БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәлғәт Сәғитовтың «Хәтер ипкендәре» китабының рус телендә сығыуы уңайынан исем туйы үтте

Рәсәй журналистар союзы ағзаһы Тәлғәт Сәғитовтың «Хәтер ипкендәре» китабының рус телендә сығыуы уңайынан исем туйы үтте. Кисәгә авторҙың яҡындары, дуҫтары, китап яратыусылар, ҡәләм оҫталары һәм матбуғат вәкилдәре йыйылды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Марс Сәйетғәлиндың ижад кисәһе үтте

Йылмайыуға 25 сәбәп. Ошондай исем аҫтында Республика халыҡ ижади үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлиндың ижад кисәһе үтте. Тамаша Марс Мөҙәрис улының 25 йыллыҡ ижадына һәм Көлкө көнөнә арналды.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестрына скрипка бүләк ителде

Билдәле скрипка яһаусы Игорь Улицкий милли колорит өҫтәү өсөн уҙенең ҡоралына «Ҡурай» тип исем ҡушҡан. Музыкаль ҡорал менән барыһы ла яҡындан таныша алы. Ул төрлө материалдан эшләнгәнгә күрә, тауышы башҡа скрипкаларҙан айырылып тора.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Башҡортомдоң халыҡ йырсыһы» бәйгеһе үтте

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәков исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында «Башҡортомдоң халыҡ йырсыһы» асыҡ район бәйгеһе үтте. Конкурс район халҡының мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, башҡорт йыр ижадын пропагандалау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарылды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың бөтә ҡалалары ла йәшәү өсөн уңайлы тип танылды

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡала мөхитенең сифат индексын Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы иғлан итте. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 3 апрелдән урман янғындары менән бәйле хәүефле миҙгел режимы иғлан ителә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Ултырышта яҙғы шәмбе өмәләре һөҙөмтәләре барланды. Радий Хәбиров сүп-сарҙы ваҡытында сығармаған муниципалитет етәкселәрен тәнҡитләне. Бынан тыш Өршәк йылғаһы аша күпер ремонты, яугирҙар өсөн реабилитация үҙәген асыу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Һәм Белоруссия халыҡтары Берҙәмлек көнөн билдәләй

Бөгөн Рәсәй Һәм Белоруссия халыҡтары Берҙәмлек көнөн билдәләй. Был тарихи уртаҡлыҡты, күп быуаттар буйына һуҙылған дуҫлыҡты һәм ике яҡтың рухи туғанлығын символлаштырған байрам. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, Белоруссия - беҙҙең иң мөһим партнерҙарыбыҙҙың береһе. Йылдан- йыл сауҙа, сәнәғәт, туризм, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек үҫешә. Берлектәге производстволар асыла, проекттар тормошҡа ашырыла. Беларусь Республикаһы етәкселегенә һәм төбәктәргә, беҙҙең бизнес-партнерҙарға һәм ошо матур илдең халҡына Башҡортостанға йылы мөнәсәбәте, ышаныс һәм берлектәге эше өсөн рәхмәт белдерәм, тип яҙған төбәк башлығы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фронттағы ҡаһарманлыҡты яҡтыртҡан журналистар бүләкләнде

«Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы һәм республиканың исемле батальондары командованиеһы махсус хәрби операция барышы, яугирҙар ҡаһарманлығы, фронттағы яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан хәбәрселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
👍3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Колледж тамамлаусылар хәрби хеҙмәтте үҙ һөнәрҙәре менән берләштерә аласаҡ

Владимир Путин колледж тамамлаусылар өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыу буйынса айырым тәртип булдырырға ҡушты. Был турала Президент ҡарамағындағы фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында иғлан ителде. Урта һөнәри белем программаларын үҙләштереүселәргә һөнәри компетенцияларын һаҡлап һәм үҫтереп, шул уҡ ваҡытта эш биреүсе менән бәйләнеште өҙмәйенсә хәрби хеҙмәт үтеү мөмкинлегенә иғтибар көсәйтелә. Яңы тәртип буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла яңы һөт таратыу пункты асылды

2019 йылдан алып республикала 100 мең самаһы кеше“ һөт кухняһы «нан аҙыҡ-түлекте бушлай алған. Ике йыл элек был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да ғаиләләре өҫтәлде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика проекты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән старт алды.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының Асҡар гимназияһында төбәктең алдынғы уҡыусылары белемен һынаны

Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында бөгөн төбәктең алдынғы уҡыусылары белемен һынаны. Дүрт төрлө фәндән алып барылған «Ғилем» олимпиадаһы ике этапта үтте. Финал 315 уҡыусы араһында ойошторолдо. Сара Әбйәлил районының мәғариф бүлеге, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм «НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды менән берлектә тормошҡа ашырылды.
👍1
Өфөлә МХО барышын яҡтыртҡан, фронтҡа ярҙам иткән журналистар бүләкләнде

Тантаналы сара “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалында үтте. "Юлдаш" радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаеваға “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының Рәхмәт хаты тапшырылды.
БСТ телеканалы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров һәм водитель Иван Шабринға Рәсәй Геройы Александр Доставалов батальоны етәкселегенең Рәхмәт хаты бирелде.
“Бер төркөм коллегаларыбыҙ доброволецтар сафына баҫты. Һөнәрҙәштәребеҙ хәрби хәбәрсе булараҡ уңышлы эшләй. Һалдаттар өсөн гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша”, - ти Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов.
Сара барышында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдиновҡа “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы етәкселегенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Санаторий яугирҙарҙы эсер һыу менән тәмин итә. Алғы һыҙыҡҡа 500 тоннанан ашыу һыу оҙатылған.
👍7🔥1🥰1
Башҡортостан фермерҙары грант ота ала

Ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап" конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Документтарҙы 11 апрелдән 26-на тиклем тапшырырға була. Вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 175 миллион һум ҡаралған.
👍2
Республика поликлиникаларында талпандан прививка яһала

Бөгөнгә энцефалиттан 68 мең 900 дана вакцина ҡайтарылған. Прививка квартал һайын медицина ойошмаларына таратыла. Көндәр йылыныу менән талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр арта. Был бөжәктәр аша энцефалит вирусы, боррелиоз, эрлихиоз һәм башҡа инфекция сирҙәре йоғоуы мөмкин.
👍3
Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланды

Республика {өкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар тиҙ иреү һәм урман биләмәләре янында ут сығыуға бәйле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. 1 майҙан төбәктә махсус режим индерелә. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, хәүефле миҙгелгә 11 мең ярым кеше һәм 3 мең 300 берәмек техника йәлеп ителә.
Республиканың 55 район һәм ҡалаһы янғын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта тағы ла бер ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен башланы

Яңы асылған үҙәк башлыса ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштерә. Уны рәсми асыу тантанаһын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Журналист Ватанға хеҙмәттә» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Ул махсус хәрби операцияны яҡтыртыусы Башҡортостан хәрби хәбәрселәре эштәренә арналған. Экспозиция төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 коллегабыҙ хаҡында һөйләй. Улар иҫәбендә БСТ телеканалы журналистары Азат Саҙрыев менән Гүзәл Хәмитова ла бар. Күргәҙмәлә хәрби хәбәрселәрҙең фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм яҙмалары аша махсус хәрби операция ваҡиғалары, уларҙың шәхси ҡарашы күрһәтелгән. Экспозиция менән Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында танышырға мөмкин.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ветераны Леонид Вдовин 100 йәшен ҡаршылай

Леонид Вдовин токарь станогында Еңеүҙе яҡынайтыусы һуғыш ветераны. Ул Туймазы районы Серафимовка ауылында ғүмер итә. Быйыл 9 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын, ә 10 майҙа йөҙ йәшен ҡаршылаясаҡ. Еңеүгә тос өлөш индергән йөҙйәшәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде

Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде. Ошо уңайҙан китапханала шағирә менән ижади осрашыу ойошторолдо. Китапханаға тыуған ерен данлаған шағирәнең исемен биреү тантанаһында Гөлфиә Азнағол ҡыҙының ижадташ дуҫтары, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡташтарының халыҡ шағирына күрһәтелгән хөрмәте юғары баһаланды.
🥰2👍1
Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегендә

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг әҙерләгән. Эксперттар биләмә төҙөклөгө, именлек мәсьәләһе, экология, ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәр һәм башҡа талаптар буйынса баһа биргән. Исемлеккә халыҡ һаны бер миллиондан ашыу булған 16 ҡала индерелгән. Өфө 251 мәрәй йыйып 5-се урынға ҡуйылған. Беренсе урында 312 балл менән Мәскәү урынлашҡан.
👍1