БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер ҡатын-ҡыҙ һәм ике бала һәләк булған янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Тәфтиш комитеты «Ике һәм күберәк кешенең һаҡһыҙлыҡ буйынса ғүмерен өҙөү» статьяһы буйынса тикшереү алып бара. Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса йортта бәхетһеҙ осраҡ кисә кис теркәлгән. Торлаҡтан 77 йәшлек ҡатын, 8 һәм 4 йәшлек ике бала эвакуацияланған. Реаниматологтар уларға тәүге ярҙам күрһәтә, тик өсәүһен дә ҡотҡарып булмай. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығы яңы кимәлгә күтәрелә

Был буласаҡ әсәйҙәр өсөн генә түгел, тотош йәмғиәт өсөн дә мөһим. 2024 йылдан алып республикала репродуктив системаны тикшереү диспансеризация программаһына индерелде. Тап ошо проект ярҙамында 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлеге пациенттары өсөн уңайлы шарттар булдырған. Күп профилле учреждениела буласаҡ ата-әсәләр өсөн бар кәрәкле анализдарҙы тапшырып, бала табыуға ентекле әҙерләнеү мөмкинлеге тыуҙырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика һайлап алыу пунктында контракт хеҙмәте өсөн бөтә шарттар булдырылған

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял урындары ойошторолған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған ир-егеттәр бер тапҡыр 2 миллион һум, ә унан һуң - ай һайын кәмендә 210 мең һум аласаҡ. Шулай уҡ яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам саралары ҡаралған. Контрактты Хәрби комиссариатта йәки «Һаҡлаусы» берҙәм үҙәгендә төҙөргә мөмкин.
👍1
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан түләү апрель пенсияһы менән тапшырыла

Банк картаһына аҡса 10 апрелдә күсә. Почта менән 24 апрелгә тиклем бирелергә тейеш. Ветерандарға Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан 80 һәм 55 мең һумлыҡ федераль түләүҙәр ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсә

Еңеү менән ғорурланабыҙ! Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсәк. «Башавтотранс» предприятиеһынан хәбәр итеүенсә, 110-сы маршрутты биҙәүҙә Башҡортостандың милли музейы ла ҡатнашҡан. Был сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ автобус һәр кемгә илебеҙҙең бөйөк тарихы хаҡында иҫкәртеп торасаҡ. Шулай уҡ яҡын көндәрҙә ҡала маршруттары буйынса тематик яҡтан биҙәлгән троллейбустар һәм трамвайҙар ҙа йөрөй башлаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте

Баймаҡ районында билдәле педагог һәм ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте. Сара шәхестең тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
👍1
Башҡортостанда тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин

"Тәңкәләр аҙналығы" тигән акция башланды, ул 19 апрелгә тиклем бара. Ошо ваҡытҡа тиклем банктарҙа тәңкәне алмаштырған өсөн комиссия алынмай, тип хәбәр итәләр Милли банктан. Тәңкәләр күләме сикләнмәгән. Төп шарт - улар 1997 йылдан алып сығарылған булырға тейеш. Уҙған йылда был акция ике тапҡыр үтте. Башҡортостан халҡы 3 миллион 700 мең һумлыҡ 840 мең тәңкә тапшырған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тамамланырға тейеш

Ошо маҡсатта муниципалитеттарҙа участкалағы етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу эше лә йәнләндерелгән. Әлегә төбәк һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙың 70 процентына инспекция уҙғарылған. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алты район өсөн яуаплы. Ҡалалағы асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 15 гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана

Яҙ көнө урманды тергеҙеү эштәре республиканың бөтә район-ҡалаларында ойоштороласаҡ. Экологик акция сиктәрендә башлыса ике йыллыҡ шыршы һәм ҡарағайҙар ултыртыла. Нуриман районы Исаев урман хужалығында хеҙмәткәрҙәр питомникта үҫтерелгән ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙып алды. Көндәр йылытҡас ағастар урманға күсереп ултыртыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл башынан 60 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған

Был үткән йылдарға ҡарағанда, дүрт тапҡырға кәмерәк. Әммә табиптар уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә. Ауырыусылар башлыса Октябрьский, Туймазы, Өфө райондарында һәм Өфөлә теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенең тәүге билдәләре булараҡ температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек иҫәпләнә. Был осорҙа табипҡа күренеп, мөмкин тиклем дауалауҙы тиҙерәк башлау мөһим.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

«Торатау» конгресс-холында фронтовик-яҙыусы Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми- ғәмәли конференция уҙҙы. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған мәғрифәтселек сараһы «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе һалдат образын һүрәтләүҙә халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең роле» тип аталды.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл «Башҡортостан» медиа-холдингының телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына 20 йыл тула

Юбилей йылында «Киң мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе» программаһы буйынса яңы уҡыу курсы старт алды. Тыңлаусылар араһында - студенттар, республика уҡыу йорттарының медиаүҙәктәре етәкселәре, хәбәрселәр һәм күптән журналист һөнәрен үҙләштерергә теләгәндәр бар . Улар алдында тәжрибәле алып барыусылар, телевидение белгестәре эфир продукцияһын булдырыу, темаларҙы эҙләү һәм һайлау, төрлө жанрҙарҙа эшләү серҙәренә, заман медиаһы трендтарына өйрәтәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте

Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары көс һынашты.
1
Ҡайғылы хәбәр

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат.
😱2😢2👍1
Ағиҙелдә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә инде

Бында эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булырыу" проектына ярашлы алып барылды. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттарҙы баһалғанда эш сифаты, социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәлелек иҫәпкә алынған. - Был тәжрибәне башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы ҡулланыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итәләр Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығынан.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны. Тарихи сәхнәлә «Рахманинов. Ғүмерлек симфония» балеты премьераһы үтте. Бөйөк рус композиторының тормош юлы һәм ижадына арналған спектаклде БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. Илдең баш ҡалаһынан киләһе яҙма.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент фонды тәбиғәтте һаҡлау проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы хуплай

Президент фонды Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Был эшкә әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән идара итеүсе учреждениелар йәлеп ителә. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәгендә тәүге семинар үтте.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡыҙылса менән ауырыу осрағы асыҡланған

Сир Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек малайҙа табылған. Әле ул дауаханала һәм табиптар йоғошло ауырыу таралмаһын өсөн бар һаҡланыу саралары күргән. Шулай уҡ малай уҡыған мәктәптә вакцинациялау башланған.Ҡыҙылсанан берҙән-бер һаҡланыу сараһы-прививка.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған түләүҙәрҙе ветерандар апрель пенсияһы менән бергә аласаҡ

Банк иҫәбенә аҡсалар 10 апрелдә күсереләсәк. Почта аша графикка ярашлы өсөнсө апрелдән алып 24 апрелгә тиклем таратыласаҡ. 80 мең күләмендәге түләүҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар, уларҙың тол ҡатындары, ҡамауҙа ҡалған Ленинград, Севастополь, Сталинград ҡалаларында йәшәүселәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары аласаҡ.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Веселинка» ансамбле халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы

Комаров исемендәге пионерҙар һарйының «Веселинка» өлгөлө балалар хореографик ансамбле 32 йыл эсендә меңәрләгән йәш бейеүселәрҙе үҫтереп ҙур сәхнәгә сығарған. Бынан тыш, билдәле хореограф Оксана Щуканың бейеү мәктәбен үтеп, үҙҙәре лә остаз булып киткәндәр бар. Улар араһынан иң билдәлеһе Юлия Долгполова. Быйыл ул етәкләгән коллектив үҙенең 15 йыллығын туйланы.Әйткәндәй, ансамбль 1 апрелдә Сочи ҡалаһында балалар бейеү коллектвтары араһынд үткән халыҡ-ара конкурста 20 коллектив араһында иң юғары баһа - Гран-приға лайыҡ булды
👍5🥰1