Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тантаналы шарттарҙа мобилизацияланған яугирҙарҙы махус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар
Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан булған. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ир-егеттәргә рәхмәт белдереп, төбәктә тыуып үҫкән меңдәрсә яҡташыбыҙҙың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, Рәсәй армияһының данлы традицияларын дауам итеүен билдәләне. Тап улар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләй.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Парад маршында беренсе урын яулаған Өфө кадет корпусы кадеттары бүләкләнде
Былтыр Һамар ҡалаһында Бөйөк Еңеү парадында беренсе урын яулаған уҡыусыларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветеран яугирҙар тәбрикләне. Тантаналы маршта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 125 взвод ҡатнаштҡан. Дисциплина, берҙәмлек, патриотик рух һәм башҡа йүәнлештәрҙә Өфө кадеттары юғары оҫталыҡ күрһәтә.

👍5❤4
«Байыҡ. Балалар» республика телевизон конкурсының һайлап алыу туры старт ала!
Ярыш ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә:
I категория — 16-35 йәш: соло, дуэт, трио, ансамблидәр;
II категория — 36 йәштән өлкәндәр: соло, дуэт, трио, ансамблдәр.
2025 йылдың 15 майына тиклем хореографик композицияның видеояҙмаһын конкурстың baik-bk@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
https://vk.com/video-85076499_456257047

VK Видео
Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Watch Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш тел.. 29 s from 15 April 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1878. Likes: 17.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә
Йәш быуында Ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Ошо маҡсатта иртәгә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте
Өфөлә Дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте. «Бөйөк державаға юлда» тип исемләнгән китапта ил тарихындағы һынылышлы һәм ҡатмарлы осор тураһында һүҙ бара.

Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шәмбе Башҡортостанда башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант уҙа
Мәғрифәтселек сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә. Дикторҙар тексты өс кимәлдә уҡый.Тәүгеһе яңы башлап өйрәнеүселәр , икенсеһе башҡорт телен иркен белгәндәр, өсөнсөһө төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн. Темалары Ватанды һаҡлаусыларға һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә арналған. Башҡорт теленән яҙма эште оффлайн һәм онлайн форматта яҙырға мөмкин. Мәғрифәтселек сараһы 28 апрелгә тиклем дауам итә.

👍4
Башҡортостан халҡының 62 проценты физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә
Был турала вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, өлкән йәштәге 270 мең кеше системалы рәүештә күнекмәләр уҙғара. Уларҙың 6 меңе ГТО нормаларын үтәгән һәм 10 мең һумлыҡ сертифкаттар алған. Халыҡ өсөн спортты үҫтереү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - тине Руслан Хәбибов.

Бейеү һөйөүселәр иғтибарына!💥
Балалар араһында үткән "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең онлайн һайлап алыу турҙары иғлан ителә!
Яңғыҙ, парлы бейеүселәрҙән, трио, ансамблдәрҙән 15 майға тиклем baik-bk@mail.ru почтаһына видеояҙмалар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәт Байык төркөмөндә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347)262-87-00. Эске һандар-725.
https://vk.com/video-85076499_456257047
Балалар араһында үткән "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең онлайн һайлап алыу турҙары иғлан ителә!
Яңғыҙ, парлы бейеүселәрҙән, трио, ансамблдәрҙән 15 майға тиклем baik-bk@mail.ru почтаһына видеояҙмалар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәт Байык төркөмөндә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347)262-87-00. Эске һандар-725.
https://vk.com/video-85076499_456257047
VK Видео
Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Watch Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш тел.. 29 s from 15 April 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1878. Likes: 17.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогының ярымфиналына сыҡты!
Бөгөн юлаевсылар Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән етенсегә осрашты. «Өфө-Арена»ла уҙған хәл иткес матч көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйтәйек, билеттар ике сәғәт эсендә һалылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла был көндәрҙә тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

🔥3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы дауам итә
Иғтибар, паспортһыҙ бал ҡорттары! Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.
Иғтибар, паспортһыҙ бал ҡорттары! Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға сираттағы ылау менән юлланды
Өфө эшҡыуары Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға алты мотоцикл, квадроцикл, генераторҙар, уаз автомобиле һәм башҡа кәрәкле техника ебәрә. Гуманитар ярҙам сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ.
Өфө эшҡыуары Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға алты мотоцикл, квадроцикл, генераторҙар, уаз автомобиле һәм башҡа кәрәкле техника ебәрә. Гуманитар ярҙам сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов өсөн шәхси парад ойошторолдо
Ваҡиға тирә-яҡ ихаталарҙа йәшәүселәрҙе лә йыйҙы. Фронтовик йәшәгән йорт алдында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды, кадеттар, хәрби-патриотик клубы юнармеецтарының расчеттарынан торған тантаналы марш үтте, сарала барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Парад үткәндән һуң, ижади коллективтар башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Бындай парад быйыл Өфөлә тәүгә уҙҙы.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте
Йәш сәсәндәр бәйгеһе. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге уҡыусылары араһында «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте. Бәйгелә быйыл 58 бала һынау тотто.

Өфөлә һәйкәлдәр тәртипкә килтерелә
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ошондай эш алып барыла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь хеҙмәткәрҙәр зыяраттарҙа ҡәберҙәрҙе таҙарта, мемориаль таҡтаташтар яңыртыла. Айырыуса иғтибар Еңеү паркына бүленә. 9 майҙа бында сәскә һалыу тантанаһы ҡаралған.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
#Матур_кавер
Кескәй Дарина Нәжметдинова «Һомай»ҙы йырлай
Был популяр йырға иң матур каверҙарҙың береһелер, моғайын. Дарина Учалынан билдәле ижадсылар Дания һәм Марсель Нәжметдиновтарҙың ҡыҙы.
Сабыйҙы ҡеүәтләп, лайк ҡуйығыҙ!

❤8
Башҡортостанда мутлашыусы тотолған
Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 94 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡан. Ханымдың ҡыҙы аварияға тарыуы тураһында белдергән, проблеманы хәл итеү өсөн ҙур ғына сумма аҡса һораған. Ҡатын курьерға 100 мең һумдан ашыу аҡса биргән. Полиция был хәл буйынса тикшереү уҙғарған һәм Өфөнән 19 йәшлек кешене ҡулға алған. Ул ғәйебен таныған. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә. Енәйәтселәр төркөмөнөң башҡа ағзаларын асыҡлау буйынса эш алып барыла.
Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 94 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡан. Ханымдың ҡыҙы аварияға тарыуы тураһында белдергән, проблеманы хәл итеү өсөн ҙур ғына сумма аҡса һораған. Ҡатын курьерға 100 мең һумдан ашыу аҡса биргән. Полиция был хәл буйынса тикшереү уҙғарған һәм Өфөнән 19 йәшлек кешене ҡулға алған. Ул ғәйебен таныған. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә. Енәйәтселәр төркөмөнөң башҡа ағзаларын асыҡлау буйынса эш алып барыла.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» — тәүге республикаль нәфис фильмға уңыш теләйбеҙ!
Премьеранан ситтә ҡалмағыҙ! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» киноальманахын ҡарағандан һуң, уның яҡшы килеп сығыуын билдәләп, картина өҫтөндә эшләгән берҙәм командаға рәхмәтен белдерҙе, уңыштар теләне.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аудиторҙары 2024 йылда 18 миллиард һумға яҡын суммаға етешһеҙлектәр асыҡлаған
Был турала Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа отчет докладында белдерҙе. Парламент депутаттары шулай уҡ 6 тиҫтәгә яҡын закон проектын тикшкерҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

"Өфө йүкәләре" скверы яҙыусыларға бағышлана
Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Ял биләмәһе Республика яҙыусылар союзы бинаһы янында урынлаша. Уның майҙаны 840 метр була. Эштәр өсөн 26 миллион һум ҡаралған. Скверҙа йүкә ултыртыла, эскәмйәләр, сәхнә, фотоһүрәткә төшөү урыны, яҡтыртыу ҡоролмалары була.