БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.11K photos
7.73K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө–Әшит участкһы сафҡа инде

Дүртөйлө-Әшит юлы асыҡ. Борай районында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының 275 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлын асыу тантанаһы үтте. Транспорт хәрәкәтенә стартты онлайн режимда Рәсәй Президенты Владимир Путин бирҙе. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе быйыл 100 йыллығын билдәләй

Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты

Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты. Сара туризм индустрияһы вәкилдәрен йыйҙы.Былтыр ноябрҙә Радий Хәбиров Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак менән осрашып, ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған

Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған. Ул интернет киңлектәрендә таралған видеоны ҡабатлай һәм иптәшенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хоҡуҡ боҙоу социаль селтәрҙәр мониторингы барышында асыҡланған. Был турала Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы. Семинар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә ойошторолдо. Сарала республиканың билдәле сәйәсмәндәре, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Тәгәрмәс өҫтөндәге дауахананың сираттағы туҡталышы-Иглин районының Урман ауылынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайырҙа «Аҫылташ» йәштәр форумына 650-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды

«Аҫылташ» әүҙем йәштәрҙе йыйҙы. 8-се тапҡыр ойошторолған йәштәр форумы Йылайыр районында «Ил берҙәмлеге өсөн» фестивале сиктәрендә үтә.
Сараны Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән Йәш яҡташтар ассоциацияһы ойоштора. Ҡатнашырға теләүселәр күплеген иҫәпкә алып, быйыл беренсе тапҡыр өҫтәмә урындар булдырылған. Йәмғеһе 650-нән ашыу кеше йыйылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте

Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе 100 йыллығын билдәләй

Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Цех эшселәре, инженер -технологтар, производство майҙансыҡтары етәкселәренә юғары наградалар тапшырылды. Предприятие майҙанында киләсәк быуындар өсөн ваҡыт капсулаһы һалынды. Хеҙмәткәрҙәрҙең теләктәре, завод яңылыҡтарын туплаған сәләм хаты 50 йылдан асыласаҡ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты. Яҡтар төбәктә енәйәт-башҡарыу системаһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Федераль ведомство етәксеһе урынбаҫары Радий Хәбировҡа федераль яза башҡарыу хеҙмәте эшенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда мобиль интернетҡа сикләүҙәр булыуы мөмкин

Ил төбәктәрендә хәүефһеҙлек маҡсатында ваҡыты-ваҡыты менән мобиль интернет тиҙлеге кәметелә, йә ул ваҡытлыса һүндерелә. Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүменә ҡаршы мотлаҡ сара Башҡортостанда ла ҡулланылыуы ихтимал.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде. Никах тантанаһы Янауылда үтте. Ватан һасыһы Регина менән егерме йыл таныш. Законлы никахты теркәү тантанаһында парҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, шулай уҡ ветерандар ойошмаһы һәм урындағы хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. «Шатун» ҡушаматлы яугир Чечня һуғышы ветераны, өс йыл тирәһе махсус хәрби операция биләмәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән ул йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан урмансыларына яңы техника тапшырылды

Башҡортостан урмансыларына заман талаптарына яуап биргән өр-яңы техника. Инспекторҙарҙың эшен техник яҡтан көйләү «Урман хужалығын үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса 27 миллион һумлыҡ федераль сығымдарға башҡарылған. Урман һағында торған белгестәр һәм яңы техника алып ҡыуанған инспекторҙар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Башҡортостан уҡсылары Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы

Учалынан Динә Вәлиева рекорд ҡуйҙы. Ул өс дисциплинала 2 алтын һәм 1 бронза миҙалға лайыҡ булды. Ярыш Һамар өлкәһендә үтте. Унда ил төбәктәренән 200-ҙән ашыу спортсы мәргәнлектә көс һынашты. Тиҙлеккә атыу буйынса Илмир Әхмәтйәнов иң оҫтаһы тип табылды. Турнирҙың “Тарихи уҡ” тигән төрөндә Тимур Өмөтбаев алтын, Илмир Әхмәтйәнов көмөш, Динә Вәлиева бронза миҙал менән бүләкләнде.
1
Республикала киләһе йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө иғлан ителде

Улар мартта һәм майҙа билдәләнә. Республикала йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көндәре көтә. Премьер-министр Андрей Назаров дини байрамдарҙы уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Уға ярашлы, 20 мартта Ураҙа байрамы була, был көндө халыҡ ял итә. 27 майҙа Ҡорбан ғәйете үткәрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды

Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды. Әле бында төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтеп бара. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда наркотик һатырға маташҡан Пермь крайы кешеһе ҡулға алынған

Үҙәк Азия республикаларының береһендә тыуған 53 йәшлек ир Рәсәйҙә айырыуса ҙур күләмдә наркотик менән сауҙа итеүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, енйәттә ғәйепләнеүсе Ғафури районы Ивановка ауылынан алыҫ түгел урманда наркотик матдәләр йәшерә.
😱1
Башҡортостан педагогтары ҡаҙна иҫәбенә шифаханаларҙа ял итә ала

56 меңлек сертификат 3 йылға бер тапҡыр бирелә. Уны алыу өсөн уҡытыусының мәғариф өлкәһендәге эш стажы 10 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Һуңғы хеҙмәт урынында 3 йыл эшләү шарты бар.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы тәүлектә республикала 31 янғын теркәлгән

Уҙған төндә Яңауыл районы Сулпан ауылында ағас йортта янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр көсө менән ут һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 48 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә тәмәке тартҡандағы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.
Өфөнөң Сипайлово урамында автомобиль янған. Ут «Мазда» автомобиленең двигателен ялмап ала. Махсус хеҙмәттәр килгәнгә тиклем шаһиттар янғынды һүндереп маташа. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған

Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған. Предприятиела билдәләүҙәренсә, сит ил эшселәре Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының махсус квотаһы буйынса йәлеп ителгән. Был кадрҙар етешмәүгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта производствола әле лә вакантлы вазифалар бар, уларға урындағы халыҡ та саҡырыла. Һиндостан эшселәренә килгәндә, улар фабрика биләмәһендәге ятаҡта йәшәй, телде өйрәнә, һәм параллель рәүештә уҡый.
👍1