БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.69K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы төҙөкләндерелә

Әле төҙөүселәр бинаның фасадын һүтә, өҫтәмә йылытыу сараларын ҡарай. Музейҙың эсен дә тышын да яңыртыу-тәҙрәләрен һәм ҡыйығын алыштырыу, бүлмәләрҙе ремонтау эштәре күҙаллана. Музей хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бинала күптән ремонт талап ителгән. Түшәмдән һыу аҡҡан, ҡыш һыуыҡ булған. Мәҙәни учреждение вәкилдәре реконструкциянан һуң музей танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, тигән фекерҙә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районында бесәнселәр ярышы үтте

Йылайыр районында 82 йәшлек Сәғирә Солтанова бесәнселәр ярышында барыһын да таң ҡалдырған. Таллыҡ яланындағы «Бесән туйы»н Ҡашҡар һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләре ойошторған. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, әле бесән бешкән ваҡыт. Борондан килгән йолаларҙы иҫләп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһын. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур«,-тигән Борис Мелкоедов.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында «Бәрсәк» нәҫеле йыйыны үтте

Туғанлыҡ ептәрен нығытыу-изге аманат! Ырыу шәжәрәһен һаҡлау, ете быуын ата-бабаһын, тарихын өйрәнеү маҡсатында Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында «Бәрсәк» нәҫеле йыйыны үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әр-Рәхим мәсетенең көмбәҙ-манаралары биҙәлде, ҡыйыҡ тулыһынса ябылды

«Әр-Рәхим йәмиғ мәсете ҡыйығының өс кимәлен монтажлау, көмбәҙ-манараларҙы биҙәкләү эштәре тамамланған. Артабан мәсет бинаһын плиткә менән көпләү һәм башҡа мөһим бурыстар тора. Бөгөн дини объекттағы төҙөлөш барышын Башҡортостан башлығы ҡараны. Радий Хәбиров эш сифатын тикшерҙе, алдағы пландар менән танышты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексында һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексында һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған бәйге еңеүсеһе республика данын Волга буйы федераль округында яҡлаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы ярҙамында быйыл 30 енәйәт асыҡланған

«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы ярҙамында быйыл 30 енәйәт асыҡланған. Ошо һәм башҡа статистика мәғлүмәттәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса республика комиссияһы ултырышында яңғыраны. Кәңәшмәлә ташҡын эҙемтәләре лә тикшерелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хәрбиҙәре Курск өлкәһендә НАТО техникаһын ҡулға төшөргән

Башҡортостан хәрбиҙәре Курск өлкәһендә НАТО техникаһын ҡулға төшөргән. Американың «Хаммер»ын яугирҙарыбыҙ Горналь ауылына ингән ваҡытта утҡа тотҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Алмалы ауылының 100 йыллығы билдәләнде

Ишембай районы Алмалы ауылының 100 йыллығы билдәләнде. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм сит төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар йыйылды. Сара ҡунаҡтары өсөн концерт ҡуйылды. Шулай уҡ сәхнәлә хеҙмәт ветерандары һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Өлкән йәштәгеләр билдәләүенсә, бер быуатлыҡ тарихы булған ауыл йылдан-йыл күркәмләнә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге старт алды

Башҡортостан тәүге тапҡыр ишеү слаломы буйынса юниорҙар араһында уҙғарылған ил беренселеген ҡабул итә. «Рәсәй йәшлеге» Бөтә Рәсәй ярыштарын асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, ишеү слаломы буйынса Федерация президенты Сергей Папуш ҡатнашты.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө үҙәгендә янған «Land Rover» автомобиле менән бәйле хәлде тикшерә

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө үҙәгендә янған «Land Rover» автомобиле менән бәйле хәлде тикшерә. Ваҡиға бөгөн иртән «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексы биләмәһендә теркәлгән. Төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, джип руле артындағы водитель сауҙа үҙәге биләмәһенә ингән урында ҡоймаға бәрелгән. Һуңынан ул транспортты туҡтатып, ваҡиға урынын ҡалдырып ҡаса.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында юл-транспорт ваҡиғаһында үлем осрағы теркәлгән

Иглин районында юл-транспорт ваҡиғаһында үлем осрағы теркәлгән. М-5 федераль трассаһында «СУЗУКИ» һәм «МАН» йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобилгә 54 йәшлек ир идара иткән булған. Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, инормарка билдәһеҙ сәбәп менән ҡаршы һыҙатҡа сыға. Бәрелеш һөҙөмтәһендә водитель үлемесле яралана. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Рәсәй һәм Белоруссияның иң яҡшы велосипедсылары республикала осраша

Башҡортостанда халыҡ-ара һәм күп көнлөк велоуҙыш үтә. “Рәсәй туры” тип аталған ярыш дистанцияһы 147 километрға оҙайтылды һәм 917 километр була, тип хәбәр итәләр Рәсәй велосипед спорты федерацияһынан. Марафондың тәүге 4 этабы Удмурт республикаһында ойошторола. 17 июлдә ярыштар Башҡортостанға күсә. Велоспортсылар Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында, шулай уҡ Өфөлә уҙыша.
Өфөлә “Законлы водитель” операцияһы башланды

Водитель танытмаһы булмаған кешеләрҙе, хәмер эскәндәрҙе асыҡлау маҡсаты ҡуйыла. Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Рейдтар үтә. “Мөмкин тиклем күберәк водителдәрҙе туҡтатыу бурысын ҡуябыҙ. Автомобиль салонында балаларҙы йөрөтөүгә иғтибар бирелә. Шулай уҡ мототранспортҡа ултырған үҫмерҙәр асыҡлана”, - тип белдерәләр юл полицияһынан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙары ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһәенә юлланды

Өфөлә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһәенә юлланды. Ике аҙналыҡ ялдан һуң контрактсыларҙы-төбәктең иң һәләтле хәрби подразделениеларының береһе хәрбиҙәрен алғы һыҙыҡҡа тантаналы оҙатыу митингы үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға туғандары, яҡындары һәм рәсми вәкилдәр килде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешә

Салауат районында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешә. Йәштәрҙең ергә берегеүенә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе булышлыҡ итә.
Әлкә ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Иҙел Дәүләтшин агростартап программаһында ҡатнашып тоҡомло таналар алған. Әлеге ваҡытта уның хужалығында 130 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Малдар Салауат еренә тиҙ өйрәнде, үрсем яҡшы, ти йәш фермер.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Сәләмәтлек поезы» Баймаҡ районы буйлап юл тота

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы форматын тәҡдим итте. Һәм «Сәләмәтлек поездары! билдәләнгән маршрут буйынса эшләүен әле лә дауам итә. Баймаҡ ере буйлап һаулыҡ һаҡлау поезы маршрутында беренсе нөктә булып Ишбирҙе ауылы булды, унда табип менән кәңәшләшеү мөмкинлегенән 200-ҙән ашыу кеше файҙаланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Киңәйтелгән ултырыш Шишмә районында Турахан визит-үҙәге базаһында үтте. Ошо осорҙа Палата ағзалары мутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса уҡыу конференциялары һәм түңәрәк өҫтәлдәр серияһын уңышлы тамамлаған, шулай уҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән әүҙем эш алып барған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөрөлә «Спектр» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрөлә «Спектр» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе балалар уйынсыҡтарын етештереү производствоһын ҡараны. 1988 йылда асылған заводта канцелярия тауарҙары, уйынсыҡтар, ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар етештерелә. Предприятиеға республика тарафынан ярҙам күрһәтелә. Һуңғы биш йылда цехтарға производство ҡоролмаларын һатып алыу өсөн 600 млн һумдан ашыу субсидия бүленгән. Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрелде. Ултырышта төбәктә балалар уйынсыҡтарын етештереү индустрияһын үҫтереү, тармаҡ предприятиеларына дәүләт ярҙамын арттырыу һорауҙары ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Геройҙар дәүере» федераль программаһының икенсе ағымы финалистары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров»Геройҙар дәүере»федераль программаһының икенсе ағымы финалистары менән осрашты. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы идара итеүҙең заманса ысулдарына һәм шәхси үҫешкә өйрәтеүгә йүнәлтелгән.