Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт бирҙе
Рәсәй президенты Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт бирҙе. Магнитогорск ҡалаһына эш сәфәре менән килгән дәүләт башлығы тарихи ваҡиғаға видеоконференция режимында ҡушылды. Тиҙ йөрөшлө трасса Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә. Унда йөҙгә яҡын яһалма ҡоролма, шул иҫәптән 50 юл үткәргес, 25 күпер һәм алты транспорт үткәүеле төҙөлгән. М-12 трассаһы Мәскәүҙе Екатеринбург менән тоташтырып, Рәсәйҙең Европа өлөшө менән Урал араһында тиҙ йөрөшлө бәйләнеште тәьмин итеүсе берҙәм магистралдең бер өлөшө буласаҡ.

❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстандың Сит ил эштәре министры урынбаҫары менән осрашты
Радий Хәбиров Үзбәкстандың Сит ил эштәре министры урынбаҫары Олимжон Абдуллаев етәкселегендәге делегация менән осрашты. Фекер алышыу барышында яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса ҡунаҡхана асылды
Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса ҡунаҡхана асылды. «Небоарт» отелен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҡеүәтле объект республикала инвестиция проекты нигеҙендә сафҡа индерелде. Уға ярашлы, аэропорт биләмәһендә 110 кешегә яңы эш урыны булдырылды.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала капиталь ремонт программаһына ярашлы күп фатирлы 271 йорттоң ҡыйығы төҙөкләндерелә
Әлегә уларҙың 15-е буйынса эш теүәлләнгән. Подрядсы компаниялар билдәләнгән график буйынса объекттар буйынса планды үтәй. Өфөләге Менделеев урамы, 9/2-cе адрес буйынса ла ремонт саралары тамамланыу алдында.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә
Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә. Бында республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ул бер тапҡыр түләнә торған аҡсанан алып, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараларын күҙ уңында тота. «Защитник» үҙәгендә бөтә һорауҙарға ла яуап алырға мөмкин: банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби хеҙмәт буйынса һөйләй.

Башҡортостанда «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйындары йыйыны башланды
Башҡортостанда мөһим ваҡиға- Волга буйы федераль округының «Зарница 2.0» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйындары йыйыны башланды. Уның маҡсаты-йәштәр араһында башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләрен нығытыу, илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ, рухи-әхлаҡи бурыстарҙы көсәйтеү,азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә ойошторолған хәрби-патриотик сара хаҡында киләһе сюжетта.

Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә
Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Заманса комплекс 200 балаға иҫәпләнә. Төҙөлөш министры Артем Ковшов ошо турала белдерҙе. “Әле эшселәр өсөнсө ҡатты күтәрә башланы. Бинаға пандустар ҡуйыла”, - тине ул. Белем усағын төҙөү киләһе йылда тамамланырға тейеш.

Белоруссия уҡыусылары Башҡортостанда ял итә
Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников ошо турала белдергән. “Беҙгә 10 ҡыҙ һәм малай ҡунаҡҡа килде. Улар лагерға урынлаштырылды. Бындай сәфәрҙәр мәҙәни бәйләнештәрҙе нығыта, спорт һәм туризм өлкәһендә уртаҡ проекттарға нигеҙ һала”, - тип яҙған социаль селтәрҙә район етәксеһе. Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса Белоруссияға 1 мең пенсионер сәфәр ҡыла.

Башҡортостанда М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө–Әшит участкһы сафҡа инде
Дүртөйлө-Әшит юлы асыҡ. Борай районында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының 275 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлын асыу тантанаһы үтте. Транспорт хәрәкәтенә стартты онлайн режимда Рәсәй Президенты Владимир Путин бирҙе. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Дүртөйлө-Әшит юлы асыҡ. Борай районында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының 275 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлын асыу тантанаһы үтте. Транспорт хәрәкәтенә стартты онлайн режимда Рәсәй Президенты Владимир Путин бирҙе. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе быйыл 100 йыллығын билдәләй
Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне.
Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты
Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты. Сара туризм индустрияһы вәкилдәрен йыйҙы.Былтыр ноябрҙә Радий Хәбиров Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак менән осрашып, ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.

🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған
Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған. Ул интернет киңлектәрендә таралған видеоны ҡабатлай һәм иптәшенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хоҡуҡ боҙоу социаль селтәрҙәр мониторингы барышында асыҡланған. Был турала Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы. Семинар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә ойошторолдо. Сарала республиканың билдәле сәйәсмәндәре, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы. Семинар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә ойошторолдо. Сарала республиканың билдәле сәйәсмәндәре, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә
Һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Тәгәрмәс өҫтөндәге дауахананың сираттағы туҡталышы-Иглин районының Урман ауылынан репортаж.
Һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Тәгәрмәс өҫтөндәге дауахананың сираттағы туҡталышы-Иглин районының Урман ауылынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайырҙа «Аҫылташ» йәштәр форумына 650-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды
«Аҫылташ» әүҙем йәштәрҙе йыйҙы. 8-се тапҡыр ойошторолған йәштәр форумы Йылайыр районында «Ил берҙәмлеге өсөн» фестивале сиктәрендә үтә.
Сараны Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән Йәш яҡташтар ассоциацияһы ойоштора. Ҡатнашырға теләүселәр күплеген иҫәпкә алып, быйыл беренсе тапҡыр өҫтәмә урындар булдырылған. Йәмғеһе 650-нән ашыу кеше йыйылған.

Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте
Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.
Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе 100 йыллығын билдәләй
Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Цех эшселәре, инженер -технологтар, производство майҙансыҡтары етәкселәренә юғары наградалар тапшырылды. Предприятие майҙанында киләсәк быуындар өсөн ваҡыт капсулаһы һалынды. Хеҙмәткәрҙәрҙең теләктәре, завод яңылыҡтарын туплаған сәләм хаты 50 йылдан асыласаҡ.

Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты. Яҡтар төбәктә енәйәт-башҡарыу системаһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Федераль ведомство етәксеһе урынбаҫары Радий Хәбировҡа федераль яза башҡарыу хеҙмәте эшенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостанда мобиль интернетҡа сикләүҙәр булыуы мөмкин
Ил төбәктәрендә хәүефһеҙлек маҡсатында ваҡыты-ваҡыты менән мобиль интернет тиҙлеге кәметелә, йә ул ваҡытлыса һүндерелә. Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүменә ҡаршы мотлаҡ сара Башҡортостанда ла ҡулланылыуы ихтимал.
Ил төбәктәрендә хәүефһеҙлек маҡсатында ваҡыты-ваҡыты менән мобиль интернет тиҙлеге кәметелә, йә ул ваҡытлыса һүндерелә. Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүменә ҡаршы мотлаҡ сара Башҡортостанда ла ҡулланылыуы ихтимал.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде. Никах тантанаһы Янауылда үтте. Ватан һасыһы Регина менән егерме йыл таныш. Законлы никахты теркәү тантанаһында парҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, шулай уҡ ветерандар ойошмаһы һәм урындағы хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. «Шатун» ҡушаматлы яугир Чечня һуғышы ветераны, өс йыл тирәһе махсус хәрби операция биләмәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән ул йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.