БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә апрель уртаһында ҡыш ҡабат әйләнеп ҡайтты

Республикаға ҡыш кире килде. Бөгөн күпләп ҡар яуыу сәбәпле, баш ҡала урамдарында тығындар һәм авариялар күҙәтелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала газификация программаһы графикҡа ярашлы алып барыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта республикала газификация һәи догазификация программаларының үтәлеше ҡаралды. Күләмле проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса республикала 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул бюджет аҡсаһына ҡыҫҡа ваҡытта йорттарға газ үткәреүҙе күҙ уңында тота. 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы республиканы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 85 процентҡа үтелгән. 2030 йылға Башҡортостанды зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе 88 процентҡа етергә тейеш.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Динамо» йәмғиәтен 100 йыллыҡ юбилей менән ҡотланы

Радий Хәбиров «Динамо» физик культура-спорт йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһын 100 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне. Башҡортостанда «Динамо» спортсылар хәрәкәте 1925 йылда барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта йәмәғәт ойошмаһы 125 кешене берләштерә. Хәҙер иһә «Динамо» - тиҫтәләгән спорт түңәрәктәре, йөҙәрләгән спорт мастерҙары һәм чемпиондар. Тантаналы йыйылышта республика башлығы уларҙың иң-иңдәренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы районы поликлиникаһының яңы корпусы 42 процентҡа әҙер

Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объект хаҡы 450 млн һәм тәшкил итә. Күләмле төҙөлөш быйыл декабрҙә тамамланыр тип күҙаллана. Ә инде киләһе йылға яңыртылған поликлиникала пациенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан Геройҙары» программаһында ҡатнашыусы 2 меңдән ашыу кеше тест яҙған

Әле проектта теркәлеүгә ғариза биреүселәрҙең эштәре баһалана. Проекттың киләһе этабы 14 апрелдә башлана һәм 12 майға тиклем дауам итә. Әңгәмә тест кеүек, онлайн режимда үтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк программаһы Президент ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Герой шәфҡәт туташы – Ерекле ауылынан махсус операцияға тиклемге юл

Геройҙар беҙҙең арала йәшәй. Шаран районы Ерекле ауылында тыуып үҫкән шәфҡәт туташы махсус хәрби операция биләмәһендә медицина батальонында хеҙмәт итә. Уның күкрәген «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы биҙәй. «Клинок» ҡушаматлы яугирҙың тыныс эшен хәрби тормошҡа алыштырыуына ике йыл булып килә. Ошо ваҡыт эсендә ул Еңеүҙе яҡынайтыуҙа яҡташлыҡ һәм туғанлыҡ көсөнә күп тапҡырҙар инанған.
👏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға 50-се гуманитар ярҙам оҙатты

Юбилейлы ылауҙы ирекмәндәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнаған. Яугирҙарҙың һорауы буйынса конвой составына УАЗ, «Нива» автомобилдәре, техникаға алмаш өлөштәр, квадрокоптер, генератор, инструменттар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары тупланған.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы плей-оффтың сирек финалы башланыр алдынан асыҡ күнекмә үткәрҙе

Мәскәүҙең «Спартак» командаһына әҙерлек 40 минут самаһы дауам итте. Нэйтан Тоддтан башҡа бөтә уйынсылар ҙа боҙға сыҡты. Билдәле булыуынса, Канада һөжүмсеһе йәрәхәтләнеүселәр исемлегенә индерелгән һәм был раундта үҙ командаһына ярҙам итә алмаясаҡ. Резерв состав менән бергә Глеб Кузьмин да күнекмәләр үткәрҙе.
👍31🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

Сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Тәүҙә эшҡыуарҙар менән осрашыуҙарҙың яҡынса йомғаҡтары барланды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Онкология диспансерында йыуан эсәк яман шешен дауалау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Республика клиник онкология диспансерында йыуан эсәктәге яман шеш һәм уға тиклемге ауырыуҙарҙы дауалау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Түбәнге Новгородтан килгән белгес үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нуғай шоссеһында теркәлгән аварияла өс кеше зыян күргән

Бөгөн иртән Өфөнөң Нуғай шоссеһында теркәлгән аварияла өс кеше зыян күргән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, DAF йөк машинаһы водителе, төп юлға сығып барғанда, «Рендж Ровер»ҙы үткәрмәй. Авария һөҙөмтәһендә цемент ташыусы ярым прицеп иномарка өҫтөнә ауа һәм ҡойма аша ҡаршы һыҙатҡа сыға. Юл-транспорт ваҡиғаһында внедорожник водителе һәм ике бала дауаханаға оҙатыла. Уларҙың һаулығы уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
😱2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта мутлашыусылар тоҙағына эләгеп барған пенсионер ҡотҡарылды

Республикала мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, уларға 800 мең һум аҡса күсерергә теләгән пенсионер ҡотҡарылған. Стәрлетамаҡ тимер юл вокзалының транспорт хәүефеһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатындың үҙен сәйер тотоуына иғтибар итә. Ул бер нисә тапҡыр телефон аша һөйләшкән килеш банкомат янына килеп ҙур сумма ала. Ярҙам тәҡдим итеүселәрҙән зыян күреүсе баш тарта. Вокзал хеҙмәткәрҙәре 112 телефонына шылтыратып, мутлашыу тураһында хәбәр итә. Һөҙөмтәлә, пенсионер аҡсаһын мутлашыусыларға ебәреп өлгөрмәй.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә гастролдә «Әкиәт» татар дәүләт академия ҡурсаҡ театры

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған тамашаларҙы ҡарай ала. Күрше республика театры балалар һәм өлкәндәр өсөн дә махсус спектаклдәр тәҡдим итә. 90 йыллыҡ тарихлы мәҙәниәт учреждениеһының репертуары бай һәм төрлө. Әҫәрҙәр өҫтөндә лә Рәсәй ҡурсаҡ театрҙарының иң яҡшы режиссер һәм рәссамдары эшләй.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, былтыр Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Ошо бер йыл арауығында Рәсәй буйлап 90 миллиондан ашыу кеше сәйәхәт иткән, был 2021 йылға ҡарағанда, 37 процентҡа күберәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һәләтле спортсыларға «Милләт йәшлеге» бүләге тапшырылды

Адаптив спортты үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Милләт йәшлеге» 11-cе Йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы почетлы ҡунаҡтары менән осрашыуында билдәләне. Быйыл мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгәйне, еңеүселәр тиҫтәгә яҡын номинацияла билдәләнде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте

Яңы үрҙәргә. Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте. «Торатау» конгресс-холында мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары буйынса фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың яҡындарын ҡабул итеү ойошторолдо

Осрашыуға республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәйнеләр, бер нисә мөрәжәғәт итеүсе осрашыуға онлайн-бәйләнеш аша ҡушылды. Депутат, йәмәғәтселәр һәм Тәфтиш комитеты вәкилдәре йәмғеһе ике тиҫтәнән аша һорауҙы ҡараны. Улар фронт биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар, һәләк булыусыларға ҡаралған түләүҙәр, кредит каникулдары, наградалар һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Еңеү көнөндә «Үлемһеҙ полк» маршы йәнә барлыҡ ҡала урамдарын һәм майҙандарын биҙәйәсәк

Был турала «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше Елена Цунаева белдерҙе. Уның фекеренсә, быйылғы сара ҡатнаш, шул иҫәптән традицион форматта үтәсәк. Марш ваҡытын урындағы властар төбәк бүлексәләре менән бергә үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы. Бынан тыш, бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә «Үлемһеҙ полк» онлайн акцияһы уҙа, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертау фронтовигы ил һаҡсыларын хөрмәтләп иҫкә ала

Рәсәй халҡын береһе лә еңә алмаған һәм еңмәйәсәк тә. Сөнки беҙҙең илдә бар халыҡтар ҙа дуҫ, татыу йәшәй. Яугирҙарыбыҙ 80 йыл элек беҙ яулаған кеүек үк еңеү менән ҡайтасаҡ, ти Күмертауҙа йәшәүсе Рәшит Ишморатов. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны махсус хәрби операция яугирҙарына теләктәшлек белдереп, ил һаҡсыларына оло рәхмәтен белдерә. Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән фронтовик менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

Бөгөн Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу ҡала-районынан 250-нән ашыу бала ҡатнашты. «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестиваленә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан нигеҙ һалына.
1