Башҡортостанда яҙғы сәсеүҙе 10 апрелдән һуң башлау планлаштырыла
Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу майҙан сәселә. Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Уҙған көҙ республикала 390 мең гектарҙа ужым сәселгән. Уның 95 проценттан күберәге яҡшы ҡышлаған. 3 миллион 300 мең тонна иген урылған, 1 миллион 600 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.

👌1
Өфөлә халыҡ күп йәшәгән райондар аталды
Ҡалала 1 миллион 180 мең кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе, 22 процентҡа яҡыны - Октябрь районында теркәлгән. Икенсе урында - Калинин районы. Бындай 209 мең кеше бар. Унан һуң Совет, Киров, Орджоникидзе һәм Ленин райондары урынлашҡан. Иң аҙ халыҡ - Дим районында, 84 меңдән ашыу кеше тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән.

👌2👍1
Ҡот осҡос аварияла тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлгән
Силәбе өлкәһендә, Башҡортостан сигенә яҡын ғына урында, дүрт кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла күп балалы ғаиләнең ғүмере өҙөлгән. Силәбе өлкәһенең ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сит ил автомобиленең 20 йәшлек водителе хәүефле боролошта ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «ВАЗ-21102» менән бәрелешкән.
Юл фажиғәһендә «ВАЗ-21102» машинаһындағы ғаиләнең барыһы ла тиерлек һәләк булған: 42 йәшлек ир, уның ҡатыны, 7 йәшлек ҡыҙҙары һәм өс айлыҡ улдары. Дүрт йәшлек улдары мөғжизә менән генә иҫән ҡалған, әммә авариянан һуң уның хәле бик ауыр.

😢6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне
Яҙҙың иң матур байрамдарының береһе - 8-се март уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында йәшәүсе махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡандан һуң яңынан тормош көтөргә өйрәнә
Тормошҡа тимер ҡулдар менән йәбешеп. Шишмә районы Ҡалмаш ауылында йәшәүсе Илмир Мансуров махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡандан һуң яңынан тормош көтөргә өйрәнә. Яуҙа дрондар һөжүме аҫтында ҡалған егеттең ҡулдары бөтөнләй эшлектән сыға. Әле ул экзоскелет ярҙамында реабилитация үтә.

👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙағы «Иҙел Нефтемаш» предприятиеһында техник ҡорамалдарҙы яңыртыу планлаштырылған
Өс йыл элек Ишембайҙағы «Иҙел Нефтемаш» предприятиеһы техник ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса ҙур программа башлағайны. Ошо маҡсатта компания тарафынан миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Әлегә сумманың биштән бер өлөшөнә юғары сифатлы заманса ҡорамалдар һатып алынған, һаҡсыл производство йүнәлештәренең береһе - 5S системаһы индерелгән, уға ярашлы эш урындары дөрөҫ ойошторола.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда Ғаилә йылына һәм Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған проект финалына үткән 14 пар ҡатнашты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылында саңғы ярышы үтте
Республика кимәлендә ойошторолған бәйге Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын асып ебәрҙе. Старт һыҙығына төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған коррекция мәктәп-интернаттары уҡыусылары сыҡты.
Республика кимәлендә ойошторолған бәйге Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын асып ебәрҙе. Старт һыҙығына төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған коррекция мәктәп-интернаттары уҡыусылары сыҡты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Хоҡуҡ һаҡсылары иртәнән үк таныҡлыҡ алған гүзәл заттарҙы сәскә менән бүләкләне. Инспекторҙар руль артында йөрөгән ҡыҙҙарҙы ла ҡыуандырҙы. Полиция хеҙмәткәре талабы буйынса туҡтаған автоһәүәҫкәрҙәрҙе көтөлмәгән ҡотлау көттө - открытка һәм байрам символы - ләлә сәскәләре. Бындай иғтибар руль артындағы бер ханымды лы битараф ҡалдырманы.

Хәйбулла районында Ҡышҡы уйындар уҙҙы
Бер-нисә спорт төрөн берләштергән ярыштарҙа хәйбуллаларҙан тыш башҡа район һәм күрше төбәктәр командалары ла ҡатнашты.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция башланыу менән гуманитар ылау туплауға гүзәл заттар әүҙем ҡушылды
Араларында яугирҙарҙың ҡатындары күп. Бөгөнгө байрамда ла улар маскировка селтәре үреү, окоп шәмдәре эшләү менән мәшғүл. Шулай уҡ яңыраҡ ҡына әсәй булып, алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡтылы ялға ҡайтҡан тормош иптәштәрен сабый менән ҡаршылаусылар ҙа юҡ түгел. Осрашыуҙың бәхетле минуттарына БЮТ ижади төркөмө лә шаһит булды.

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ирекмәндәр штабында бер йыл эсендә 300-ҙән ашыу маскировка селтәре үрелгән
Яҡын көндәрҙә гуманитар ылау менән сираттағы партия оҙатыласаҡ. Шулай уҡ танктарҙы ла тепловизорҙан һаҡлаусы махсус япмалар етештерелә башлаған.
Яҡын көндәрҙә гуманитар ылау менән сираттағы партия оҙатыласаҡ. Шулай уҡ танктарҙы ла тепловизорҙан һаҡлаусы махсус япмалар етештерелә башлаған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы баҫыу эштәренә быйыл үткән йылдағынан өс йөҙгә күберәк техника сығасаҡ
Парктың яңырыуы сәсеү эштәрен тиҙ арала башҡарып сығыу һәм майҙандарҙы арттырыу мөмкинлеге бирә. Ғәмәлдәге техника әле ҡыҙыу осорға әҙерлек үтә. Сәсеү һәм ер эшкәртеү машиналарының 95 проценты ремонтланған.
Парктың яңырыуы сәсеү эштәрен тиҙ арала башҡарып сығыу һәм майҙандарҙы арттырыу мөмкинлеге бирә. Ғәмәлдәге техника әле ҡыҙыу осорға әҙерлек үтә. Сәсеү һәм ер эшкәртеү машиналарының 95 проценты ремонтланған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районы Дуҫлыҡ ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
Самбо, бокс, өҫтәл теннисы һәм башҡалар - урында йәшәүселәргә бер нисә спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылды. Ул ғына ла түгел, өҫтәп тағы ла бер майҙан булдырмаҡсылар.
Самбо, бокс, өҫтәл теннисы һәм башҡалар - урында йәшәүселәргә бер нисә спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылды. Ул ғына ла түгел, өҫтәп тағы ла бер майҙан булдырмаҡсылар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа Халыҡ -ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан асыҡ ишектәр көнө уҙҙы
Музейға килеүселәргә экскурсиялар уҙғарылды. Гүзәл заттар кисә генә асылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған күргәҙмәлә лә булды.
Байрам көнөндә милли музейҙың бар залдары ла асыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн инеү бушлай. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай алды.
Музейға килеүселәргә экскурсиялар уҙғарылды. Гүзәл заттар кисә генә асылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған күргәҙмәлә лә булды.
Байрам көнөндә милли музейҙың бар залдары ла асыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн инеү бушлай. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай алды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан теләктәр марафоны үтте
Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә теләктәр марафоны. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында гүзәл заттар төрлө дистанцияға йүгерҙе. 14 йәштән алып ҡыҙҙарҙы берләштергән байрамға йыйылыусылар 8 мартты сағыу һәм күңелле итеп үткәрҙе.
Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә теләктәр марафоны. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында гүзәл заттар төрлө дистанцияға йүгерҙе. 14 йәштән алып ҡыҙҙарҙы берләштергән байрамға йыйылыусылар 8 мартты сағыу һәм күңелле итеп үткәрҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертау ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар үҙ байрамдарында ла яугирҙарҙы хәстәрләй
Йәшел төҫтәге төрлө туҡыма киҫәктәре кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара ала. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ байрамдарында ла яугирҙарҙы хәстәрләй. Башҡортостан буйлап махсус хәрби операция яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү дауам итә. Изге эшкә Күмертау ирекмәндәре лә ҡушылған. «Белая река» ирекмәнлек һәм остазлыҡ үҙәгенә йөрөүселәр маскировка селтәрҙәрен 2022 йылда уҡ үрә башлай. Ошо ваҡыт эсендә йөҙләгән селтәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған.

Теүәл фәндәр ҡатын-ҡыҙ бәхетенә ҡамасауламай
Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранттары мәғариф проектына ла, шәхси тормошҡа ла тигеҙ ваҡыт бүлә. Улар өсөн булдырылған шарттар билдәләнгән маҡсатҡа ышаныслы барырға мөмкинлек бирә.
Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранттары мәғариф проектына ла, шәхси тормошҡа ла тигеҙ ваҡыт бүлә. Улар өсөн булдырылған шарттар билдәләнгән маҡсатҡа ышаныслы барырға мөмкинлек бирә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам тантаналары ойошторолдо
Хәйбулла районында ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам тантаналары һәр ауыл биләмәһендә һәм район үҙәгендә киң ҡолас менән ойошторолдо. Яугир әсәләрен, ҡатындарын данлаған күркәм саралар шәлкеме хаҡында киләһе яҙмала.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы ауылынан ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй
Былтыр ноябрҙә ил президенты Указына ярашлы Рауза Сафинаға Герой-әсә исеме бирелгән, орден менән бүләкләнеүҙең өҫтөнлөктәре күп. Улар тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Былтыр ноябрҙә ил президенты Указына ярашлы Рауза Сафинаға Герой-әсә исеме бирелгән, орден менән бүләкләнеүҙең өҫтөнлөктәре күп. Улар тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн донъяның тәүге космонавты Юрий Гагариндың тыуыуына - 90 йыл
Ошо уңайҙан Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе йыһангирҙы иҫкә алып, бюсына сәскә һалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Алексеевичтың һыны элекке Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендә урынлашҡан.

❤2👍1