Өфөлә күл уртаһында торған баланы ҡотҡарғандар
Өфө районының Михайловка ауылында ҡотҡарыусылар Ольховое күле уртаһында торған 10 йәшлек малайҙы ҡотҡарған. Асыҡланыуынса, ул эте артынан күлгә төшкән һәм уртаға тиклем йоҡа боҙ буйлап барған.
Боҙҙоң бер киҫәге ярылып, малай күлдең уртаһында ҡалған. Ҡотҡарыусылар уны ашығыс ярҙам табиптары ҡулына тапшырған.

😱6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 9 миллиард һум йүнәлтелде
Һуңғы өс йылда республика ярҙамы менән коммуналь объекттарҙы яңыртыуға 9 миллиард һум инвестициялар һалынған. Бүленгән сумма иҫәбенә 20 ҡаҙанлыҡ һәм 50 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәрҙәре төҙөлгән. Төбәк инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу мәсьәләләре Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте»ндә тикшерелде.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы юл соҡорҙарын ямау һәм биләмәләрҙе таҙартыу бурысын ҡуйҙы
Экологик өмә ойоштороу, юл соҡорҙарын ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә биләмәләрҙе тиҙ арала таҙартыу бурысын ҡуйҙы
Экологик өмә ойоштороу, юл соҡорҙарын ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә биләмәләрҙе тиҙ арала таҙартыу бурысын ҡуйҙы
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде
Коллегабыҙ - «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры кәңәшсеһе, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды идараһы рәйесе Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.

👏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 112 системаһына ҡар һыуы йыйылыуға һәм юл участкаларын йыуыуға бәйле 300-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күп өлөшө Өфө ҡалаһы һәм районынан.

👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы
Рәсәй Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы. Ул Курск өлкәһендә илдең Ҡораллы көстәре төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә кәңәшмә үткәрҙе.

👍5👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Радий Фәрит улы егеттәргә хәрби бурысын лайыҡлы үтәүҙәре, ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар үҙҙәре лә Башҡортостан башлығының алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында даими хәстәрлек күреүен билдәләп үтте. Республиканан гуманитар ылау даими килеп тора, иғтибар ҙур, ти улар.

❤3👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан уҡыусылары Донбасс тиҫтерҙәренә бүләктәр һәм кәрәк-яраҡтар ебәрҙе
Ылау туплауҙа республиканың 27 районы ҡатнашҡан. Мәғариф учреждениелары 3 миллион һумдан ашыуға кәнсә тауарҙары, ноутбук, принтер, интерактив таҡталар һәм белем биреү процесында кәрәкле башҡа әйберҙәр ебәргән. Башҡортостан балалары Донбастағы тиҫтерҙәренә альбомдар, фломастерҙар, хатта уйынсыҡтар ҙа оҙатҡан.

👍4👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус операция биләмәһенә дрондар һәм техника ебәрелде
Өфөнөң Октябрьский районы хакимиәте махсус хәрби операция яугирҙарына мотоцикл, уаз автомобиле, бензобысҡылар, дрондар ебәрә. Ил яҙмышына битараф булмаған граждандар һәм эшҡыуарҙар ярҙамында тупланған транспорт һәм техника гуманитар ылау менән оҙатыла. Мотоцикл- яу яланында кәрәкле транспорт, уаз шулай уҡ алыштырғыһыҙ машина , ти яраланып госпиталдә дауаланғандан һуң кире хәрби биләмәгә юлланыусы яугир.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды
101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Сығышы менән ул Ленинград өлкәһенән, һуғышҡа Башҡортостандан мобилизациялана. Разведчик булып хеҙмәт итә, күп тапҡырҙар яҙмыш уны һәләкәттән ҡотҡарып ҡала.

🔥4❤1
Бер тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 88 мөрәжәғәт ҡабул ителгән
13 хакимиәт биләмәһендә 16 осраҡ ҡотҡарыу хеҙмәттәре контролендә ҡала. Архангел районы Уҫаҡлы ауылында – 3, Благовар районында – 2, Ғафури районы Таш Аҫты ауылында 7 йорт ихатаһына һыу үткән. Ҡар һыуҙарынан зыян күргән юл участкалары бар. Белорет районы Гәбдөк ауылында 15 ихатаны һыу баҫҡан. Ғафури районы Таш аҫты ауылынан 36 кеше, шул иҫәптән 32 бала эвакуацияланған. Улар Имәндәш ауылына урынлаштырылған.

😱2
Республика ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙер
Был маҡсаттан 4 мең берәмек техника, 200-ҙән ашыу йөҙгөс һәм 16 мең кеше йәлеп ителә. Баш ҡалала смотр үтте. “Бөтә көстәр юғары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Зыян күргән кешеләрҙе эвакуациялау планлаштырылған. 300-ҙән күберәк ваҡытлыса йәшәү пункты булдырылған. Унда 45 мең кешене урынлаштыра алабыҙ. Республикала яҙғы ташҡынды хәүфһеҙ һәм юғалтыуһыҙ үткәреү маҡсатында саралар ойошторолған”, - тип белдерҙе Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов. Башҡортостанда 44 хакимиәттә 313 ауылды һыу баҫыу хәүефе бар. 22 мең торлаҡ йорттоң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Һыу ятҡылыҡтарын күҙәтеү маҡсатында “Ка-32” янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары файҙаланыла. Көндәрҙең аномаль йылыуына бәйле, дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү фаразлана. Бөтә хеҙмәттәр оператив ярҙам күрһәтеүгә әҙер, тиелде республика смотрында.

👍2
“Башҡортостан геройҙары” программаһына теркәлгәндәр арта
Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, бөгөнгә 1 мең 200-ҙән ашыу яугир документ тапшырған. Уларҙың күбеһе әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Проектҡа ҡушылғандар араһында дүрт Рәсәй Геройы һәм 61 Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры бар, тип яҙған республика етәксеһе. Проектта ҡатнашыу өсөн 31 мартҡа тиклем герои башкортостана нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк. Хәрбиҙәр анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районының Ғәбдүк ауылында 15 ихатаны һыу баҫҡан
Белорет районының Ғәбдүк ауылында Инйәр ташҡан, йорттарҙы һыу баҫа башлаған. Кешеләрҙе эвакуациялайҙар.
Һыйырҙарҙы тауға ҡыуа алманыҡ, һыуға болғанып торалар, тип хәбәр итә зыян күреүселәр.

😱3
Башҡортостанда йәшәүселәр бер тәүлектә 5 миллион һум аҡса юғалтҡан
Сумма мутлашыусыларға күсерелгән. Зыян күреүселәр полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. “Кешеләр күп осраҡта ялған инвесторҙарға ышана. Тиҙ арала ҙур табыш алырға ниәтләй. Таныш булмаған кешеләр менән телефон аша аралашмағыҙ. Билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Шикле мобиль ҡушымталарҙы ҡулланмағыҙ”, - тип белдерәләр Эске эштәр министрлығынан.

Башҡортостанда һуңғы боҙ күпере ябылды
Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылын янында Ағиҙел йылғаһында боҙ аша сыға торған юлдан үтеп булмай. Хәрәкәт боҙҙоң йоҡарыуына бәйле туҡтатылған, урында тыйыу билдәләре ҡуйылған. Водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.

Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО майҙанында агросәнәғәт форумы асылды
Халыҡ-ара форумда ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған ҙур күргәҙмә ойошторолдо. Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 380 предприятие тауарҙары тәҡдим ителде. Форумға Африка, Ҡытай һәм Белоруссия республикаһынан да ҡунаҡтар килгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Әбйәлил районында урынлашҡан экологик ферма эшенә старт бирҙе.

Радий Хәбиров ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты
Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үткәрҙе. Ҡышҡы йылы һауа торошо арҡаһында быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Дөйөм алғанда, әле хәл тотороҡло, әммә март аҙағында илдең Европа өлөшөнөң көнсығышында һәм Көньяҡ Уралда һыу кимәле киҫкен билдәләрҙән артыр тип көтөлә.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ташҡын ҡазаһы: Ғафури районында йорттар һәм ҡаралтылар зыян күрҙе
Көндөң ҡапыл йылытыуы, бер-нисә көн дауамында яуған ямғыр Башҡортостандың тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүенә килтерҙе.Ғафури районы Ташаҫты ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһында боҙ тығындары, хатта аҫмалы күперҙең тимер-бетон ҡоролмаларына зыян килтереп, тиҫтәнән ашыу торлаҡ йорттарҙы һәм ҡаралтыларын һыу баҫты.

Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ярҙарынан сығып йәшәүселәргә зыян килтергән
Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ла ярҙарынан сығып, Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарында йәшәүселәргә зыян килтергән. Оло һыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса алып барылған эш тураһында репортаж.

❤1👍1