БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.69K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Почетлы Гражданины Виктор Погудин: 98 йәшлек ветерандың ҡаһарманлыҡ юлы

Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы Һәм Өфөнөң почетлы гражданы исеме Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Виктор Погудинға тапшырылды. 18 йәшенән Ҡыҙыл армия сафында Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан 98 йәшлек ветеранды олоғайған көнөндә ҡыҙы Любовь ҡарай. Оло быуын вәкиленең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рамаҙан айы дауам итә: Баймаҡ мәсетендә ифтарҙар ойошторола

Мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы дауам итә. Дин ҡәрҙәштәр ураҙа тота, ифтар мәжлестәренә йөрөй, мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙарына йыйыла. Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә лә йылдағыса халыҡ күпләп йөрөй. Бергәләшеп ауыҙ аса, намаҙ уҡый. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр исемлегендә

Радий Хәбиров етәкселегендә үткән киңәйтелгән совет ултырышында республиканың сәнәғәт тармағы үҫеше һөҙөмтәләре барланды, яңы маҡсаттар билдәләнде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов менән Зубов технопаркы эшмәкәрлеге менән танышып, яңы инвестиция проекттарына туҡталды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашты

Республика башлығы Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашып, төбәктең мәҙәни ҡаҙаныштары, тармаҡ алдындағы бурыстар менән таныштырҙы. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Шулай уҡ тантаналы сарала Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле яңы автобус асҡысы менән бүләкләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө циркын яңы нормативтарға яраҡлаштырып төҙөкләндереү шарт

Был турала Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры Эдгард Запашный бөгөн объектты ҡарап сыҡҡандан һуң белдерҙе. Өфө циркы баш ҡаланың йөҙөн билдәләгән тарихи объекттарҙың береһе. Мәҙәни учреждениеға нигеҙ 1968 йыда уҡ һалынған, Өфө циркы ярты быуаттан ашыу тамашасыларҙы мауыҡтырғыс программалар менән һөйөндөргән. Әммә объетҡа бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған, һөҙөмтәлә бина таушалып авария хәленә килгән. ә 2017 йылда Өфө циркын эксплуатациялау баш ҡаланың Октябрь районы суды ҡарары менән тыйылған. Цирктың торошо насарыраҡ, емерергә тура килер тип уйлағайным. Бында яңы нормативтарҙы иҫәпкә алып капиталь төҙөкләндереү талап ителә, тине Эдгард Запашный.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер аҙна эсендә ер убылыуҙың өсөнсө осрағы теркәлде

Шуларҙың береһе ҡаланың юл-төҙөлөш лабораторияһы ҡаршыһында теркәлгән. Бөгөн иртән социаль селтәрҙәрҙә Пархоменко урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелешендә юл япмаһы емерелеп төшөүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә.
😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Һөйләүсе ҡала» системаһының презентацияһы үтте

Йәмәғәт транспортында яңы мөмкинлектәр. Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда «Һөйләүсе ҡала» тип исемләнгән радиомәғлүмәт һәм тауыш ориентерлашыу системаһының презентацияһы үтте. Уның менән әлегә 110-сы маршруттың 15 пассажир автобусы йыһазландырылған.
2
Ҡайғылы хәбәр...

Билдәле актер, режиссер Вәкил Йосопов арабыҙҙан китеп барҙы. Фотола ул «Өс таған» фильмында Шәрифулла образында.

- Күп белемде мин унан алдым, һөнәр нигеҙҙәренә өйрәндем. Уны фильмға төшөрөп өлгөрөүемә шатмын, - тип яҙа фильм режиссеры Айнур Асҡаров.
😢6
Республикала 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән

Унда һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе күсереү ҡарала. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо турала белдерҙе. Ваҡытлыса йәшәү пункттарына 45 мең кешене урынлаштырырға мөмкин. Быйыл республикала 44 хакимиәттә 300-ҙән ашыу ауылдың ташҡындан зыян күреүе фаразлана. “Йылғаларҙа боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа шартлатыу эше алып барыла. Боҙ киҫелә һәм ҡарайтыла”- тип белдерҙе Кирил Первов.
👍3
Республикала апрелдең икенсе яртыһында яҙғы баҫыу эштәренә старт биреү ҡарала

Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Предприятие һәм хужалыҡтар кампанияға әҙерләнә. Уны уңышлы үткәреү өсөн льготалы кредит алырға ниәтләй. Ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, яҙғы сәсеүҙе уҙғарыу өсөн 30 миллиард һум аҡса кәрәк. Әле Федераль бюджет Башҡортостан агросәнәғәт комплексына 8 миллиард һумлыҡ 100-ҙән ашыу заявканы хупланған.
👍3
Журналист Иршат Теләүембәтов арабыҙҙан китеп барҙы

Ул оҙаҡ йылдар «Шоңҡар» республика журналын етәкләне. Йәштәр баҫмаһын иң күләмле тираж менән сыҡҡан осорҙа ең һыҙғанып эшләне, үҙен яҡшы, талапсан етәксе, талантлы журналист итеп күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа сирләү сәбәпле, тыуған яғын - Бөрйән районында йәшәне.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
😢8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проектын яҡланы

Бөгөн Башҡортостандың алдынғы өс юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проекты сиктәрендә Мәскәүҙә үҙҙәренең үҫеш программаларын яҡланы. Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков рәйеселегендә уҙған ултырышта Радий Хәбиров ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө

Бөгөн - Бөтә донъя Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө. Быйыл халыҡ-ара дата «Тотороҡло тормош рәүешенә күсеү» девизы аҫтында үтә. Был продукттарҙы аңлы файҙаланыу һәм тирә-яҡҡа зыян кимәлен кәметеү тигәнде аңлата. Рәсәйҙә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы ошондай уҡ исемле закон тәьмин итә. Был тәртип нисек эшләй һәм зыян күргән файҙаланыусы ниндәй яҡлауға дәғүә итә? Киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин 75 йәшен билдәләй

Бөгөн яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға - 75 йәш! Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын юбилярға бағышланы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте

Батырҙар эҙһеҙ юғалмай. Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева хәбәрһеҙ юғалған яу ҡаһармандарын эҙләү буйынса тәүге акцияны 2023 йылда ойоштора. Проект халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә иң мөһиме туғандары йылдар дауамында эҙләгән атай-олатайҙарының яҙмышын асыҡлай.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәмбәт ауылында тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса тамаша күрһәтелде

Тарихын белмәгән-киләсәкһеҙ. Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Йәш быуын белһен һәм хәтерләһен» исемле район конкурсы барышында «Олатайым котелогы» тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍31🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 145-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте. Ылауҙы республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып барҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡурай даны» телепремияһы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Республиканың төп сәхнәһе «Башҡортостан» дәләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизон премияһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе таң ҡалырлыҡ оҫталарҙы, татыу ғаиләләрҙы,шәфҡәт туташтарын, ер кешеләрен данлаған сағыу сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍6🥰1
Өфөлә яҙғы өмәләр ваҡыты аныҡланды

Ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса эштәр 7 апрелдә башлана һәм июнгә тиклем дауам итә. Дөйөм өмәләр 12 һәм 26 апрелдә була. Санитар айлыҡ барышында биләмәләр таҙартыла, ағас ултыртыла, һыу буйҙары тәртипкә килтерелә. Өмәләр көҙөн дә була. Улар 13 һәм 27 сентябргә тәғәйенләнгән.
👍2
Башҡортостан туңдырмаһы Ҡаҙағстанға һатыла

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, бер йылда экспорт күләме артҡан. Беҙҙең етештереүселәр бизнесын үҫтереүҙе дауам итә. Продукция сифатына иғтибар арта. Был баҙарҙа биләгән урынды нығытырға булышлыҡ итә, тине ул. Әле Башҡортостан туңдырмаһы шулай уҡ Рәсәйҙең 40 төбәгендә һатыла.
2