БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.69K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы янғын һүндереү часы сафҡа индерелде

Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы янғын һүндереү часы сафҡа индерелде. Ул Башҡортостан башлығының ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгән. Был объектты асыуҙы һорап Радий Хәбировҡа төнъяҡ-көнсығыш районы халҡы мөрәжәғәт иткән. Ошоға тиклем тораҡ пунктта янғын хәүефһеҙлеген ауыл кешеләренән төҙөлгән халыҡ дружинаһы тәьмин иткән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһында инвалид бала әсәһе инклюзив балалар өсөн ғаилә һәм балалыҡ үҙәге асты

Бөрө ҡалаһында инвалид бала әсәһе инклюзив балалар өсөн ғаилә һәм балалыҡ үҙәге асты. «Алға атла» үҙәге үҙенсәлекле балаларға сифатлы реабилитация һәм социалләштереү үтергә ярҙам итә. Был районда шундай берҙән-бер учреждение.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда креатив индустрияны үҫтереүгә 25 миллион һумлыҡ грант бүленде

Башҡортостан башлығы креатив индустрияны үҫтереүгә 25 миллион һум грант бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт ярҙамы, үҫеш юлдары, көнүҙәк проблемалар хаҡында һүҙ бөгөн креатив индустриялар сәғәтендә барҙы. Республика башлығы уҙғарған осрашыу йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларына- кафе-ресторандар эшмәкәрлеген үҫтереүгә арналды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын таратыу буйынса пилот проект тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын таратыу буйынса пилот проект тормошҡа ашырыла. Заманса ҡоролма янғын сыҡҡан осраҡта хәүеф сигналын бер нисә ведомство ҡотҡарыусыларына һәм йорттоң хужаларына ебәрә. Ҡариҙел районында белгестәр GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын 12 ғаиләнең йортона ҡуйған. 2016 йылдан алып республикала 675 мең янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы таратылған, уларҙың байтаҡ өлөшө мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн бүленгән. Янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ярҙамында төбәктә 8 йыл эсендә меңдән кеше ғүмере ҡотҡарылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яраланып ҡайтҡан яугирҙар өсөн протездар эшләнә

Ватан һаҡсыларын хәстәрләп. Өфөлә Мәскәү протез етештереү предпритяиеһы филиалында алғы һыҙыҡтан ҡаты яраланып ҡайтҡан ир-егеттәр өсөн протездар эшләнә. Ҡеүәтле предприятие йылына 8 мең пар юғары сифатлы протез-ортопедик аяҡ кейеме, 1200 аяҡ протезы, 400 ҡул протезы һәм йөҙләгән корсет-бандаждар сығара. Мөмкинлектәре сикләнгән инвалидтарға реабилитация үтеү өсөн ойошмала стационар ойошторолған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Исмаҡайҙа Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған саралар үтте

Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған байрам саралары әҙиптең тыуған төйәге Белорет районы Исмаҡай ауылында үтте. Яҡташтары тарихты үҙ әҫәрҙәрендә мәңгеләштергән яҙыусының исемен онотмай. Юбилей сараларынан исмаҡайҙар ситтә ҡалмай оло ҡор йыйҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Бисура» тулы метражлы фильмы өҫтөндә эш дауам итә

Башҡортостанда «Бисура» тип исемләнгән тулы метражлы фильм өҫтөндә эш дауам итә. Сюжетҡа ярашлы, Мәскәүҙә эшләгән бизнесмен тыуған яғына ҡайтып, авиазавод төҙөргә теләгән. Әммә урман эйәләре-Бисура менән Шүрәлегә тап була. Кинокартинаның бер өлөшө илдең баш ҡалаһында төшөрөлһә, иң төп эпизодтар өсөн республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары һайлап алынған. Әйтәйек, Ишембай районындағы Ғүмәр тарлауығы биләмәһендә һабантуй байрамына ҡағылған күренештәр төшөрөлдө.
1👍1
Башҡортостанда быйыл заманса 5 һөт фермаһы эш башлай

Улар республикала һөт продукцияһын етештереү күләмен 15 мең тоннаға арттырырға булышлыҡ бирәсәк. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Стәрлетамаҡ районында төҙөлгән “Калинин” һөт комплексы илдә иң ҙуры була. Унда 3 мең ярым һауын һыйыр аҫрау ҡарала.
Ауырлы студент ҡыҙҙарға дәүләт ярҙамы арттырылды

Дәүләт Думаһы көндөҙгө бүлектә уҡыған ҡатын-ҡыҙҙарға пособие түләү тураһында закон ҡабул итте. Башҡортостанда уның суммаһы 90 мең һум самаһы була. Ҡанун 1 сентябрҙән көсөнә инә. “Буласаҡ әсәләрҙең һәм йәш ғаиләләрҙең хәлен яҡшыртыу төп бурыстарҙың береһе. Был ярҙам илдә балалы ғаиләләрҙең һанын күбәйтергә тейеш”, - тип белдерҙе федераль парламент рәйесе Вячеслав Володин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Халыҡ фронты» яугирҙарға 54 миллиард һумлыҡ ярҙам йүнәлткән

Махсус хәрби операция башланғандан алып «Халыҡ фронты» тарафынан яугирҙарға ярҙамға 54 миллиард һумдан ашыу аҡса йыйылған. Был турала ил президенты Владимир Путин «Бөтәһе лә еңеү өсөн!» форумында белдерҙе.
1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә юл яҡшыра

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә юл яҡшыра. Үткән йылдарҙа «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса Дзержинский, Благовар, Рига, Нехаев һәм Ауыл кисеүе урамдары комплекслы ремонтланһа, быйыл юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса муниципаль контрактта ярашлы, Силикат урамында асфальт япмаһын яңыртыу планлаштырылған. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 650 метр. Әле подрядсы ойошма асфальт-бетон япманың аҫҡы ҡатламын һала башлаған. Артабан тротуарҙарҙың өҫкө ҡатламын ҡороу һәм юл ситен нығытыу бурысы тора.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 1 сентябргә тиклем 35 мәктәптә капиталь ремонт эштәре теүәлләнәсәк

Башҡортостанда 1 сентябргә тиклем 35 мәктәптә капиталь ремонт эштәре теүәлләнәсәк. Был белем усаҡтары федераль программа буйынса 2024 йылда уҡ төҙөкләндерелә башлағайны. Ремонт эштәре күп башҡарылған төбәк иҫәбенә Бөрө районы инә. Бында 11 уҡыу йорто яңыртыла. Шуларҙың өсәүһе-ҡалала, ҡалғандары ауылда. Бер муниципалитетта ғына шул тиклем күп мәктәп тәүге тапҡыр ремонтлана. Был эштәргә яҡынса ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы төҙөкләндерелә

Әле төҙөүселәр бинаның фасадын һүтә, өҫтәмә йылытыу сараларын ҡарай. Музейҙың эсен дә тышын да яңыртыу-тәҙрәләрен һәм ҡыйығын алыштырыу, бүлмәләрҙе ремонтау эштәре күҙаллана. Музей хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бинала күптән ремонт талап ителгән. Түшәмдән һыу аҡҡан, ҡыш һыуыҡ булған. Мәҙәни учреждение вәкилдәре реконструкциянан һуң музей танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, тигән фекерҙә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районында бесәнселәр ярышы үтте

Йылайыр районында 82 йәшлек Сәғирә Солтанова бесәнселәр ярышында барыһын да таң ҡалдырған. Таллыҡ яланындағы «Бесән туйы»н Ҡашҡар һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләре ойошторған. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, әле бесән бешкән ваҡыт. Борондан килгән йолаларҙы иҫләп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһын. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур«,-тигән Борис Мелкоедов.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында «Бәрсәк» нәҫеле йыйыны үтте

Туғанлыҡ ептәрен нығытыу-изге аманат! Ырыу шәжәрәһен һаҡлау, ете быуын ата-бабаһын, тарихын өйрәнеү маҡсатында Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында «Бәрсәк» нәҫеле йыйыны үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әр-Рәхим мәсетенең көмбәҙ-манаралары биҙәлде, ҡыйыҡ тулыһынса ябылды

«Әр-Рәхим йәмиғ мәсете ҡыйығының өс кимәлен монтажлау, көмбәҙ-манараларҙы биҙәкләү эштәре тамамланған. Артабан мәсет бинаһын плиткә менән көпләү һәм башҡа мөһим бурыстар тора. Бөгөн дини объекттағы төҙөлөш барышын Башҡортостан башлығы ҡараны. Радий Хәбиров эш сифатын тикшерҙе, алдағы пландар менән танышты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексында һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексында һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған бәйге еңеүсеһе республика данын Волга буйы федераль округында яҡлаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы ярҙамында быйыл 30 енәйәт асыҡланған

«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы ярҙамында быйыл 30 енәйәт асыҡланған. Ошо һәм башҡа статистика мәғлүмәттәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса республика комиссияһы ултырышында яңғыраны. Кәңәшмәлә ташҡын эҙемтәләре лә тикшерелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хәрбиҙәре Курск өлкәһендә НАТО техникаһын ҡулға төшөргән

Башҡортостан хәрбиҙәре Курск өлкәһендә НАТО техникаһын ҡулға төшөргән. Американың «Хаммер»ын яугирҙарыбыҙ Горналь ауылына ингән ваҡытта утҡа тотҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1🔥1