БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.7K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһендә флора һәм фауна донъяһы тикшерелә

«Салауат»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырылған проект буйынса Әбйәлил районында бер төркөм биологтар эшләй. Улар төбәктең тәбиғәте менән яҡындан таныша, фәнни хеҙмәттәр яҙасаҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса урында геологик разведка эштәрен уҙғарыу күҙаллана. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Стәрлетамаҡ Рәсәй һыуы» экология акцияһына ҡушылды

Стәрлетамаҡ Рәсәй һыуы»экология акцияһына ҡушылды. Ҡалала йәшәүселәр Ағиҙел йылғаһы буйын таҙартырға сыҡты. Сарала предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа ҡатнашты.
1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе ял көндәрендә айырыуса һаҡ булырға саҡыра!

Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе ял көндәрендә айырыуса һаҡ булырға саҡыра! Бөгөн һәм алдағы ял көндәрендә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Сөнки тап ял көндәрендә республикала юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан колледждарында ғаризалар һаны ҡырҡа артыуы күҙәтелә

Башҡортостан колледждарында ғаризалар һаны ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Ҡабул итеү кампанияһың тәүге ике аҙнаһын ғына алайыҡ, уҙған йыл менән сағыштырғанда, ул яҡынса 14 процентҡа әүҙемерәк үткән. Был, тәү сиратта, сығарылыш синыф уҡыусылары араһында урта һөнәри белемгә ихтыяж артыуын күрһәтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда етем балалар өсөн ойошма һәм приюттар яңыртыла

Башҡортостанда етем балалар өсөн ойошма һәм приюттар яңыртыла. Улар ярым стационар хеҙмәтләндереү формаһындағы учреждениеларға үҙгәртелә. Хеҙмәткәрҙәр ата-әсәләргә һәм уларҙы тәрбиәгә алған балаларға ярҙам итә-тәрбиә процесында кәңәштәр бирә, оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәрә, даими бәйләнештә тора һәм торлаҡ алыуға сиратҡа баҫыр өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам итә. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үтте

Төбәктә матур йолаға әйләнгән байрам Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2019 йылдан уҙғарыла. Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында уҙған сарала илһөйәрлек күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт, коляскалар парады ойошторолдо. Радий Хәбиров «Ҡатын -ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» һәм Өфө хосписы хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән Изге Петр Һәм Феврония һәйкәленә сәскә һалды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында төҙөкләндреү эштәре бара

Йәй-юл төҙөүселәр өсөн иң ҡыҙыу мәл. Башҡортостан юлдарында водителдәргә уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн юлсылар иртәнге сәғәт һигеҙҙән эш өҫтөндә. Төбәк әһәмиәтендәге «Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында төҙөкләндреү эштәре барышы тураһында репортаж.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә хәрби иҫәп ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар арттырылды

Рәсәйҙә хәрби комиссариатҡа йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәтте хәбәр итмәгән өсөн штраф суммаһы арттырылды. Быға тиклем 1 меңдән 5 мең һумғаса түләргә тура килһә, хәҙер штраф күләме 10 меңдән 20 мең һумғаса еткерелде. Үҙгәрештәргә ярашлы, рәсми теркәү үтмәгән осраҡта йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәт билдәләнгән ваҡытта хәрби комиссариатҡа хәбәр ителергә тейеш. Административ яуаплылылыҡ ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡтан һәм Йылайырҙан 15 егет Ватан һағына юлланды

Әрме хеҙмәте-маҡтаулы бурыс, етди батырлыҡ һәм тормош мәктәбе. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатынан яҙғы саҡырылыштың һуңғы этабында 15 егет Ватан һағына баҫты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районының Урман-Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәгән 92 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев вафат булған

Белорет районының Урман-Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәгән 92 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев вафат булған. Ул тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, ярты быуаттан ашыу тыуған нигеҙен һыуытмай донъя көтә. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы тота, йәшелсә үҫтерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Екатерина Васильконың «Беҙ бергә» картиналар күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң заманса сәнғәт музейында рәссам Екатерина Васильконың «Беҙ бергә» картиналар күргәҙмәһе асылды. Залда авторҙың 40-яҡын ижад емеше ҡуйылған. Екатерина Василько физик мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан өйҙә генә бикләнеп ултырмай, әсәһе менән республика буйлап сәйәхәт итә, картинала яҙа, ҡул эштәре менән шөғөлләнә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы Континенталь хоккей лигаһының 3х3 чемпионатында алтын миҙал яуланы

«Салауат Юлаев» клубы Континенталь хоккей лигаһының 3х3 чемпионатында алтын миҙал яуланы! Руслан Сөләймәнов тәрбиәләнеүселәре финалда «Аҡ Барс» хоккейсыларынан өҫтөнөрәк булды. Иң тәүҙә юлаевсылар ярымфиналда Силәбенең «Трактор»ын 4-2 иҫәбе менән еңде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында «Нөрлө-трофи» фестивале үтте

Автоспорт һөйөүсөләр Өфө районына йыйылды. Нөрлө ауылы эргәһендәге майҙанда «Нөрлө-трофи» фестивале үтте. Үҙенсәлекле һәм экстремаль ярышта илдең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡортостан сәнәғәт туризмын үҫеше буйынса лидер төбәктәр исемлегендә

Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә төбәктәр рейтингы иғлан ителде. Республикала етештереү объекттарына ҡыҙыҡһыныу арта. 2022 йылда бындай турҙарҙа 8 мең кеше ҡатнашҡан. Улар ҙур предприятиеларҙың үҙенсәлекле технологиялары һәм етештереү мәҙәниәте менән танышҡан. Рейтинг төҙөгәндә эксперттар 4 төп йүнәлеш буйынса 300 күрһәткесте иҫәпкә алған.
Республика рәссамдарын “Минең Рәсәй” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Федераль почта хеҙмәте идаралығынан ошо турала хәбәр итәләр. Рәсәй Почтаһы илебеҙгә арналған марка һәм автор открыткаларын сығара. Варианттар ижади бәйгегә ебәрелгән рәсемдәр араһынан һайлана. Ярышта профессиональ һәм һәүәҫкәр ижадсылар, студенттар ҡатнаша ала. Заявка һәм эштәр 24 августҡа тиклем ҡабул ителә.
Республикала талпандарҙың әүҙемлеге һаҡлана

Быйыл 8 мең 800-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың өс меңдән ашыуы - балалар. Белгестәр әйтеүенсә, талпан аша энцефалит, боррелиоз һәм башҡа сирҙәр йоғоуы ихтимал.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алып «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде

Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алып «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был статусты республика өсөн тарихи ваҡиға тип атаны.
«Шүлгәнташ» мәмерйәһе Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ул тәүтормош кешеләре сәнғәте ҡомартҡыһы, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур һәм иң матур мәмерйә тип иҫәпләнә. Шүлгәнташ доломит, гипс кеүек тау тоҡомдарынан тора һәм палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең петроглифтары, йәғни ҡая һүрәттәре аша билдәле. Улар таш быуат кешеләре тарафынан 15 мең йыл элек төшөрөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Был дата йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.
«Һанлы технологиялар йылдам үҫешкән дәүерҙә почта элемтәһе элеккесә миллионлаған кеше өсөн хеҙмәттәрҙең ҙур теҙмәһен тәьмин итеүсе мөһим социаль институт булып ҡала. Был айырыуса республикабыҙ өсөн мөһим, унда меңдән ашыу бүлексә эшләй, уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды

Бөгөн ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды. Үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр көтөп алған ялын башлыса яҡындары янында үткәргән, күптәре көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, диңгеҙ буйын ялға барып килеүселәр ҙә булған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Был хаҡта Урман хужалығы министрлығы иҫкәртё. Бер үк ваҡытта Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә 27 июлгә тиклем граждандарҙың урманда йөрөүенә һәм унда транспорт сараларының инеүенә сикләү ғәмәлдә ҡала.