БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.11K photos
7.75K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында оноторға ярамай

Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Был хаҡта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкә төшөрә. Ведомство һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәрҙе таҙалыҡты һаҡларға саҡырып мөрәжәғәт итте. Был үтенес айырыуса ҡырҙа шешлек ҡурыусыларға, балыҡ ҡармаҡлаусыларға, һыу инеүселәргә ҡағыла.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты

Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙе, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙең һөнәри кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған һөнәрмәндәр бәйгеһе республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу ҡотҡарыусыны берләштерҙе.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс экспортҡа оҙатылды

Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс экспортҡа оҙатылды. Ветеринария һәм фитосанитория күҙәтеүе федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ лаборатория тикшеренеүҙәре тулы күләмдә уңышлы ойошторолған һәм импортер ил талаптарына яуап бирә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районынан Исламовтар төбәктең бәләкәй эшҡыуарлығын күтәреүгә өлгәшкән

Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан ҙур компанияға тиклем үҫкән бизнес. Ҡырмыҫҡалы районынан Исламовтар алтаҡталар, картина кеүек тиҫтәләрсә төр әйбер етештереп төбәктең бәләкәй эшҡыуарлығын күтәреүгә өлгәшкән. Шулай уҡ урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин иткән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте

Башҡортостанға авиация һөйөүселәре йыйылды. «Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте. Сарала самолеттар күргәҙмәһе, авиашоу, парашютсылар сығышы ойошторолдо.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана

Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана. Әле бер нисә тиҫтә ҡоролмала эш алып барыла. Уларҙың дүртәүһе федераль магистралдәрҙә төҙөлә. Тағы ла М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм Р-240 трассаларындағы 14 күперҙә планлы ремонт бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 16 күпер һалына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш

Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш. Илдә белем усаҡтарын уҡыу йылы башланғансы тиклем сафҡа индереү ҡаралған. Башҡортостан етәкселеге мәғариф учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын ярты айға алға күсерергә ҡарар иткән. Балалар 1 сентябргә тулыһынса әҙер мәктәптәргә килергә тейеш, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров капитал ремонт һүлпән алып барылған объекттарҙа эште йәнләндерергә һәм тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫҡа ҡушты.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә

Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә. Был ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тәҡдиме буйынса «Белемгә юл» проекты сиктәрендә башҡарыла. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Өҫтәмә рәүештә проект сиктәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу һәм элеккеләрен яңыртыу, биләмәләрҙе яҡтыртыу эштәре планлаштырылған
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына

Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. 60-тан ашыу яҡташыбыҙ үҙ хәрби позицияларына ҡайта. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды

Яңы быуын идарасылары. Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, финалға сыҡҡан 70 кеше лекция-семинарҙарҙа ҡатнашыуҙан тыш, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк-тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Курс тыңлаусылары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай

Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Район 2019 йылдан алып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Пионер, Спартак ауыл биләмәләре республика күләмендә финалға сығып 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. 2023 йылдағы конкурста Бекетов ауылы биләмәһе еңеү яулаған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Таисия Павлова 7-се тапҡыр әсәй булған

Өфөлә 7-се тапҡыр әсәй булған Таисия Павлова бала табыу йортонан өйөнә ҡайтты. Бәхетле әсә менән сабыйҙы ғаилә башлығы Сергей Сергеевич ҡаршыланы. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 20 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың дөйөм суммаһы 4 миллиард һумдан ашыу. Йыл һайын баш ҡаланың перинаталь үҙәгендә 4 мең бала донъяға килә. Был һәр дүртенсе сабый тап ошонда тыуа тигән һүҙ. Перинаталь үҙәктә шулай уҡ республиканың 14 районынан йөклө ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәтләндерелә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы. Йәйге ял майҙансығы балаларҙың тирмәләрҙә йәшәп, этник рухта һуғарылған сараларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сираттағы смена ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды

«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды. Ике айлыҡ тәнәфестән һуң Омари Тетрадзе командаһы «СКА-Хабаровк» менән осрашты.
👍21
Республикала ике айҙа 50 кеше һыуға батҡан

Уларҙың күбеһе хәмер эскән килеш һыу ингән йәки рөхсәт ителмәгән урында йөҙгән. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә даими рейд уҙғара. Ял итеүселәргә хәүефһеҙлек талаптары аңлатыла. Белгестәр рәсми ҡомлоҡтарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә. Пляждар исемлеге менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды

Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. Аҡ халатлыларҙы оло ҡаҙаныштары менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй

Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй. Улар бәләгә тарыған водителдәргә ярҙам итә. Был автомобиль хужаларына уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан – «Росагролизинг» аша махсус техника һатып алыуҙа илдә беренсе урындарҙа

Башҡортостан-«Росагролизинг»тан ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсуслаштырылған техника һатып алыу буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Был турала республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерелде. Төбәк операторҙары 15 берәмек техника менән тәьмин итеүгә заявка биргән, 13-ө һатып алынған да инде. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йәшел зонаға инә. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла 204 контейнер майҙансығын төҙөкләндереүгә һәм 2 меңдән ашыу контейнер һатып алыуға ихтыяж бар.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә

Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә ғәҙәттәгесә беренсе урынды биләй. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
👍2
Башҡортостандан 5 медицина хеҙмәткәре "Йылдың иң яҡшы табибы" конкурсында еңде

Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡотлаған. Республика яман шеш үҙәгенең Нефтекама филиалынан Әҙип Арыҫланов “Иң яҡшы онколог” тип табылды. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтәйәнова “Иң яҡшы участка терапевы”. Ҡариҙел район дауаханаһынан Эльза Лотфуллина “Иң яҡшы участка педиатры” исемен алды. “Рәсәйҙең иң яҡшы теш табибы” Республика стоматология поликлиникаһында эшләй. Ул Эльвира Ғәлимуллина. Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Алита Борискова “Иң яҡшы акушер” тип билдәләнгән. “Ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү табиптарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Шәхсән үҙем быға бер ҡасан да шикләнмәнем”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.
👍2