БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Магомед Абдулхәлимов менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән осрашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика федераль ведомство менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Төбәктә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә, һуңғы йылдарҙа егерменән ашыу учреждение файҙаланыуға тапшырылған. Осрашыуҙа пансионаттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡтың тәжрибәһе, балаларҙы, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ҡарау тураһында ла һүҙ барҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда шәхси пансионаттар селтәре киңәйә

Башҡортостан дәүләткә ҡарамаған социаль секторға ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. Төбәктә оло йәштәге кешеләрҙе ҡарау буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе 10 ойошма эшләй. Уларҙың яртыһы - ҡарттар һәм инвалидтар өсөн дәүләт интернат-йорттары, шулай уҡ 5-е -концессия килешеүҙәре сиктәрендә булдырылған шәхси пансионаттар. Кушнаренко районының Шәрип ауылындағы шәхси пансионат эшмәкәрлеге менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙҙың ғәҙәттәгенән иртә килеүе һәр тармаҡта ла эште йәһәтләүҙе талап итә

Ҡала һәм ауылдарҙы тәртипкә килтереү, ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, юлдарҙы ремонтлау. Радий Хәбиров был эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Хөкүмәттең аҙналыҡ оперативкаһында кисекмәҫтән башҡарылырға тейешле бурыстар ҙа йөкмәтелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында «Ҡурай» - чемпиондар йорто» хәрби сәнғәт фестивале үтте

«Ҡурай» - чемпиондар йорто». Әбйәлил районында ошондай исем менән хәрби сәнғәт фестивале үтте. Күләмле проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо һәм унда 200-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Был ярыш балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең ысын дуҫлыҡ һәм еңеүгә ынтылышын сағылдыра. Сөнки былтыр Рауил ауылының «Ҡурай» үҙәгендә спорт менән шөғөлләнеү өсөн етди шарттар булдырыла, һөҙөмтәлә йәш быуын сәләмәт тормошҡа йөҙө менән борола. Ҡыҙыу алыштар барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
👍3
Өфө “Еңеү Вальсы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Сара 26 апрелдә үтә. Ҡалалағы сквер, урам һәм майҙандарҙа һуғыш йылдарындағы йыр һәм көйҙәр яңғырай. Кешеләр парлашып 1945 йылдың майындағы һымаҡ вальс әйләнә. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Профессиональ бейеүселәр вальс буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Унда ҡатнашыу бушлай була. Күнекмәләр 10 һәм 17 апрелдә Өфөнөң Яҡутов һәм Еңеү парктарында, Машина төҙөүселәр һарайы алдындағы майҙанда һәм Арт-Квадрат биләмәһендә үтә.
👍4
Республикала энергетик эсемлектәр һатыуҙы сикләү тәҡдим ителә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун проектын ҡарарға ниәтләй. Һүҙ продукция менән айырым урындарҙа сауҙа итеүҙе тыйыу хаҡында бара. Бындай эсемлектәр мәктәп, вуз, дауахана һәм театрҙарҙа, шулай уҡ физкультура һәм спорт учреждиениеларында һатылмаҫҡа тейеш. Закон проекты ҡабул ителһә, ул 1 сентябрҙә көсөнә инергә тейеш.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 80 проценты бизнес-шерифтар менән эштең һөҙөмтәле булыуын билдәләй

Яҡшы һөҙөмтә. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 80 проценты бизнес-шерифтар менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген белдереп, һорауҙарға тиҙ арала яуап алыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Күрһәткес менән үҙ социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров бүлеште.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса эшҡыуарҙар менән осрашыу үтте

Өфө геном үҙәгендә Башҡортостан бизнес-берләшмәһенең инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре менән осрашыу үтте. Сарала ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ эшен башлауҙа тыуған ауырлыҡтар тураһында һөйләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер ҡатын-ҡыҙ һәм ике бала һәләк булған янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Тәфтиш комитеты «Ике һәм күберәк кешенең һаҡһыҙлыҡ буйынса ғүмерен өҙөү» статьяһы буйынса тикшереү алып бара. Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса йортта бәхетһеҙ осраҡ кисә кис теркәлгән. Торлаҡтан 77 йәшлек ҡатын, 8 һәм 4 йәшлек ике бала эвакуацияланған. Реаниматологтар уларға тәүге ярҙам күрһәтә, тик өсәүһен дә ҡотҡарып булмай. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығы яңы кимәлгә күтәрелә

Был буласаҡ әсәйҙәр өсөн генә түгел, тотош йәмғиәт өсөн дә мөһим. 2024 йылдан алып республикала репродуктив системаны тикшереү диспансеризация программаһына индерелде. Тап ошо проект ярҙамында 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлеге пациенттары өсөн уңайлы шарттар булдырған. Күп профилле учреждениела буласаҡ ата-әсәләр өсөн бар кәрәкле анализдарҙы тапшырып, бала табыуға ентекле әҙерләнеү мөмкинлеге тыуҙырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика һайлап алыу пунктында контракт хеҙмәте өсөн бөтә шарттар булдырылған

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял урындары ойошторолған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған ир-егеттәр бер тапҡыр 2 миллион һум, ә унан һуң - ай һайын кәмендә 210 мең һум аласаҡ. Шулай уҡ яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам саралары ҡаралған. Контрактты Хәрби комиссариатта йәки «Һаҡлаусы» берҙәм үҙәгендә төҙөргә мөмкин.
👍1
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан түләү апрель пенсияһы менән тапшырыла

Банк картаһына аҡса 10 апрелдә күсә. Почта менән 24 апрелгә тиклем бирелергә тейеш. Ветерандарға Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан 80 һәм 55 мең һумлыҡ федераль түләүҙәр ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсә

Еңеү менән ғорурланабыҙ! Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсәк. «Башавтотранс» предприятиеһынан хәбәр итеүенсә, 110-сы маршрутты биҙәүҙә Башҡортостандың милли музейы ла ҡатнашҡан. Был сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ автобус һәр кемгә илебеҙҙең бөйөк тарихы хаҡында иҫкәртеп торасаҡ. Шулай уҡ яҡын көндәрҙә ҡала маршруттары буйынса тематик яҡтан биҙәлгән троллейбустар һәм трамвайҙар ҙа йөрөй башлаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте

Баймаҡ районында билдәле педагог һәм ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров иҫтәлегенә тәүгә республика ҡурай бәйгеһе үтте. Сара шәхестең тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
👍1
Башҡортостанда тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин

"Тәңкәләр аҙналығы" тигән акция башланды, ул 19 апрелгә тиклем бара. Ошо ваҡытҡа тиклем банктарҙа тәңкәне алмаштырған өсөн комиссия алынмай, тип хәбәр итәләр Милли банктан. Тәңкәләр күләме сикләнмәгән. Төп шарт - улар 1997 йылдан алып сығарылған булырға тейеш. Уҙған йылда был акция ике тапҡыр үтте. Башҡортостан халҡы 3 миллион 700 мең һумлыҡ 840 мең тәңкә тапшырған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тамамланырға тейеш

Ошо маҡсатта муниципалитеттарҙа участкалағы етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу эше лә йәнләндерелгән. Әлегә төбәк һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙың 70 процентына инспекция уҙғарылған. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алты район өсөн яуаплы. Ҡалалағы асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 15 гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана

Яҙ көнө урманды тергеҙеү эштәре республиканың бөтә район-ҡалаларында ойоштороласаҡ. Экологик акция сиктәрендә башлыса ике йыллыҡ шыршы һәм ҡарағайҙар ултыртыла. Нуриман районы Исаев урман хужалығында хеҙмәткәрҙәр питомникта үҫтерелгән ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙып алды. Көндәр йылытҡас ағастар урманға күсереп ултыртыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл башынан 60 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған

Был үткән йылдарға ҡарағанда, дүрт тапҡырға кәмерәк. Әммә табиптар уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә. Ауырыусылар башлыса Октябрьский, Туймазы, Өфө райондарында һәм Өфөлә теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенең тәүге билдәләре булараҡ температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек иҫәпләнә. Был осорҙа табипҡа күренеп, мөмкин тиклем дауалауҙы тиҙерәк башлау мөһим.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

«Торатау» конгресс-холында фронтовик-яҙыусы Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми- ғәмәли конференция уҙҙы. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған мәғрифәтселек сараһы «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе һалдат образын һүрәтләүҙә халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең роле» тип аталды.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл «Башҡортостан» медиа-холдингының телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына 20 йыл тула

Юбилей йылында «Киң мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе» программаһы буйынса яңы уҡыу курсы старт алды. Тыңлаусылар араһында - студенттар, республика уҡыу йорттарының медиаүҙәктәре етәкселәре, хәбәрселәр һәм күптән журналист һөнәрен үҙләштерергә теләгәндәр бар . Улар алдында тәжрибәле алып барыусылар, телевидение белгестәре эфир продукцияһын булдырыу, темаларҙы эҙләү һәм һайлау, төрлө жанрҙарҙа эшләү серҙәренә, заман медиаһы трендтарына өйрәтәсәк.