БСТ | Яңылыҡтар
2.44K subscribers
5.1K photos
7.67K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Янғын һүндереүселәр Нефтекамала 5 кешене ҡотҡарған

Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Төтөн тиҙ арала коридорҙарға таралған. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан, 20-гә яҡын кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Зыян күреүселәр юҡ. Быйыл республикала 850-нән ашыу янғын булған. Уларҙа 42 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
👍2
Яугирҙарға күңел йылыһы биреп

Кушнаренко районынан 93 йәшлек Әлфиә Сәйфетдинова МХО-ла ҡатнашыусыларға ойоҡбаштар бәйләй. Үҙенең күңел йылыһы менән яугирҙары йылыта инәй.

Ул яңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде. Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы Гөргөрөй ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ауылында колхозда эшләгән, фронтҡа ярҙам иткән.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе оҙатырға уларҙың ҡатындары, балалары, ата-әсәләре, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килде. Ике аҙналыҡ ялды «Башҡортостан» полкы яугирҙары, мобилизацияланыусылар ғаиләһе һәм яҡындары янында үткәргән, өй эштәре менән шөғөлләнгән, балалары менән бергә ял иткән.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде

Яугир ғаиләһенә ярҙам. Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән «Митяй» ҡушаматлы яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде. Өфөнөң Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов алғы һыҙыҡтағы һалдаттың яҡындарына утын әҙерләшеүҙә хеҙмәт десанты ойоштороҙо.
👍43🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә юбилей миҙалдары тапшырылды

Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан юбилей миҙалдары тапшырылды. Үҙәк китапханала уҙған тантанала награданы 16 кеше алды, ул тағы ла 100-гә яҡын кешегә тапшырыласаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале үтте

«Йәнбикә» дуҫтарын йыйҙы. Ҡырмыҫҡалы районында матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале үтте. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрам Ҡабаҡ, Һәүәләй, Ҡарламан һәм Сахай ауыл биләмәләрен берләштерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һынлы сәнғәт һанлы сәнғәткә ҡаршы

Рәссамдар оҫтараҡмы, әллә нейроселтәрме? Был һорауға яуапты Өфөлә үткән «Киләсәк фабрикаһы» майҙанында эҙләнеләр. Ижади бәйгелә рәссамдар IT белгестәренә ҡаршы ярышты. Ҡатнашыусылар алдында һүрәт төшөрөү, билдәле картинаны ҡабатлау кеүек бурыс ҡуйылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан геройҙары: яугирҙар Радий Хәбиров менән осрашты

Махсус хәрби операцияла Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яугирҙарҙың күбеһе «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Был турала егеттәр бөгөн Радий хәбировҡа Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны экспозициялары менән танышҡанда белдерҙе. Хәрби экспонаттар һаҡланған штаб-музей Өфө үҙәгендә 2023 йылдың көҙөндә асылған. Әле бында яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тапшырған йөҙҙәрсә әйбер һаҡлана.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош ауылында йәшәүсе ике дуҫ бергә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланған

Йылдар дауамында һыналған дуҫлыҡ яуҙа ла ҡаҡшамай. Балалар баҡсаһы, мәктәп йылдары, эштә лә бергә, ә хәҙер инде яуҙа. Саҡмағош ауылында йәшәүсе ике дуҫ бергә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана. Әле улар «Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итә. Блиндажда ла, хәрби заданиела ла бергә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Усла» ҡушаматлы табип менән осрашыу үтте

Башҡортостан табиптары махсус хәрби операцияла еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә. Ошондай белгестәрҙең береһе - «Усла» ҡушаматлы аҡ халатлы Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби частарҙың береһендә медицина пункты етәксеһе вазифаһын үтәй. Бөгөн ул Өфө медицина колледжы студенттары менән осрашып, буласаҡ табиптарҙы үҙенең хеҙмәт юлы һәм фронт тарихтары менән таныштырҙы.
👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров ансамбле тәүге тапҡыр Кремль һарайында сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәүгә Кремль дәүләт һарайы сәхнәһендә сығыш яһаны. Ижади коллектив тыуған көнөндә Мәскәү тамашасыһына репертуарындағы киңбилдәле бейеү өлгөләрен тәҡдим итте. Ике бүлектән торған концерт программаһында Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫ фондынан «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары» кеүек классик композициялары менән бергә, донъя халыҡтары хореграфияһы тәҡдим ителде. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған композициялар ҙа сәхнәгә сығарылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Арт-Ҡоролтай» V Халыҡ-ара мәҙәни форумы башланды

Фестиваль йыл һайын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында һәм уның шәхсән ҡатнашлығында 2021 йылдан уҙғарыла. Сарала мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ коллективының 10 йыллығына арналған кисә уҙҙы

Район, республика конкурстары лауреаты «Вәзәм һуҡма шәле» 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ коллективының 10 йыллығына арналған кисә уҙҙы.
👍2🥰2
Борай районы Борай ауылында янғын булған

Ағас йортта сыҡҡан утта 51 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.Быйыл республикала 850-тан ашыу янғын теркәлгән. Уларҙа 40-тан ашыу кеше һәләк булған. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан.
👍1
Бөгөн Өфөлә билбау көрәше буйынса ил беренселеге башланды

Ул 18-20 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында үтә. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, турнирҙа Рәсәйҙең 25 төбәгенән спортсылар ҡатнаша. Ярыш баш ҡаланың Көрәш һарайында ойошторолған. Әле көрәшселәр майҙан тота, келәмдә алыша. Беренселекте асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Сара 6 йәштән өлкән көйәрмәндәргә тәғәйенләнә. Һарайға инеү бушлай.
👍1
Бөгөн Өфөлә республика хәрби-патриотик йыр конкурсы финалистары бүләкләнә

Еңеүселәр һәм лауреаттар әҙәби, музыка һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре авторҙары араһында билдәләнә. Уларға аҡсалата приз ҡаралған. Баһалама комиссияһына 120-нән ашыу эш тапшырылған. Башҡортостан дәүләт академия симфоник оркестры генераль директоры Артур Нәзиуллин.
“Конкурс махсус хәрби операция геройҙарының батырлығын данлаған авторҙарҙы билдәләү маҡсатында ойошторола”, - ти баһалма ағзаһы, Башҡортостан кинематографистар берлеге рәйесе Зөһрә Бураҡаева Еңеүселәр бөгөн “Арт-Ҡоролтай” халыҡ-ара мәҙәни форумы барышында бүләкләнә.
👍1
Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт өсөн сикләү индерелде

15 апрелгә тиклем ике йүнәлештә лә ситтәге уң яҡ һыҙаттар ябылды. Техника йөрөшө иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 5-кә һәм киске сәғәт 8-ҙән таңғы 6-ға тиклем туҡтатыла. Күперҙә инженер коммуникациялар урынлаштырыла, тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 784 миллиард һум самаһы тәшкил иткән

Был төбәк өсөн рекордлы күрһәткес, ул 2023 йылға ҡарағанда 10 процентҡа юғарыраҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров инвестиция комитеты ултырышында белдерҙе. Уның билдәләүенсә, йыллыҡ күләмде триллион һумға тиклем еткерергә кәрәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Родина» кинотетарында «Ете ҡыҙ» социаль проектының исем туйы уҙҙы

Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатын тормошҡа ашыра. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән, унда һәләк булғандарҙың яҡындарын туплаған. Проекттың исем туйына яугирҙәрҙең әсәләре, ҡатындары, ҡыҙҙары, апай-һеңлеләре килде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө тимер юл вокзалынан Волгоградҡа тарихи-тематик поезд юлланды

Республиканың төрлө мөйөштәренән 500-ҙән ашыу бала барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған ике ҡатлы вагондарҙа патриотик сәфәргә сыҡты. Перронда тарихи клубтар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған интерактив күргәҙмә ҡорҙо.
👍2