Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йәшәгән 472 мең ғаиләнең һәр һигеҙенсеһе күп балалы
Ишле ғаиләләр буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын үҫтереү, Халыҡ-ара «Китап» байрамына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.

👍2❤1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы десантсылары махсус хәрби операцияға ярҙам итә
Әлеге ваҡытта урындағы Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандары союзы алғы һыҙыҡтағыларға ике машина - Нива менән Уаз әҙерләй. Техниканы ремонтлағандан һуң, ул республиканан оҙатыласаҡ гуманитар ылау составында ил һағында торған яҡташтарыбыҙға еткереләсәк.

👍4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Хәтер нотаһы» исеме аҫтында музыкаль кисә үтте
Хәйриә сараһы бөгөн илдә билдәләнгән Эшҡыуарлыҡ көнөнә бәйле ойошторолдо. Сираттағы осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына ла арналды. Яугирҙар кисәгә махсус саҡырылғайны. Улар араһында эшҡыуарлыҡ эшен алып барғандар ҙа байтаҡ.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙа медицина хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәри ярыш үтте
Шәфҡәт туташтары эштә лә, ярышта ла һынатмай. Баймаҡ районының Граф күле буйында профсоюз ойошмаһы хәрәкәте Сибай округының медицина хеҙмәткәрҙәре араһында «Беҙҙең дәүер геройҙары» исемле ярыш ойошторҙо. Һөнәр оҫталары хаҡында киләһе яҙмала.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә самокат ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙың аккаунттары ябыла
Миҙгел асылған ваҡыттан алып Өфөлә электр самокаттарын ҡуртымға биреүсе ике сервис ойошмаһы 12 меңләп ҡулланыусының аккаунтын япҡан. Уларҙың 70 проценты парковка урындарын дөрөҫ файҙаланмауға бәйле. Шулай уҡ ҡағиҙә боҙоуҙарға бер самокатта ике, хатта өсәр кешегә тиклем йөрөүҙәр ҙә инә. Ошоно күҙ уңында тотоп ҡала урамдарында ғына түгел, мәғариф учреждениеларында ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында иҫкәртеү саралары үтә.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә алкоголь һатыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, закон боҙоусы кибеттәр асыҡланды
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә алкоголь һатыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, закон боҙоусы кибеттәр асыҡланды. Өфөнөң Дим районындағы магазиндарҙың береһендә хеҙмәткәр һис бер тартыныуһыҙ алкоголле эсемлектәр һата. Рейд ойоштороусылар полиция саҡырта һәм ҡағиҙә боҙоу тураһында протокол төҙөлә. Тикшереү барышында Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының спиртлы эсемлектәр һатыуға биргән рөхсәт ҡағыҙының мөҙҙәте үтеүе лә асыҡланған. Баш ҡала үҙәгендә дөйөм туҡланыу учреждениеһы статусы булған кибеттең дә тейешле шарттары булмауы асыҡланған.

👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Даниэль Мансуров ике килограммға яҡын йыйылған тәңкәне һәйкәл төҙөү өсөн тапшырған
Быйыл көҙ Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап «Рәхмәтле быуындың тере хәтере» һәйкәле асыласаҡ. Өс мөйөшлө һалдат хаты һәм ағас формаһындағы мемориал тотош илдән йыйылған тимер аҡсаларҙы иретеп ҡойоласаҡ. Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы студенты Даниэль Мансуров акцияға ҡушылып, 200-гә яҡын совет аҡсаһын тапшырған.

👍3❤1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда турист һалымынан алынған килем 20 миллион һумдан ашҡан
Йылдың тәүге кварталында 117 һалым түләүсе декларация тапшырған. Килемдең күпселек өлөшө Әбйәлил, Белорет, Салауат райондарына тура килә. Турист һалымын йәшәтеү урыны булған ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙар түләй. Быйыл ул күрһәтелгән хеҙмәттәр күләменең 1 процентын тәшкил итә, ләкин йөҙ һумдан да кәмерәк булырға тейеш түгел. Декларация квартал һайын урындағы һалым оргадарына тапшырыла.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим биҫтәһендә «Һөт кухняһы»ның яңы таратыу пункты асылды
Ул «Көньяҡ» сауҙа комплексында урынлашҡан, халыҡ уңайлығы өсөн эш ваҡыты ла оҙонайтылған. Һөт ризыҡтарын таратыу буйынса айырым көндәр билдәләнгән. Ярҙам алыусылар исемлегендә йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, етем балалар һәм опекала булғандар ҙа бар.

❤1👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм ҡабул итеү көнө үтте
Асҡар, Ташбулат һәм Буранғол ауылдарында 120-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар, башлыса, социаль ярҙам сараларына, төҙөлөш өсөн ер участкаһы биреү, льготалы ипотека һәм төбәк түләүҙәре алыу, торлаҡты ремонтлау һәм башҡа һорауҙарға ҡағылды. Ошо уҡ майҙансыҡтарҙа һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары өсөн өҫтәл артында ултырып һөйләшеү ойошторолдо.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Арт-квадрат үҙенең 8 йыллығын байрам итте
Арт-квадрат асылыуға 8 йыл. Өфө үҙәгендәге ижади киңлек үҙенең тыуған көнөн бик сағыу билдәләне. Байрам саралары ике көн дауам итте. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Арт-квадраттың тыуған көнө карнавал-шоу, спектаклдәр һәм мюзиклдар, утлы шоу һәм аниме-фестиваль менән иҫтә ҡалды.
Арт-квадрат асылыуға 8 йыл. Өфө үҙәгендәге ижади киңлек үҙенең тыуған көнөн бик сағыу билдәләне. Байрам саралары ике көн дауам итте. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Арт-квадраттың тыуған көнө карнавал-шоу, спектаклдәр һәм мюзиклдар, утлы шоу һәм аниме-фестиваль менән иҫтә ҡалды.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде
Милли биҙәкле фитнес-ретрит. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде. Фитнес-ретритта ҡатнашыусылар спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡланыу серҙәрен өйрәнә һәм «Аҡбуҙат»ипподромында өйрәтелгән аттар янында фотоға төшөп зауыҡлы итеп ваҡыт үткәрә ала.

❤4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һуңғы биш йылда ит етештереү 40 процентҡа артҡан
Һуңғы биш йылда республиканың агросәнәғәт предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме 40 процентҡа артҡан. Һөттө 6,5 процентҡа күберәк һауа башлағанбыҙ тине Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһап. Ил баш ҡалаһында үткән кәңәшмәлә хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, ауыл хужалығы министры Оксана Лут, федераль һәм төбәк власы вәкилдәре ҡатнашты.

Дәүләт Йыйылышы хәләл продукцияның хоҡуҡи механизмдарын тикшерҙе
Башҡортостанда хәләл продукция етештереүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре һәм уларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың граждандар институты үҫеше, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты бөгөн ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ветерандар хәстәрлек үҙәгендә: Учалынан Вадим Емельяновҡа комплекслы ярҙам күрһәтелде
Ярҙам яҡында ғына. Учалынан хәрби бәрелештәр ветераны Вадим Емельянов «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт иткәндән һуң, инвалид коляскаһы менән тәьмин ителде. Элеккеһе эшлектән сыҡҡан булған, Рәсәй социаль фонды комиссияһы тарафынан реабилитация сараһын яңыртырға ҡарар ителә. Быға тиклем яҡташыбыҙ ҡул менән идара ителгән автомобиль дә алған, транспорт сараһы йәшәү сифатын күпкә яҡшыртҡан. Шулай уҡ ветерандың торлағы ла махсус йыһазландырылған. Вадим билдәләүенсә, барлыҡ борсоған һорауҙары ваҡытында, оператив рәүештә хәл ителгән.

👍3❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды
Осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ярҙамы штабында үтте. Унда Ишембай районынын сыҡҡан, әлеге ваҡытта баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар, урындағы совет депутаттары ҡатнашты.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәмәғәт палатаһы контролендә: ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәсьәләһе күтәрелде
Ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡтар өсөн айырым контейнер ҡаралған. Баҡсасылыҡ ҡалдыҡтары дөйөм урналарҙа ҡалдырылырға тейеш түгел. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы экологик мәсьәләләргә йәмәғәт контроле һәм мониторинг буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.
Ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡтар өсөн айырым контейнер ҡаралған. Баҡсасылыҡ ҡалдыҡтары дөйөм урналарҙа ҡалдырылырға тейеш түгел. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы экологик мәсьәләләргә йәмәғәт контроле һәм мониторинг буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы тәҡдим ителде
Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Унда төбәктең район муниципалитеттары һәм ҡала округтары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш «БашТәржемә» платформаһы мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙән башланды.

❤3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сығарылыш синыфы уҡыусылары математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы
Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылар математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Был предмет буйынса профилле кимәлде һайларға ла, база нигеҙен бирергә лә мөмкин. Балаларҙың күбеһе , йәғни 17 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһының 9 меңгә яҡыны профилле йүнәлеште һайлаған. Башҡортостанда имтихан биреү 164 мәктәптә ойошторолған.

Баймаҡта китапханасылар һөнәри байрамын билдәләне
27 май Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үҙ эшенең оҫталары тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤1