БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.26K photos
8.78K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Студенттар осрашыуы» фестивале үтте

Ул республиканың медицина колледждары уҡыусыларын берләштерҙе. Иң яҡшы ижади коллектив исеменә 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет көрәште. Әлеге сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Сәхнәлә үҙенең вокал талантын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Андрей Рыженьков та күрһәтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо

Тыңларға һәм ярҙам итергә. Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо.
Сараны уҙғарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаған. Рәсәй парламентеры халыҡтан килгән һорауҙарҙы муниципаль һәм дәүләт власы органдары, профилле ведомстволар һәм партнер ойошмалар вәкилдәре менән бергә тыңланы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан майлы культуралар буйынса яңы рекорд ҡуйҙы

Техник культуралар күләмен арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡтың яҡын киләсәккә бурыстары ошолар. Быйыл республикала майлы культуралар миллион тонна самаһы урылып, йәнә рекорд ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса алдынғы клиника эшләп килә

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы 1-се этап медицина реабилитацияһы буйынса илдең иң алдынғы 3 дауаханаһы исемлегенә инә. Бүлек пациенттарҙы реабилитациялау, ҡатмарлы операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫтырыу буйынса махсуслаша. Юғары технологиялы ҡоролмалар, үҙ һөнәренең оҫталары һәм психологик ярҙам, йәғни комлекслы алым үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «55+» ял үҙәге өлкәндәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге «55+» ял үҙәгенә йөрөүсе өлкәндәр тап шулай тип иҫбатлай. 2018 йылда асылған үҙәккә 300-ләгән пенсионер йөрөй. Улар өсөн 16 түңәрәк һәм студия эшләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында йыр, бейеү, туризм, әҙәбиәт йүнәлештәре буйынса төрлө ижади түңәрәктәр алып барыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң иң ҡыйыу кешеләре ҡараңғыла археология залдары буйлап интерактив экскурсияға барҙы

Баш ҡала «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды. Быйылғы сара «Халыҡтың көсө-мәҙәниәттең берҙәмлегендә» девизы аҫтында үтте. Башҡортостан милли музейы үҙ ҡунаҡтарын боронғо тарихҡа сумдырҙы, кинолекторийҙа һуғыш йылдары атмосфераһын тергеҙҙе, интерактив программа ойошторҙо. Кисә дауамында музей фойеһында Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ традицион һөнәрҙәр буйынса бер нисә оҫталыҡ дәресе үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Нур» театрында Мөнир Ҡунафиндың «Һине көтәләр» спектакле премьераһы күрһәтелде

Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакле премьера алдынан тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Сәхнә әҫәре реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм махсус хәрби операция темаһына, Ватан һаҡсыларына арнала. «Һине көтәләр»-ысын мәғәнәһендә хисле тарих.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты. Күләмле сара былтыр Өфөлә үткәйне, быйыл эстафетаны Һамар ҡалаһы ҡабул итте. Майҙансыҡтарҙың береһендә Радий Хәбиров Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконы физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ төҙөлгән ҙур спорт объекттары менән таныштырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш үтә

Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына төбәк радио-телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы һәр кем үҙе өсөн уңайлы ысул менән ебәрә ала. Радий Хәбиров менән Тура бәйленеш граждандарҙың көндәлек мәсьәләләрен, мөрәжәғәттәрен хәл итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө бер нисә аҙна йәки ай эсендә хәл ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районында Танып йылғаһы аша күпер ноябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла

Әле объектта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Алдағы көндәрҙә эшселәр асфальт һала башлаясаҡ. Бер нисә көндән яңы күперҙә ҙур трафик менән транспорт хәрәкәте асыла. Был көндө төбәктең 9 ауылында йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҡыусылар өсөн иң тәмле ризыҡтар Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбендә бешерелә

Белем усағы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурста «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» исемен яуланы. Еңеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетында күренекле ғалим Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматик төҙөлөшө, башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте. 2025 йылда телепроекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Сорғот, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашҡан.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте

Кино сәнғәтендә үҙенсәлекле премьера. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте. Көйефте күтәрә, йөрәккә ҡағыла, уйландыра, күңелдә яҡты эҙ ҡалдыра. Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмы тап шундай.
2
Өсөнсө балалар фольклориадаһы логотибына конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Был сара киләһе йылда Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәм уйын ҡоралдары коллективтары килә. Логотип әҙерләү конкурсында профессиональ дизайнерҙар, вуз һәм колледж студенттары, мәҙәниәт учреждениеһы белгестәре, шулай уҡ ижади коллективтар ҡатнаша ала. Заявкалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға була. Бәйгелә еңгән логотип Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Ил мәктәптәрендә ҡыңғырау сыңын патриотик йырҙар алмаштыра

Ноябрҙә “Ҡыңғырау урынына көйҙәр” тигән Бөтә Рәсәй проекты тормошҡа ашырыла. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала. Белем усаҡтарында дуҫлыҡ, Тыуған илгә һөйөү темаһына бағышланған йырҙарҙан өҙөктәр яңғырай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән билдәләнде

Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йәш депутаттарҙы уҡытыу программаһы дауам итә

«Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты сиктәрендә 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар сәйәси тармаҡ нескәлегенә төшөнә. Дәрес барышында депутаттарҙың остаздары булып юғары партия мәктәбе филиалы спикерҙары сығыш яһай. Улар йәштәргә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы аныҡ эштәр башҡарыу мөһимлеген аңлата, йәмғиәт менән власть тығыҙ бәйләнешт булдырыу юлдары менән таныштыра.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында Эҫем урамына асфальт түшәлгән

Ауыл халҡы оҙаҡ йылдар машиналар үткәндән һуң туҙанға зарланған. Дөйөм йыйылышта улар Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға проблеманы хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Юлды ремонтлауға өҫтәмә аҡса Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика бюджетынан бүленгән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары пациенттың бауырын үҫтергән

Колоректаль яман шеш диагнозы менән дауаланған 66 йәшлек пациентҡа уникаль операция яһалған. Тикшереү ваҡытында уның бауырының уң өлөшөндә метастазалар табыла. Хирургтарҙың тәжрибәле командаһы бауырҙы ике өлөшкә бүлә һәм зарарланған яғын алып ташлай. Унан һуң ағзаның һау өлөшө кәрәкле ҙурлыҡта үҫкән. Пациент химия терапияһы ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Һәнәк» журналының 100 йыллығына арналған китап-антологияның исем туйы үтте

Көлә-көлә «Һәнәк» килә. Республика сатира һәм юмор журналының 100 йыллығы уңайынан донъя күргән китап-антология шулай тип атала. Баҫманың исем туйы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында үтте.