Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ремонттан һуң Башҡортостан яҙыусылар союзы йорто «Китап байрамы» фестивалендә асыласаҡ
Бинала төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Йортто асыу тантанаһы һәм башҡа һорауҙар күсмә кәңәшмә барышында һөйләшелде. Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт Поликарпов йорто булараҡ билдәле. Мәҙәни мираҫ объекты һаналған бинала иҙән алмаштырылған, елләтеү, канализация системаһы, радиаторҙар яңыртылған. Төҙөкләндереү бинаның тышҡы яғына ла ҡағылған.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Әмирә Сабироваға инсульт үткәргәндән һуң реабилитация үтергә кәрәк
Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Әмирә Сабироваға инсульт үткәргәндән һуң реабилитация үтергә кәрәк. Инвалид баланың һул ҡулы йөрөмәй һәм сабый һөйләшкәндә лә ҡатмарлыҡтар кисерә. Баш ҡалалағы махсус үҙәктә реабилитация үтеү өсөн ғаиләгә 240 мең һум аҡса талап ителә. Был сумманы йыйыу өсөн Сабировтар битараф булмаған граждандарҙан ярҙам һорай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

❤1
Яугир отпускыһы ваҡытында һөйгәне менән ғаилә ҡорған
Нефтекама ҡалаһында «Бэби» позывнойлы яугир һөйгәне Анна менән ғаилә ҡорған. Башҡортостандың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле йәш парҙың туй тантанаһы тураһында яҙа.
Владимир Спеле әйтеүенсә, яңы өйләнешкәндәр никах теркәү көнөн – 22 апрелде – осраҡлы һайламаған. Тап ошо көндә 2023 йылда Олег менән Анна тәүге тапҡыр осрашҡан.
«Яҙмыш ҡушыуы буйынса, буласаҡ кейәүҙең ялы ошо датаға тура килгән. Һәм теүәл ике йылдан улар – ир менән ҡатын. Йәш парҙы туй көнө менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләгеҙҙә мөхәббәт, татыулыҡ һәм сәскә атыу батшалыҡ итһен!» – тип яҙа дәүләт комитеты рәйесе.

👍2
Республикала умартасылыҡты үҫтереү буйынса комплекслы программа эшләй
Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шулай уҡ субсидия һәм гранттар бирелә. “Тағы ла бер мөмкинлек бар. Ул бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү. Был маҡсаттан беҙ райондарға етенсе йыл рәттән Башҡорт ғилмие-етештереү ветеринарияһы лабораторияларының күсмә модулдәрен ебәрәбеҙ”, - тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров. Быйыл белгестәр Бөрйән, Күгәрсен, Әлшәй, Нуриман, Мишкә, Борай һәм салауат райондарында булды. Башҡа район умартасылары ла тикшереү өсөн материал килтергән. Лаборанттар 11 мең самаһы проба алған. “Бал ҡорттары өсөн ошондай “сәләмәтлек поездары” йөрөй. Башҡортостан илдең төп баллы төбәге статусын нығытһын өсөн барыһы ла эшләнә”, - тигән Радий Хәбиров.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда умартсыларға ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә
Бал ҡорттары өсөн генә «Сәләмәтлек поездары». Башҡортостанда умартсыларға ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Татлы продукция етештереүселәр субсидия һәм гранттар ала, 2030 йылға тиклем махсус комплекслы программа ғәмәлгә ашырыла.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районында урманда юғалған баланы эҙләү уңышлы тамамланған
Кисә 7 йәшлек малай өләсәһе һәм олатаһы менән Бүздәктән Урҙайбаш ауылына барырға сыҡҡан булған. Әммә ниндәйҙер мәлдә ул өлкәндәр күҙенән юғала. Кискә ҡарай эҙләү отрядтары Мирондың юғалыуы тураһында хәбәр тарата. Эҙләүгә ҡотҡарыусылар, полиция, район хакимиәте вәкилдәре, кинологтар, битараф булмаған урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҡушыла. Улар төнө буйына урманды һәм эргә тирәләге биләмәләрҙе иңләп сыға. Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә һөйөнөслө яңылыҡ килә. Аҙашҡан малайҙы урындағы кешеләр таба. Малай төндө баҫыуҙа үткәргән.

Дүртөйлө районы аграрийҙары яҙғы баҫыу эшенә сыҡты
Быйыл төбәктә 43 мең ярым гектар майҙанда төрлө культуралар сәсеү планлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта ужым бойҙайына ашлама индереү ҙә йылдам бара. Урындағы хужалыҡтар эшмәкәрлеге тураһында репортаж.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тантаналы шарттарҙа мобилизацияланған яугирҙарҙы махус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар
Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан булған. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ир-егеттәргә рәхмәт белдереп, төбәктә тыуып үҫкән меңдәрсә яҡташыбыҙҙың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, Рәсәй армияһының данлы традицияларын дауам итеүен билдәләне. Тап улар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләй.
Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан булған. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ир-егеттәргә рәхмәт белдереп, төбәктә тыуып үҫкән меңдәрсә яҡташыбыҙҙың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, Рәсәй армияһының данлы традицияларын дауам итеүен билдәләне. Тап улар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләй.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Парад маршында беренсе урын яулаған Өфө кадет корпусы кадеттары бүләкләнде
Былтыр Һамар ҡалаһында Бөйөк Еңеү парадында беренсе урын яулаған уҡыусыларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветеран яугирҙар тәбрикләне. Тантаналы маршта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 125 взвод ҡатнаштҡан. Дисциплина, берҙәмлек, патриотик рух һәм башҡа йүәнлештәрҙә Өфө кадеттары юғары оҫталыҡ күрһәтә.

👍5❤4
«Байыҡ. Балалар» республика телевизон конкурсының һайлап алыу туры старт ала!
Ярыш ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә:
I категория — 16-35 йәш: соло, дуэт, трио, ансамблидәр;
II категория — 36 йәштән өлкәндәр: соло, дуэт, трио, ансамблдәр.
2025 йылдың 15 майына тиклем хореографик композицияның видеояҙмаһын конкурстың baik-bk@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
https://vk.com/video-85076499_456257047

VK Видео
Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Watch Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш тел.. 29 s from 15 April 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1878. Likes: 17.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә
Йәш быуында Ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Ошо маҡсатта иртәгә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә.
Йәш быуында Ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Ошо маҡсатта иртәгә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте
Өфөлә Дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте. «Бөйөк державаға юлда» тип исемләнгән китапта ил тарихындағы һынылышлы һәм ҡатмарлы осор тураһында һүҙ бара.

Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шәмбе Башҡортостанда башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант уҙа
Мәғрифәтселек сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә. Дикторҙар тексты өс кимәлдә уҡый.Тәүгеһе яңы башлап өйрәнеүселәр , икенсеһе башҡорт телен иркен белгәндәр, өсөнсөһө төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн. Темалары Ватанды һаҡлаусыларға һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә арналған. Башҡорт теленән яҙма эште оффлайн һәм онлайн форматта яҙырға мөмкин. Мәғрифәтселек сараһы 28 апрелгә тиклем дауам итә.

👍4
Башҡортостан халҡының 62 проценты физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә
Был турала вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, өлкән йәштәге 270 мең кеше системалы рәүештә күнекмәләр уҙғара. Уларҙың 6 меңе ГТО нормаларын үтәгән һәм 10 мең һумлыҡ сертифкаттар алған. Халыҡ өсөн спортты үҫтереү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - тине Руслан Хәбибов.

Бейеү һөйөүселәр иғтибарына!💥
Балалар араһында үткән "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең онлайн һайлап алыу турҙары иғлан ителә!
Яңғыҙ, парлы бейеүселәрҙән, трио, ансамблдәрҙән 15 майға тиклем baik-bk@mail.ru почтаһына видеояҙмалар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәт Байык төркөмөндә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347)262-87-00. Эске һандар-725.
https://vk.com/video-85076499_456257047
Балалар араһында үткән "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең онлайн һайлап алыу турҙары иғлан ителә!
Яңғыҙ, парлы бейеүселәрҙән, трио, ансамблдәрҙән 15 майға тиклем baik-bk@mail.ru почтаһына видеояҙмалар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәт Байык төркөмөндә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347)262-87-00. Эске һандар-725.
https://vk.com/video-85076499_456257047
VK Видео
Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Watch Video by Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш тел.. 29 s from 15 April 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 1878. Likes: 17.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогының ярымфиналына сыҡты!
Бөгөн юлаевсылар Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән етенсегә осрашты. «Өфө-Арена»ла уҙған хәл иткес матч көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйтәйек, билеттар ике сәғәт эсендә һалылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла был көндәрҙә тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

🔥3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы дауам итә
Иғтибар, паспортһыҙ бал ҡорттары! Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.
Иғтибар, паспортһыҙ бал ҡорттары! Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға сираттағы ылау менән юлланды
Өфө эшҡыуары Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға алты мотоцикл, квадроцикл, генераторҙар, уаз автомобиле һәм башҡа кәрәкле техника ебәрә. Гуманитар ярҙам сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ.
Өфө эшҡыуары Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға алты мотоцикл, квадроцикл, генераторҙар, уаз автомобиле һәм башҡа кәрәкле техника ебәрә. Гуманитар ярҙам сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов өсөн шәхси парад ойошторолдо
Ваҡиға тирә-яҡ ихаталарҙа йәшәүселәрҙе лә йыйҙы. Фронтовик йәшәгән йорт алдында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды, кадеттар, хәрби-патриотик клубы юнармеецтарының расчеттарынан торған тантаналы марш үтте, сарала барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Парад үткәндән һуң, ижади коллективтар башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Бындай парад быйыл Өфөлә тәүгә уҙҙы.

👍3❤1