This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез халҡы алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар ылау ебәрҙе
Мәләүез халҡы «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» хәйриә фонды ярҙамында алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар ылау ебәрҙе. Курск өлкәһендәге яугирҙар үтенесен иҫәпкә алып күмәк көс менән УАЗ-буханка автомобиле һатып алына. Машина менән бергә яралыларҙы яу яланынан алып сығыу өсөн носилкалар, медикаменттар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм тәм-томдар ҙа туплана. Ирекмәндәрҙе ҡаланың Ҡазан Божья Матерь иконаһы ғибәҙәтханаһынан Протоиерей Владимир Семавин изге фатихаһын биреп яуаплы һәм оҙон юлға оҙата. Гуманитар ярҙам дошманға ҡаршы алышҡан яҡташтарға шәхсән тапшырыласаҡ.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Мираҫ» ансамбле «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сағыу флешмоб ойошторҙо
Еңеү мираҫын һаҡлап. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү алдынан «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сағыу флешмоб ойошторҙо. Ул «Беҙгә бер Еңеү кәрәк» акцияһы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән ойошторолған «Еңеү йырҙары» төбәк флешмобы сиктәрендә үтте.

❤4👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ленинград ҡамауын үткән Валентина Поповнина бөгөн Еңеү яҙын Благоварҙа ҡаршылай
Һуғыш михнәте онотолмай... Ленинград блокадаһында йәшәгән Валентина Поповнина 80-се Еңеү яҙын Благовар районында ҡаршылай. Валентина Ильинична 1934 йылда Ярославль өлкәһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уларҙың ғаиләһе Ленинград ҡалаһында йәшәгән.
Һуғыш михнәте онотолмай... Ленинград блокадаһында йәшәгән Валентина Поповнина 80-се Еңеү яҙын Благовар районында ҡаршылай. Валентина Ильинична 1934 йылда Ярославль өлкәһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уларҙың ғаиләһе Ленинград ҡалаһында йәшәгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге милли китапханаһында төбәк-ара тәүге милли матбуғат фестивале үтте
Башҡортостан баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм журналистары, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, архив хеҙмәткәрҙәре ҡатнашкан сара Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте ярзамында Силәбе ҡалаһы хакимиәте, урындагы башҡорттар ҡоролтайы, вәкиллек һәм урындағы йәмәғәтселәр тарафынан ойошторолдо.
Башҡортостан баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм журналистары, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, архив хеҙмәткәрҙәре ҡатнашкан сара Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте ярзамында Силәбе ҡалаһы хакимиәте, урындагы башҡорттар ҡоролтайы, вәкиллек һәм урындағы йәмәғәтселәр тарафынан ойошторолдо.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтте
Билдәле булыуынса, 2020 йылдан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тәҡдиме менән Талҡаҫ буйында экологик акция ойоштороу күркәм йолаға әүерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍3🔥2
Башҡортостан студенттарына берҙәм карта булдырыла
Ул юл йөрөү һәм буфетта туҡланыу мөмкинлеге бирә. Республика хөкүмәтендә уҙған “Транспорт сәғәте”ндә “Алға” түләү системаһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә Вуз-ара студенттар кампусында күп функциялы карталарҙы индереү тәҡдиме хупланды. Республикала 2019 йылдан “Алға” ҡушымтаһы менән 2 миллион ярымдан ашыу карта сығарылған. Был пассажирҙарға 760 миллион һумға яҡын аҡсаны экономиялау мөмкинлеге биргән.

👍2❤1
МХО яугирының 10-сы сабыйы тыуған
Благовещен районы Һынны ауылынан «Әнис» саҡырыу позывнойлы ягирҙың һәм уның ҡатыны Ксенияның күп балалы ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.
Ксения әүҙем ирекмән, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙарға ярҙам итә. Ҡатын районда тәүгеләрҙән булып һалдаттар өсөн окоп шәмдәре, ҡоро душтар әҙерләй башлай. Ксения көндәлек мәшәҡәттәренә, күп бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, гуманитар ярҙам йыйып ҡына ҡалмай, уны ире һәм уның һалдаттары өсөн МХО зонаһына алып барып та тапшыра.
Тормош иптәше өлкән сержант «Әнис» 2022 йылдың авгусынан МХО-ла ҡатнаша, Ксения уның менән ғорурлана, ғаиләбеҙ өсөн ысын терәк, тип билдәләй.
Хәҙер «Әнис» ялда, балалары менән сараларға, байрамдарға йөрөй, МХО-лағы көндәлек эше тураһында һөйләй. Әммә яугир ҡатынын һәм яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алып өлгөрмәйәсәк, ул йәнә алғы һыҙыҡҡа юлға сыға.

👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлауҙа хеҙмәтте һаҡлау» икенсе республика форумы үтте
Семинарға республиканан 150-нән ашыу белгес һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкилдәр йыйылды. Һаулыҡ һаҡлау тармағында хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин итеү, махсус кабинеттар асыу кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. 2020 йылдан профсоюз страховкалау программаһы эшләй. 64 меңдән ашыу хеҙмәткәр производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкаланған.
Семинарға республиканан 150-нән ашыу белгес һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкилдәр йыйылды. Һаулыҡ һаҡлау тармағында хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин итеү, махсус кабинеттар асыу кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. 2020 йылдан профсоюз страховкалау программаһы эшләй. 64 меңдән ашыу хеҙмәткәр производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкаланған.
👍2❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй юристары ассоциациаһы Башҡортостан бүлексәһе рәйесе итеп Ирина Панькина һайланды
Быға тиклем ул ике йыл республика ойошмаһын етәкләп уны үҫтереү, граждандарға күп яҡлы юридик ярҙам ойоштороу эшендә ҡатнашты. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә юристар ассоциацияһының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Ойошма белгестәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Һуңғы ике йылда адвокаттар 20 мең яугирға уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән.

Өфөлә Республика дезинфекция үҙәге талпандарға ҡаршы акарицид эшкәртеүҙәр үткәрә
Яҙ иртә килеп, талпандар әүҙемләшеүгә бәйле, профилактик саралар 9 апрелдә үк башланған. Яуым-төшөмһөҙ көндәрҙә биләмәләрҙе эшкәртеү төндә башҡарыла. Һаулыҡҡа зыянлы бөжәктәргә ҡаршы профилактик саралар Өфө шоссеһы урамына яҡын биләмәлә урынлашҡан Непецев дендропаркында ла уҙғарылды.
Яҙ иртә килеп, талпандар әүҙемләшеүгә бәйле, профилактик саралар 9 апрелдә үк башланған. Яуым-төшөмһөҙ көндәрҙә биләмәләрҙе эшкәртеү төндә башҡарыла. Һаулыҡҡа зыянлы бөжәктәргә ҡаршы профилактик саралар Өфө шоссеһы урамына яҡын биләмәлә урынлашҡан Непецев дендропаркында ла уҙғарылды.
👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар әңәмә үтеүгә әҙерләнә
«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар тест тапшырыу этабын тамамлап, әңәмә үтеүгә әҙерләнә. Программала ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Ғәлимов. Өлкән сержант, пулеметсы Салауат Юлаев батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында йомғаҡлау концертты үтте
Баймаҡ районы Билал ауылында танылған үҙешмәкәр композитор, күп йырҙар авторы Вилюр Мәүлитов ижад иткән патриотик һәм Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында иғлан ителгән конкурстың йомғаҡлау концертты үтте. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
Баймаҡ районы Билал ауылында танылған үҙешмәкәр композитор, күп йырҙар авторы Вилюр Мәүлитов ижад иткән патриотик һәм Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында иғлан ителгән конкурстың йомғаҡлау концертты үтте. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың Октябрь районында кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте
Өфө йәнә ҡыҫҡа ваҡытҡа Ренессанс заманына ҡайтты. Баш ҡаланың Октябрь районында йыл һайын ойошторолған кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте. Егеттәр һәр ваҡыттағыса парад формаларҙа, ә ҡыҙҙар махсус тегелгән ебәк күлдәктәрҙә сығыш яһаны.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» менән «Спартак» командалары араһындағы серия еңеүсеһе 7-се уйында хәл ителәсәк
Мәскәүҙәге һуңғы осрашыуҙың яҙмышы йәнә овертаймда хәл ителде. Был юлы Алексей Василевский индергән шайба Өфө клубына 2-1 иҫәбе менән уңыш килтерҙе.

Республика халҡы тәртипкә килтереләсәк йәмәғәт биләмәһен һайлай ала
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Рәсәйҙә төҙөкләндерелергә тейешле объекттар өсөн тауыш биреү башланды. “Быйыл беҙ 2026 йылда ниндәй эштәр башҡарылыуын һайлайбыҙ. Республикалағы 241 объекттың 159-н һайларға кәрәк. Тауыш биреү “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса ойошторола. Башҡортостанда быйыл 94 биләмә төҙөкләндерелә. Һуңғы алты йыл эсендә федераль ҡаҙнана бүленгән аҡсаға 800-ҙән ашыу йәмәғәт биләмәһеняңырттыҡ”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

МХО яугире отпуск ваҡытында ғаилә ҡорған
Дүртөйлө районынан МХО яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында ғаилә ҡорған. Никахты теркәү тантанаһы райондың Мәҙәниәт йортонда үтте, тип яҙа муниципалитет хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Тиҙҙән яҡташыбыҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Йәш кәләш иренең еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырына ышана.

«Йәштәргә саф хистәрен һүрелтмәй, бер-береһенә терәк булып, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйем. Ысын патриот, тыуған еребеҙҙе һәм илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусы яҡташыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын», — тигән изге теләктәрен еткерҙе Риф Йосопов.
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре башланды
Башҡортостандың 22 районынан ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар яҙғы культураларҙы сәсеүгә төшкән. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Быйыл яҙ иртә, әммә сәсеүҙе ғәҙәти ваҡытта тиерлек башлайбыҙ, - тип билдәләгән ул.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика парктары акарицид менән эшкәртелә
Талпандар әүҙемләшә. Башҡортостанда 4100 гектар самаһы майҙанда йәмәғәт биләмәһе булған парктарҙа, скверҙарҙа һәм халыҡтың башҡа ял урындарында бөжәктәргә ҡаршы биләмәләрҙе акарицид менән эшкәртелә. Миҙгел башынан алып республиканың медицина ойошмаларына талпан тешләүҙән зыян күргән 428 кеше, шул иҫәптән 162 бала мөрәжәғәт иткән. Талпандар әүҙем үрсегән осорҙа нисек һаҡланырға, төбәктә ниндәй профилактик саралар башҡарылыуы хаҡында репортаж.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы хәрби хеҙмәткәрҙәр төркөмө юлланды
Бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы хәрби хеҙмәткәрҙәр төркөмө юлланды. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ике аҙна элек ҡайтҡан. Ял ваҡытында улар башлыса көнкүреш мәсьәләләре менән шөғөлләнгән, ғаиләһе менән бергә булған. Яу ҡырына хәрбиҙәрҙе туғандары һәм яҡындары оҙатты. Ватан һаҡсылары үҙҙәренең әйберҙәре менән бергә, хеҙмәттәштәре өсөн посылкалар ҙа алған.

❤2👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы артиллеристары дошман нығытмаларын ҡыйрата
Мәргән артиллерия. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица-артилллерия дивизионы дошман нығытмаларын ҡыйрата. Артиллеристарҙың эшен беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе күҙәтте.