Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте
Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары көс һынашты.

❤1
Ағиҙелдә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә инде
Бында эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булырыу" проектына ярашлы алып барылды. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттарҙы баһалғанда эш сифаты, социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәлелек иҫәпкә алынған. - Был тәжрибәне башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы ҡулланыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итәләр Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығынан.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны. Тарихи сәхнәлә «Рахманинов. Ғүмерлек симфония» балеты премьераһы үтте. Бөйөк рус композиторының тормош юлы һәм ижадына арналған спектаклде БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. Илдең баш ҡалаһынан киләһе яҙма.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент фонды тәбиғәтте һаҡлау проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы хуплай
Президент фонды Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Был эшкә әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән идара итеүсе учреждениелар йәлеп ителә. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәгендә тәүге семинар үтте.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡыҙылса менән ауырыу осрағы асыҡланған
Сир Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек малайҙа табылған. Әле ул дауаханала һәм табиптар йоғошло ауырыу таралмаһын өсөн бар һаҡланыу саралары күргән. Шулай уҡ малай уҡыған мәктәптә вакцинациялау башланған.Ҡыҙылсанан берҙән-бер һаҡланыу сараһы-прививка.
Сир Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек малайҙа табылған. Әле ул дауаханала һәм табиптар йоғошло ауырыу таралмаһын өсөн бар һаҡланыу саралары күргән. Шулай уҡ малай уҡыған мәктәптә вакцинациялау башланған.Ҡыҙылсанан берҙән-бер һаҡланыу сараһы-прививка.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған түләүҙәрҙе ветерандар апрель пенсияһы менән бергә аласаҡ
Банк иҫәбенә аҡсалар 10 апрелдә күсереләсәк. Почта аша графикка ярашлы өсөнсө апрелдән алып 24 апрелгә тиклем таратыласаҡ. 80 мең күләмендәге түләүҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар, уларҙың тол ҡатындары, ҡамауҙа ҡалған Ленинград, Севастополь, Сталинград ҡалаларында йәшәүселәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары аласаҡ.

«Веселинка» ансамбле халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы
Комаров исемендәге пионерҙар һарйының «Веселинка» өлгөлө балалар хореографик ансамбле 32 йыл эсендә меңәрләгән йәш бейеүселәрҙе үҫтереп ҙур сәхнәгә сығарған. Бынан тыш, билдәле хореограф Оксана Щуканың бейеү мәктәбен үтеп, үҙҙәре лә остаз булып киткәндәр бар. Улар араһынан иң билдәлеһе Юлия Долгполова. Быйыл ул етәкләгән коллектив үҙенең 15 йыллығын туйланы.Әйткәндәй, ансамбль 1 апрелдә Сочи ҡалаһында балалар бейеү коллектвтары араһынд үткән халыҡ-ара конкурста 20 коллектив араһында иң юғары баһа - Гран-приға лайыҡ булды

👍5🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Владислав Дзюба ҡулға алынды
Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортсотан буйынса идаралығы етәксеһе Владислав Дзюба ҡулға алынды. Эске хеҙмәт генерал-майоры вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр фаразлауынса, етәксе үткән йылдың ноябрендә ведомство подразделениеларына 3 миллион һум аҡса йыйырға ҡуша. Был йыйымдарҙы ул ойошма ихтяжына кәрәк тип аңлата.

😱2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө автосалонында клиентҡа 900 мең һумға килешелгән машинаны 4 млн һумға һатҡандар
Инвалид иргә психологик баҫым яһап автосалон хеҙмәткәрҙәре кредиттың суммаһын аңлатмай, килешеү төҙөлгән. Әле билдәле автосалон урынында бушлыҡ ҡына ҡалған - мутлашыусылар салонды бикләп икенсе урынға күскән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

😱4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Рәсәйҙәге беренсе һанлы имам эшләй башланы
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, мобиль ҡушымта аша яңылыҡтарҙы, намаҙ ваҡытын, ҡибла йүнәлешен белергә мөмкин. Был яңылыҡ Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы менән берлектә ҡулланыуға индерелгән. Бынан тыш, һәр кем үҙенең шәхси кабинеты аша онлайн режимда хәйер һала ала.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, мобиль ҡушымта аша яңылыҡтарҙы, намаҙ ваҡытын, ҡибла йүнәлешен белергә мөмкин. Был яңылыҡ Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы менән берлектә ҡулланыуға индерелгән. Бынан тыш, һәр кем үҙенең шәхси кабинеты аша онлайн режимда хәйер һала ала.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында республикалағы иң ҙур элеватор төҙөлөшө бөгөн 80 процентҡа теүәлләнгән
Селекция-орлоҡсолоҡ йүнәлешендә махсуслашҡан үҙәк иген һәм майлы культураларҙы таҙартыу һәм киптереүгә йүнәлтелгән. Проектҡа 40 яңы эш урыны булдырыу маҡсатында ике миллиард ярым һумдан ашыу аҡса һалынған.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Рәсәйҙә беренсе булып «Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы» исеменә лайыҡ булды
Бындай статусҡа донъяның Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек төрлө дәүләттәрендә урынлашҡан ни бары 60-ҡа яҡын ҡалаһы эйә. Баш ҡалабыҙҙа кәсепселек кимәлен Бөтә донъя кәсептәр советы баһалаған. Донъя кимәлендә уңыш ҡаҙаныу - оҫталар, рәссамдар, эшҡыуарҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Бындай статусҡа донъяның Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек төрлө дәүләттәрендә урынлашҡан ни бары 60-ҡа яҡын ҡалаһы эйә. Баш ҡалабыҙҙа кәсепселек кимәлен Бөтә донъя кәсептәр советы баһалаған. Донъя кимәлендә уңыш ҡаҙаныу - оҫталар, рәссамдар, эшҡыуарҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡаһарманлыҡ моңо»: Еңеүҙең 80 йыллығына арналған концерт үтте
Бөйөк Еңеү байрамына тиклем теүәл бер ай! Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Ҡаһарманлыҡ моңо тип аталған концерт үтте.

👍3🔥2👎1🤩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республиканың күп фатирлы 231 йортонда 620 лифтты яңыртыу планлаштырылған
Уларҙың 162-дә эш тамамланған. Өфөнөң Юрий Гагарин урамы, 28/2 адресы буйынса йорт та капиталь ремонт программаһына эләккән. Һәр подъезда икешәр лифт бер-бер артлы яңыртылған. Подрядсы компанияға ошондай объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға 80 көн бирелә.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ватан һаҡсыларын алғы һыҙыҡҡа оҙаттылар
Көс туплап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсыларын юлға оҙатыу тантанаһына ир-егеттәрҙең ғаиләләре, туғандары, дуҫтары килде.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан егеттәре яҙғы саҡырылыш буйынса әрме сафына юлланды
40-ҡа яҡын егет Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафын тулыландырҙы. Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылышҡа ярашлы, егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Архангел һәм Волгоград өлкәләренедәге Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Буласаҡ ил һаҡсыларына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.
40-ҡа яҡын егет Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафын тулыландырҙы. Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылышҡа ярашлы, егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Архангел һәм Волгоград өлкәләренедәге Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Буласаҡ ил һаҡсыларына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Айрат Тереғоловтың күргәҙмәһе асылды
«Мираҫ» галереяһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Михаил Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғоловтың күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла рәссамдың бынан ун йыл элек яҙған картиналары урын алған. Ижади эштәр Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙасаҡ күргәҙмәлә ҡатнашыуға һайлау үткән.
«Мираҫ» галереяһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Михаил Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғоловтың күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла рәссамдың бынан ун йыл элек яҙған картиналары урын алған. Ижади эштәр Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙасаҡ күргәҙмәлә ҡатнашыуға һайлау үткән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Федор Шаляпиндың сәхнә костюмдарын берләштергән күргәҙмә асылды
Өфөлә күренекле опера йырсыһы Федор Шаляпиндың сәхнә костюмдарын берләштергән күргәҙмә асылды. Мәшһүр йырсы исемен йөрөткән музыка музейына кейемдәр, әйберҙәр, афишалар Санкт-Петербург ҡалаһынан килтерелде. Тарихи экспозиция 52 cәғәт юл үткән. Транспартировка ваҡытына ҡиммәтле әйберҙәр масхус ҡағыҙға төрөлөп килтерелә. Федор Шаляпиндың сәхнә костюмдарынан,шәхси әйберҙәренән, фотоһүрәттәренән торған күргәҙмә Өфөлә ярты йыл эшләйәсәк.

Ағиҙел буйы ҡыҙҙары Рәсәй кубогына тағы бер аҙым яһаны
Валерий Дәүләтшин тәрбиәләнеүселәре финалда «Динамо-Нева» клубы менән икенсегә осрашты. Яҡтар араһындағы тәүге уйында Өфө командаһы 5-0 иҫәбе менән еңеү яулағайны.