БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.71K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә яңы тимер юл объекты булдырыла

Дим районында "Ағиҙелдең һул яҡ яры" тигән комплекс төҙөлә. Ул 55 гектар майҙан биләй. Проектҡа ярашлы, бында ике модулле тимер юл вокзалы, йәйәүлеләр өсөн юл, платформа һәм перрондар була. Төҙөлөш тураһында ҡарар Дим районының үҫеүенә бәйле ҡабул ителгән.
👍1
Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йылъяҙмаһы булдырыла

Урындағы архив документтар туплай башлаған. Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Тупланған материалдар Ватанды һаҡлаусылар ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе мәңгеләштерергә ярҙам итәсәк. Архивта ҡағыҙ документтар, аудио- һәм видеояҙмалар электрон күсермәләр ҡабул ителә. Уларҙы яугирҙар, хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары, йәмәғәт ойошмалары һәм хәйриә фондтары вәкилдәре, ирекмәндәр тапшыра ала.
2
Башҡортостандан өлкән йәштәге туристар Белоруссияға сәфәр ҡыла

"Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм" тигән программа ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, беҙҙең республиканан 500-ҙән ашыу турист Белоруссияға барған. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, был программа өлкәндәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Ошондай проекттарҙа ҡатнашыу уларҙың социаль әүҙемлеген һаҡлап ҡалырға, сәйәхәт ҡылырға, башҡа халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнергә ярҙам итә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры килде

Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры килде. Республика башлығы Радий Хәбиров Антон Котяков менән осрашты. Көн тәртибендә - мәшғүллек хеҙмәтен һәм дәүләттән тыш социаль хеҙмәтләндереү секторын үҫтереү һорауҙары, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы дауам итә

Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы дауам итә.Унда илдең төрлө субъекттарынан мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Форум уларҙың остаздары - билдәле ғалимдарҙы, академиктарҙы бергә туплауы, фәнни асыштар һәм ғилми ҡорамалдар күргәҙмәһе ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле.
Өфөнән көн һайын мең тоннанан ашыу сүп-сар сығарыла

Ҡалала 110 махсус машина эшләй. Был турала Ҡаланы таҙартыу буйынса автомобиль хужалығы етәксеһе Рәмис Зияҡаев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, сүп-сар сығарыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Йыш ҡына контейнерҙар янында машина ҡалдарып китәләр. Улар эшкә ҡамасаулай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Антон Котяков Сибайҙа мәшғүллек үҙәге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков менән Сибайҙа модулле мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Былтыр йыл аҙағында асылған заманса объект Рәсәйҙә тәүге модулле мәшғүллек үҙәге тәжрибәһе һанала. Эш эҙләгән граждандарға ярҙам итеү маҡсатында сафҡа индерелгән комплекста һөнәри уҡыуҙар үтергә, психологик һәм социаль ярҙам алырға мөмкин.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Антон Котяков Өфө моторҙар заводында кадрҙар әҙерләү үҙәге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков Өфө моторҙар эшләү производство беркмәһендә лә булды. Улар сәнәғәт предприятиеһы ҡарамағындағы уҡытыу үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Эшсе һөнәрҙәргә һөйөү тәрбиәләгән, киң мөмкинлектәр асҡан заманса үҙәк тураһында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы үтә

Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы үтә. Унда илдең төрлө субъекттарынан мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Форумдың эшлекле программаһында ҡатнашыуҙан тыш, делегаттар фәнни асыштар, ғилми ҡорамалдар күргәҙмәһе менән дә танышты. «Торатау» Конгресс-Холлында өсөнсө көн дауам иткән Съездан репортаж.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә журналистарҙы һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

Өфөлә бер төркөм журналистар һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре юғары исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тантаналы сара «Күп форматлы дәүерҙә киң мәғлүмәт саралары» конференцияһы сиктәрендә үтте. Юғары наградаларға беҙҙең коллегалар ҙа лайыҡ булды.
👍32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Александр Беленов «Өфө» футбол клубына ҡайтты

Александр Беленов «Өфө» футбол клубына ҡайтты. Ҡапҡасы яҡташтарыбыҙ составында 2017 йылдан 2022 йылға тиклем сығыш яһай, көйәрмәндәрҙең ышаныслы уйыны һәм пенальтиҙы кире ҡағыу оҫталығы менән хәтерендә ҡала. Ул көйәрмәндәр версияһы буйынса айҙың һәм миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип таныла, 2019/20 миҙгелендә чемпионаттың иң яҡшы голкиперы була, шулай уҡ Лев Яшин клубына инә.
1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Константин Толкачев Мәскәү дәүләт университеты студенттары менән фекер алышты

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар съезында ҡатнашҡан Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттары менән осрашты.
Баш ҡала ҡунаҡтары Рәсәйҙең төрлө тәбәкәтәренән. Парламент етәксеһе Өфөгә тәүгә килгән йәштәрҙе республика тураһында мәғлүмәттәр, төбәк иҡтисадының төп үҫеш йүнәлештәре менән таныштырҙы.
2
Волга буйы федераль округында иң яҡшы иретеп йәбештереүсе - Башҡортостандан

Ринат Изикаев округ этабында беренсе урын алды. Шулай уҡ беҙҙең республиканан Сергей Портнов штукатурҙар конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды. - Беҙҙең төҙөүселәр оҫталығын күрһәтте, республикала квалификациялы хеҙмәткәрҙәр эшләй, -тип белдерҙе Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшов.
Башҡортостанда 8 мең 600-ҙән ашыу кеше талпан ҡаҙалғандан һуң табипҡа күренгән

Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Зыян күреүселәрҙең өс меңдән күберәге - балалар. Талпан энцефалит һәм боррелиоз һымаҡ хәүефле сиргә сәбәпсе булыуы мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәләүездә: сәнәғәт, аҙыҡ-түлек һәм спорт торошо менән танышты

«Мәләүез минераль ашламалар» предприятиеһы 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы тармағы өсөн ҙур күләмдә аммиак селитраһын етештереүсе ҡеүәтле завод хеҙмәткәрҙәрен юбилей уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Мәләүез һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты, төҙөкләндерелгән «Спартак» стадионын асыу тантанаһында ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районында Йәмил Төхбәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Һәр ваҡыт кешеләргә ярҙамға килергә әҙер ине. Бөгөн Нуриман районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы сержант Йәмил Төхбәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Уны Павловка ауылының Эҙләү-ҡотҡарыу отрыды бинаһында урынлаштырҙылар. Йәмил Рәмил улы тап Павловка отрядында ҡотҡарыусы булып эшләй. Мобилизацияланған яҡташыбыҙ теүәл бер йыл элек хәрби бурысын үтәгәндә вафат була. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда табипҡа яҙылыу 92 процент дистанцион рәүештә башҡарыла

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу 92 процент дистанцион рәүештә башҡарыла. Был йәһәттән республика һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу планын уҙып китә. Төбәк «беренсел медицина-санитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыу» пилот проектында ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Турахан» симпозиумы Башҡортостанда халыҡтар мәҙәниәтен берләштерә

Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан - Башҡортостанда «Турахан» өсөнсө халыҡ-ара этнохудожество симпозиумы старт алды. Ул Евразия күсмә цивилизациялар музейы башланғысы менән ойошторолған. Сарала төрлө быуын рәссамдары ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районындағы «Әкиәттә ҡунаҡта» аллеяһында яңы скульптуралар ҡуйылды

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районындағы «Әкиәттә ҡунаҡта» аллеяһында яңы скульптуралар ҡуйылды. Әкиәт геройҙарын балалар матур тамаша менән ҡаршы алды. Вологода урамында урынлашҡан аллеяға үткән йылда төҙөкләндереү эштәре уҙғарылған, бында яңы асфальт түшәлгән, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылған. Әммә аллеяның төп биҙәге булған әкиәт геройҙары емерек хәлдә ҡалған.
1👍1
Александр Беленов йәнә "Өфө" ҡапҡаһын һаҡлай

Башҡортостан футбол клубы ҡапҡа һаҡсыһы менән килешеү төҙөнө. Александр Беленов Өфө өсөн 2017 йылдан 2022 йылға тиклем сығыш яһаны. Башҡортостан командаһы Беренсе лигала уйнай. Чемпионат 19 июлдә башлана.
👍1🔥1