БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.71K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән. Һәләк булғандарҙың барыһы ла һыу инергә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял иткән. Фажиғәле хәлдәрҙең береһе Салауат районы Лағыр ауылында теркәлгән.
😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда юл хәрәкәте именлеге буйынса етди ваҡиғалар теркәлә

Архангел районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Киа Соул» автомобилен туҡтатырға маташа, әммә водитель уларҙың законлы талабын һанға һуҡмай. Махсус сигнал аҫтында патруль автомобиле иномарканы эҙәрлекләй башлай. Бер нисә тапҡыр туҡтатыу талабын водитель инҡар итеп, киреһенсә, газға баҫа.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлешенә нигеҙ һалына. Милли музейҙа Төркөстандың «Әзрет Солтан» музей-ҡурсаулығы менән берлектә әҙерләнгән «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды. Сара сиктәрендә ик яҡ араһында узей эше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 17 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды

Һуңғы көндә яҡташыбыҙ Альберт Вәлиев бронза миҙал яуланы. Спорттың был төрөндә 135 үҫмер ҡатнашты. Дөйөм команда иҫәбендә Башҡортостан, Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, көмөш призер булды. Өсөнсөлә Мәскәү өлкәһе вәкилдәре. Бер үк ваҡытта 15 йәшкә тиклемге спортсылар «Рәсәй йәшлеге» ярышында көслөләрҙҙе асыҡланы. Бында инде яҡташтарыбыҙ команда беренселегендә алтын миҙал менән бүләкләнде.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Кеше өсөн архитектура» практикумында ҡатнаша

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Мәскәүҙә Радий Хәбиров Башҡортостан командаһы менән бергә «Кеше өсөн архитектура. Йәшәге килгән киңлекте булдырыу тураһында практикум» тип аталған уҡыуҙарҙа ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде

Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булыу тураһындағы ҡарар Парижда Юнеско ның штабында үткән 47-се сессияла иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был республика өсөн тарихи ваҡиға. Оҙайлы йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, юғары ҡаҙаныш.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлай

Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Программа льготалы ипотека программалары бөтөрөлөүен иҫәпкә алып ҡабул ителгән. «Башҡортостан торлағы» проектын төҙөүселәр ассоциацияһы төбәк хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашыра.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлөлә янғындан зыян күргән йәш ғаилә ярҙамға мохтаж

Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылынан Миләүшә менән Денис Умураковтар ғаиләһе янғындан һуң йортһоҙ ҡалған. 1966 йылғы торлаҡ былтыр ғына кредитҡа һатып алынған булған. Айлыҡ түләүҙәргә өҫтәп, хәҙер яңы өй төҙөлөшө өсөн дә аҡса талап ителә. Йәш ғаилә битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Ошо көндәрҙә улар икенсегә ата-әсәй ҙә булған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ғафури районында питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы туҡтатҡан

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ғафури районында питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы туҡтатҡан. Ваҡиға урынына малайҙың әсәһе саҡыртылған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, хәүефле уйынсыҡты балаға атай кеше алып биргән булған. Закон буйынса ғаиләгә 30 мең һум күләмендә штраф һалынған, транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районынан Рима Мусина 70 йәштә ҙур күләмдә гөл-сәскә үҫтерә башлаған

Хаҡлы ялдағы тынғыһыҙ эш. Өфө районынан Рима Мусина 70 йәштә ҙур күләмдә гөл-сәскә үҫтерә башлаған. Бер йыл дауамында ул сәскәләрҙе тәрбиәләү буйынса уҡыуҙар үтә, яйлап коллекцияһын тулыландыра. Тәүҙә уларҙы ихата алдына ултыртһа, хәҙер ҡайһы бер сорттар теплицала урын алған.
👍2
Өфөнән 70 йәшлек Александр Коренецкий Ҡаҙағстанға юл тотто

Ул күрше дәүләткә велосипедта бара. Сәйәхәт Яңы Балтас-Балкашино маршруты буйынса башланды. Спорт ветераны көн һайын 150 километр юл үтергә ниәтләй. Ул сатырҙа йәки урындағы кешеләрҙең йортонда йоҡларға планлаштыра. “Велосәфәр сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының дуҫлығын нығытыу маҡсатында ойошторола”, - тип белдерҙе Александр Коренецкий.
Башҡортостанда 100-гә яҡын таксист танытмаһыҙ йөрөй

Уларҙың тейешле өлгөләге водитель документы юҡ. 20-гә яҡын кешенең пассажир ташыуға рөхсәте булмаған. Республикала такси хеҙмәткәрҙәре араһында йыл башынан 112 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Тейешле талаптарҙы үтәмәгән водителдәрҙең аккаунты ябыла. Улар йөрөткән автомобиль штраф туҡталҡаһына ебәрелә.
1
Республикала бер миллиондан ашыу “Алға” картаһы һатылған

Берҙәм транспорт картаһы 2019 йылда әйләнешкә индерелде. Юл йөрөүселәрҙең яртыһы уның менән иҫәпләшә. Быйыл Башҡортостанда йәшәүселәр 44 мең карта һатып алған. Ай һайын 7 мең самаһы “Алға” һатылған. “Бәхетле сәғәт” акцияһына ярашлы, пассажирҙар 28 миллион тапҡыр бер транспорттан икенсеһенә бушлай күсеп ултырған. Быйыл “Алға” картаһы менән электричкаларҙа иҫәпләшеү 1 ярым тапҡырға артҡан.
Республика урмандарында янғын сығыу хәүефе арта

Урман хужалығы минисрлығынан ошо турала иҫкәртәләр. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарында туристар һәм һунарсылар өсөн сикләүҙәр индерелгән. 27 июлгә тиклем урман биләмәләренә барыу тыйыла. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Режим боҙоусыларға штраф һалына. Ябай кешеләргә 40 меңдән 50, вазифалы кешеләргә 60 меңдән 90 меңгә тиклем, ойошмаларға 1 миллион һум штраф һалыныуы ихтимал.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тиҙҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асыла

Тиҙҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асыла. Бинаны ремонтлауҙы августа тамамларға планлаштыралар. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Бүлексәнең Генерал Шайморатов һәйкәле эргәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел, сөнки Совет майҙанынан яугирҙар Ватан һағына оҙатыла һәм уларҙы еңеү менән ҡаршылауыбыҙға ышанабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» аэропортында Франциянан оло еңеү менән ҡайтҡан Башҡортостан вәкилдәрен ҡаршы алдылар

Делегацияны Республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре ҡаршыланы. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге төркөм Парижда Юнесконың 47-сессияһында ҡатнашып «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә халыҡ-ара статус алды.
Башҡортостанда Мәрйәмә, Сафи, Мохнура тыуған

сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр аталды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған. Уның буйынса, ҡыҙҙар араһында – Мәрйәмә, Сафи, Гүзәлиә, Эстель һәм Мохнура, малайҙарҙа Рәхәт, Мурадхан, Юлай, Эмиль һәм Хайдарали исемдәре осрай. Әминә, Амелия ,Эмилия, Ева һәм София -иң популяр ҡыҙҙар исеме. Малайҙарға йышыраҡ Әмир , Эмир , Марк, Тимур һәм Мирон тип ҡушҡандар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында инвестор ярҙамында ике социаль объект төҙөкләндерелә

Әбйәлил районында инвестор ярҙамында ике социаль объект төҙөкләндерелә. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балалар һауыҡтырыу лагерында алып барылған төҙөлөш эштәре менән йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта мотоциклсы менән бәйле үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә

Салауатта мотоциклсы менән бәйле үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, авария бөгөн иртән Островский һәм Космонавтар урамдары киҫелешендә теркәлә. Унда 27 йәшлек «Ямаха» мотоциклы водителе светофорҙың ҡыҙыл утына сыға һәм «Форд Максус» автомобиле менән бәрелешә. Асыҡланыуынса, байкерҙың тейешле категорияһы булмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда үҫмерҙәр араһында авариялар арта

Сағыу эмоциялар, тиҙлек һәм моторҙар геүләүе. Үҫмерҙәр араһында питбайктарға ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Улар ҡатнашлығында авариялар һаны ла арта. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан алып меңдән ашыу баланы туҡтатҡан. Уларҙың ата-әсәләренә ҡарата протоколдар төҙөлгән, штраф һалынған. Ә тупланған материалдар баланы тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән. Һәләк булыусылар, төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа юҡ түгел. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2