Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан урмансыларына яңы техника тапшырылды
Башҡортостан урмансыларына заман талаптарына яуап биргән өр-яңы техника. Инспекторҙарҙың эшен техник яҡтан көйләү «Урман хужалығын үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса 27 миллион һумлыҡ федераль сығымдарға башҡарылған. Урман һағында торған белгестәр һәм яңы техника алып ҡыуанған инспекторҙар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Башҡортостан уҡсылары Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы
Учалынан Динә Вәлиева рекорд ҡуйҙы. Ул өс дисциплинала 2 алтын һәм 1 бронза миҙалға лайыҡ булды. Ярыш Һамар өлкәһендә үтте. Унда ил төбәктәренән 200-ҙән ашыу спортсы мәргәнлектә көс һынашты. Тиҙлеккә атыу буйынса Илмир Әхмәтйәнов иң оҫтаһы тип табылды. Турнирҙың “Тарихи уҡ” тигән төрөндә Тимур Өмөтбаев алтын, Илмир Әхмәтйәнов көмөш, Динә Вәлиева бронза миҙал менән бүләкләнде.

❤1
Республикала киләһе йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө иғлан ителде
Улар мартта һәм майҙа билдәләнә. Республикала йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көндәре көтә. Премьер-министр Андрей Назаров дини байрамдарҙы уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Уға ярашлы, 20 мартта Ураҙа байрамы була, был көндө халыҡ ял итә. 27 майҙа Ҡорбан ғәйете үткәрелә.

Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды
Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды. Әле бында төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтеп бара. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда наркотик һатырға маташҡан Пермь крайы кешеһе ҡулға алынған
Үҙәк Азия республикаларының береһендә тыуған 53 йәшлек ир Рәсәйҙә айырыуса ҙур күләмдә наркотик менән сауҙа итеүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, енйәттә ғәйепләнеүсе Ғафури районы Ивановка ауылынан алыҫ түгел урманда наркотик матдәләр йәшерә.

😱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы тәүлектә республикала 31 янғын теркәлгән
Уҙған төндә Яңауыл районы Сулпан ауылында ағас йортта янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр көсө менән ут һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 48 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә тәмәке тартҡандағы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.
Өфөнөң Сипайлово урамында автомобиль янған. Ут «Мазда» автомобиленең двигателен ялмап ала. Махсус хеҙмәттәр килгәнгә тиклем шаһиттар янғынды һүндереп маташа. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.

Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған
Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған. Предприятиела билдәләүҙәренсә, сит ил эшселәре Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының махсус квотаһы буйынса йәлеп ителгән. Был кадрҙар етешмәүгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта производствола әле лә вакантлы вазифалар бар, уларға урындағы халыҡ та саҡырыла. Һиндостан эшселәренә килгәндә, улар фабрика биләмәһендәге ятаҡта йәшәй, телде өйрәнә, һәм параллель рәүештә уҡый.

Бөрйән районында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегия ултырышы үтте
Бөрйән районында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегия ултырышы үтте. Сарала тармаҡтың ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, милли һәм федераль проекттарҙың эшмәкәрлеге тикшерелде. Коллегияла ҡатнашыусылар Бөрйән үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһы менән дә танышты.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Борис Миркинға мемориаль таҡтаташ асылды
Өфө геоботаника мәктәбенә нигеҙ һалыусы иҫтәлегенә. Баш ҡалала ғалим Борис Миркинға мемориаль таҡтаташ асылды. Биология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре үҫемлектәрҙе классификациялау теорияһына ғына түгел, геоботаникала һанлы ысулдар эшләүгә лә ҙур өлөш индерә.
Өфө геоботаника мәктәбенә нигеҙ һалыусы иҫтәлегенә. Баш ҡалала ғалим Борис Миркинға мемориаль таҡтаташ асылды. Биология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре үҫемлектәрҙе классификациялау теорияһына ғына түгел, геоботаникала һанлы ысулдар эшләүгә лә ҙур өлөш индерә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды
Рәсәйҙә Берҙәм фольклор көнө уңайынан Өфөлә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы тарафынан ойошторолған фекер алышыуҙа шәхескә музей асыу мөһимлеге билдәләнде.

❤2
Быйыл Башҡортостанда 7 мең ғаилә күп балалы тигән танытма алған
Республикала 70 меңгә яҡын ғаиләнең ошондай документы бар. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова улар эйә булған льготаларҙы хәтергә төшөрҙө. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары ҡала транспортында бушлай йөрөргә хоҡуҡлы. Колледжда белем алыуға компенсация ҡарала. Коммуналь хеҙмәттәрҙе түләгәндә ташламалар бар. Тулы мәғлүмәт менән семьярб нөктә рф сайтында танышырға була. Өс һәм унан күберәк бала үҫтергән ғаилә ишле иҫәпләнә. Танытманы алыуға ғариза күп функциялы үҙәктәрҙә тапшырыла.

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
Конкурс 1 авгусҡа тиклем дауам итә. Проектҡа ярашлы, ауылға йәки 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға эшкә барған белгестәр бер тапҡыр компенсация алырға хоҡуҡлы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Программала мәҙәниәт йүнәлеше буйынса профессиональ белеме булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе махсус комиссия һайлай. Улар эшләргә тейешле мәҙәниәт ойошмаһы һәм Мәҙәниәт министрлығы менән хеҙмәт килешеүе төҙөргә бурыслы. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллыҡ юбилей сараларында юғары ҡунаҡтар ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Ростех» дәуләт корпорацияһы генераль директоры Сергей Чемезов, «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков предприятие хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Юбилей уңайынан УМПО заводында эшләүсе өс ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды.

🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк
Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Был аҙнала ил президенты Владимир Путин видеоконференция режимында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының дүрт һыҙатлы Дүртөйлө-Әшит юлын асыуға старт бирҙе. Яңы транспорт артерияһы төбәктең инвестиция ҡеүәтен арттырып, сауҙа, производство, эске туризм үҫешенә яҡшы йоғонто яһар тип көтөлә. Киләсәк маҡсаттар тураһында киләһе сюжетта.

Былтыр Иглин районында 19 юл буйы сервисы файҙаланыуға тапшырылған
Былтыр Иглин районында 19 юл буйы сервисы файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл тағы ла өс объект асыу планлаштырыла. Был аңлашыла, сөнки төбәк аша һалынған М-5 «Урал» трассаһы буйлап тәүленә 10 мең самаһы автомобиль үтә. Шуға күрә бында юл буйы сервисын үҫтереү водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеү өсөн бик мөһим.

«Русь» аҙыҡ-түлек банкы вәкиле -«Аҙыҡ-түлек» төбәк банкынан 33 меңдән ашыу мохтаж кешегә ризыҡ тапшырылған
«Русь» аҙыҡ-түлек банкы вәкиле -«Аҙыҡ-түлек» төбәк банкынан 33 меңдән ашыу мохтаж кешегә ризыҡ тапшырылған. Социаль йүнәлештәге ярҙам йыл дауамында ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙең балаларына, яңғыҙ ҡалған өлкәндәргә күрһәтелә.

Өфө-Иглин-Ҡыҙыл Яр-Павловка юлы тәртипкә килтерелгән
Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарылған. Эшселәр Иглин һәм Нуриман райондарында 4 участкала юл ҡатламын яңыртҡан, уның ситтәрен нығытҡан, һыҙаттар төшөргән. “Ауыл халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды. Был трассанан Павловка һыуһаҡлағысына һәм башҡа матур урындарға бик күп туристар йөрөй”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Благовар районында ике инәй 100 йәшен билдәләй
Бер быуатлыҡ юбилярҙар Әҡлимә Ғәниева һәм Сәғиҙә Әхмәтшина тураһында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов яҙған. Әҡлимә Әхкәметдин ҡыҙы 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй. Бөгөн мәғариф ветераны балалары менән йәшәй. Сәғиҙә Мәзит ҡыҙы - комбайнсы. Ул 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. “Инәйҙәр яҡташтарының хөрмәтен ҡаҙанды. Юбилярҙарға ғаилә бәхете, йылы осрашыуҙар, яҡындар хәстәрлеге теләйем”, - тип яҙған телеграм каналында Марат Йосопов.

Ике ай эсендә Башҡортостанда 50 кеше һыуға батып һәләк булған
Ике ай эсендә Башҡортостанда 50 кеше һыуға батып һәләк булған. Үлемесле осраҡтарҙың сәбәбе һәр ваҡыттағыса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү менән бәйле. Спиртлы эсемлек эсеп һыу төшөү, рөхсәт ителмәгән пляждарға йөрөү, балаларҙы һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм башҡа сәбәптәр йылдағыса фажиғәләргә килтерә. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә даими рейдтар ойоштора. Улар ял итеүселәргә хәүефһеҙлек талаптарын аңлатып һыу ингәндә уяу булырға кәңәш итә.