БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Медиа-ынтылыш» Бөтә Рәсәй йәштәр проектының финал этабы асылды

Конкурс сиктәрендә республика буйынса һайлап алынған 15 иң көслө команда араһында еңеүсе билдәләнәсәк. Балалар араһында медиа-тармаҡ белгестәрен әҙерләү өсөн ойошторолған проектта ике мең кешенән 120 кеше бәйгенең финалына сыҡты. Еңеүсе команда Башҡортостан данын августа Мәскәүҙә проекттың бөтә Рәсәй этабы финалында яҡлаясаҡ.
1
Быйыл йәй республикала 366 пляж асыла

Өфөлә 11 ҡомлоҡ эшләйәсәк. Премьер-министр Андрей Назаров һыу инеү миҙгеленә әҙерлек барышы менән танышты. –Республикала һыу ҡорбандары кәмей. Халыҡ именлеге өсөн махсус йыһазландырылған майҙан һандарын арттырыу кәрәк, сөнки фажиғәле осраҡтар күбеһенсә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлә, тине Андрей Назаров. Башҡортостанда йыл башынан һыуҙа 20-нән ашыу кеше һәләк булды.
2
Ағиҙелгә 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде

Бөрө районына балыҡтар Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын тергеҙеү өлкәһендә эшләгән ойошма шөғөлләнә. Тәбиғи шарттарҙа селбәрәгә нығынып китеү ауыр, шуға яһалма шарттарҙа үрсетелеп, артабан йылғаға сығарыу - һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙы тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала. Йыл һайын Ағиҙел йылғаһына 200 меңләп йәш балыҡ ебәрелә. Балыҡ үрсетеү башҡа йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтарында ла башҡарыла.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Илеш районынан милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне

Владимир Путин Илеш районынан милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне. Осрашыу «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының күҙәтеү советы нигеҙендә үтте.
3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса 159 объект һайлап алынасаҡ

Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерергә тәҡдим ителгән 241 объекттың 159-ы һайлап алынасаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Июнь аҙағына тиклем Өфөнөң Ленин паркында ағас үҫентеләре тәртипкә килтереләсәк

Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән йәмәғәт контроле, Башҡортостан йәмәғәт палатаһының ваҡытлыса эшсе төркөмө ағзалары танышты. Ҡаланың тарихи паркында шыршы, япраҡлы ағастарҙы тәрбиәләү эштәре башланды. «Альбит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Андрей Шадров белдереүенсә, эш ай буйына дауам итә.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнде

Теүәл 107 йыл элек РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы сик буйы һағы тураһында декрет ҡабул итә. Йәшел фуражкалылар бөгөн дә сафта, хәрби хеҙмәт юлын үткән замандаштарыбыҙ баш ҡаланың Еңеү паркында йыйылып, тантаналы митингта ҡатнашты. Байрам саралары төбәктең һәр район-ҡалаһында уҙғарылды. Әйтәйек, Өфө районы Волков ауылында сик буйы һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылһа, Бөрйән районында яңы музей асылды.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Байрам – окопта: сик һаҡсылары махсус хәрби операцияла

Бөгөн Рәсәйҙә Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Ҡасандыр илебеҙ сиктәрен һаҡлаған ир-аттарҙың күбеһе әле лә тыуған Ватанына хеҙмәт итеүен дауам итә, әммә хәҙер махсус хәрби операцияла.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ғаилә ҡунаҡханаһы» проектына йомғаҡ яһалды

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн ойошторолған клуб «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте» ойошмаһы менән берлектә булдырыла. Проект былтыр Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғайны.
3👍2🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урта белем биреү учреждениеларының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары осрашыуы үтте

«Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында уҙған сарала республика колледждарынан йыйылған йөҙгә яҡын белгес ҡатнашты . Осрашыуҙа йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү әһәмиәтең, педагогтар алдына ҡуйылған мөһим маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һөт етештереү 6,5 % артҡан: Борай тәжрибәһе республика өсөн өлгө

Республика ауыл хужалыҡтарында һауым күрһәткесе артҡан. Борай районынан фермер хужалығы тәүлегенә урындағы заводҡа 12 тонна самаһы һөт тапшыра. Бер һыйыр башына 23 литр тура килә. Шул уҡ ваҡытта урындағы хужалыҡ тоҡомсолоҡ эшен дә яйға һалған.
3
Өфө китаптар баш ҡалаһына әйләнә

Иртәгә баш ҡалала “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе башлана. Совет майҙаны китап һөйөүселәрҙең осрашыу урыны була. Сарала эре нәшриәттәр, китап кибеттәре, китапханалар ҡатнаша. Донъя, рус һәм милли әҙәбиәт, шулай уҡ матбуғат күргәҙмәһе эшләй. Йәрминкәлә танылған әҙиптәр, рәссамдар, артистар, сәнғәт белгестәре ҡатнаша. Форумдың беренсе көнө “Ҡаһарманлыҡ тураһында һүҙ” тигән девиз менән үтә. Ул бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияға арнала. Өфөлә Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы була. Фестиваль барышында Армия мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Республика театрҙары һәм Рәсәй армияһы театры хәрби темаға бағышланған спектаклдәр тәҡдим итә.
2👍1
Башҡортостанда ҡорбан салыу урындары әҙерләнә

6 июндә мосолмандар өсөн изге байрам билдәләнә. Был көндә ҡорбан салына. Ҡала һәм райондарҙа ошо йоланы башҡарыу өсөн махсус урындар әҙерләнә. Байрам иртәнге намаҙҙан башлана. Башҡортостанда һәм мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә 6 июнь ял тип иғлан ителгән.
1👍1
Бельгия сәйәхәтсеһе Клод Бруир Өфөлә "1000 велосипедсы көнө"нә ҡушыла

62 йәшлек ир үҙе эшләгән электр велосипедында юлға сыҡҡан. Ул Европа илдәре, Рәсәй, Ҡаҙағстан аша Ҡытайға бара. Рәсәйҙә маршрут Мәскәү, Ҡазан, Өфө һәм Омск ҡалаларынан үтә. - Өфөлә меңәрләгән кеше ҡатнашҡан сараны күреү бәхете буласаҡ, - ти Бельгия сәйәхәтсеһе. "1000 велосипедсы көнө" 1 июндә ойошторола.
1👍1
Башҡортостанда 39 кеше "Агростартап" грантына лайыҡ булды

Уларға миллион ярым һумдан 7 миллионға тиклем аҡса бирелә. - Фермерҙарға эш алып барыу өсөн йүнәлештәр күп. Грант алыусыларҙың проекттарын уңышлы ғәмәлгә ашырыуын, ышаныслы үҫешеүен теләйбеҙ, тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. "Агростартап" программаһы фермерҙарға ярҙам өсөн булдырылған. Уҙған йылда уның буйынса 149 миллион һум бүленгән.
2
Баш ҡалала “Рәсәй һыуы” федераль акцияһы була

Ул Инорс биҫтәһендә Йылы күле һәм Өфө йылғаһы ярында ойошторола. Баш ҡала хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Өмә барышында биләмә сүп-сарҙан таҙартыла. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан акцияла ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы өс төбәк исемлегенә ингән. Тирә-яҡты тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа 110 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. 5 километрҙан ашыу биләмәлә көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған. “Рәсәй һыуы” федераль проекты “Экологик именлек” милли проектының бер өлөшө иҫәпләнә. 11 йыл эсендә акция илдең 89 төбәгенән 11 миллион кешене берләштергән. Волонтерҙар 10 меңдән ашыу һыу ятҡылығын таҙартҡан.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең әҙәби флагманы — Башҡортостан — III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ҡунаҡтарын ҡаршы ала!

Иртәгә, 30 майҙан 1 июнгә тиклем «Китап байрамы»нан ситтә ҡалмағыҙ!
Әҙәбиәткә арналған өс сағыу һәм онотолмаҫлыҡ көндәр башлана.

🎀Совет майҙанында осрашырбыҙ!
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Рәсәй почтаһы» йәмғиәтенең республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашты

Радий Хәбиров «Рәсәй почтаһы» йәмғиәтенең республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашты. Унда почта инфраструктураһын үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Башҡортостан башлығы почта хеҙмәтенең ауылдар үҫешендә мөһим урын алыуын билдәләп, рәхмәтен белдерҙе. Ленард Шафиҡов әйтеүенсә, Рәсәй почтаһының республикалағы филиалы бүлексәләр күплеге буйынса иң ҙуры һәм социаль йүнәлешле структура.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресе уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресе уҡытыусылары менән осрашты. «Патриот» паркында үткән сарала республиканың бөтә район-ҡалаларынан йыйылған 250 педагог ҡатнашты. Төбәк башлығы Радий Хәбиров илһөйәрлек рухындағы тәрбиә әһәмиәте, уҡытыусылар алдында торған маҡсаттарға ҡарашы менән уртаҡлашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан бюджеты артасаҡ: Дәүләт Йыйылышы 2025 йылға яңы сығымдар һәм социаль үҙгәрештәрҙе раҫланы

Башҡортостан бюджетының 2025 йылдағы сығым өлөшө арта, яҡынса 6 миллиард һумға. Был туралағы ҡануни документ бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 23-сө пленар ултырышында ҡаралды. Парламент депутаттары шулай уҡ хәрби хәбәрсе статусын булдырыу, түләүле парковкалар, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы социаль яҡлау буйынса закон проекттарын ҡараны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
👍1