙарға сәйәхәт. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Үзбәкстанда йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың балалары Өфөгә ҡунаҡҡа килде. Уларҙы ҡаршы алыу ике төбәк араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Сәйәхәттең төп маҡсаты-үҫеп килеүсе быуындың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен формалаштырыу, Башҡортостан территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырыу. 9 бала һәм уларҙы оҙатып барыусы 4 кешенән торған делегация Өфөгә кисә килеп етте.

Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән
Абитуриенттар республикабыҙ колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы менән бер рәттән илдә лидерҙар иҫәбенә инде. Ҡабул итеү кампанияһы 15 авгусҡа тиклем дауам итә, шуға күрә һан тағы ла артыр тип көтөлә.

👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән
Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән. Ул тиҙ арала һүндерелгән. Төбәктәге оператив хәл буйынса көнүҙәк мәғлүмәтте Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. Быйыл дөйөм майҙаны 26 гектарҙан ашыу булған 11 урман янғыны һәм 1 мең 200 гектарҙан ашыу 306 ҡоро үҫемлек янғыны барлыҡҡа килгән. Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала алдағы көндәрҙең яуым-төшөмлө булыуы көтөлә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн киң йәмәғәтселек алдында сығыш яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте
Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәр өсөн сараны махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар алдында билдәле алып барыусылар, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Юлия Краснова, Артур Ғәлиев һәм башҡа эксперттар сығыш яһаны. Улар махсус хәрби операция ҡаһармандары аудитория алдында үҙеңде тотоу, фекереңде аныҡ итеп еткерә белеү буйынса кәңәштәрен еткерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы
Саҡмағош районы аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен башланы. Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы игенселәре ужым арышын сабыуға төштө. Быйыл улар яҡшы уңыш алырға өмөтләнә, сөнки бөтә эштәр ҙә сифатлы үтәлгән, һауа шарттары ла ужым культуралары үҫешенә ыңғай тәьҫир иткән. Әлеге ваҡытта уңышты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро
Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро. Бөгөн республикала ҡымыҙ етештертергән 180-гә яҡын хужалыҡ иҫәпләнә. Көн һайын тиҫтәләгән тонна шифалы эсемлек һатыуға сығарыла. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы милли брендты пропагандалауға үҙ өлөшөн индергән алдынғы төбәктәр исемлегендә.
Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро. Бөгөн республикала ҡымыҙ етештертергән 180-гә яҡын хужалыҡ иҫәпләнә. Көн һайын тиҫтәләгән тонна шифалы эсемлек һатыуға сығарыла. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы милли брендты пропагандалауға үҙ өлөшөн индергән алдынғы төбәктәр исемлегендә.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде
Башҡортостанда армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 102 йыллығы билдәләнде. Тантана Шишмә районының Сәлих ауылында үтте. Сара ҡунаҡтары геройҙың тарихи юлын иҫкә төшөрҙө, музейға яңы экспонаттар бүләк итте.