БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.26K photos
8.79K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә академик Зиннур Ураҡсиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «2-се Ураксин уҡыуҙары»фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.
Унда ҡатнашыусылар һанлаштырыу дәүерендә гуманитар белемдең мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива»: Башҡортостанда хеҙмәт алдынғылары билдәләнде

Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива». Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уҙған тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғыларына автомобиль асҡыстары тапшырылды.Еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы тәбрикләне.
Радий Хәбиров ер хужаларына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, бурыстарҙы билдәләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Мин АГРО-ла» һөнәрҙәр ҡалаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһын өс көн эсендә генә 100-ҙән ашыу мәктәбенән мең ярымлап уҡыусы ҡараған. Ул Рәсәйҙең үҙ аграр университеты булған 13 ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле проект. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде

Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, төбәк аграрийҙары йыл һайын республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Быйылғы күрһәткестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ. Үҫтерелгән мул уңыш, мал аҙығының тейешле күләмдә тупланыуы һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүҙәге ҡаҙаныштар ҙа аграр йылдың уңышлы тамамланыуына ишаралай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһатыу миҙгеле дауам итә

Әле республика дүртенсе партия вакцина ҡабул итте. 700 меңгә яҡын препарат медицина учреждениеларына таратылған. Билдәле булыуынса, вакцина һалдырыу-киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса төп һәм иң һөҙөмтәле сара. Прививка иммунитет булдыра һәм өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә, тип иҫкә төшөрә табиптар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асылды

Яңы майҙансыҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ляонин университеты араһында тиҫтә йыллап алып барылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә булдырылды. Үҙәктә мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм оло быуын вәкилдәре өсөн ҡытай телен, шулай уҡ каллиграфия, декоратив сәнғәт төрҙәрен өйрәнеү буйынса ла махсус дәрестәр үтәсәк.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Октябрь революцияһының 107 йыллығы билдәләнде

Октябрь социалистик революцияһының 107 йыллығы билдәлән көндө Өфөлә Рәсәй Коммунистар партияһы вәкилдәре Ленин һәйкәленә сәскә һалды. 90-сы йылдарҙан башлап 7 ноябрь рәсми тантана булыуҙан бөтөнләй туҡтаны. Хәҙер был көндө тик коммунистар ғына ҡыҙыл әләмдәр тотоп үҙҙәренең маршруты буйынса үтә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмә төҙөкләндерелә

Өфөлә Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янында йәмәгәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмәне төҙөкләндереү Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына дәғүә итә

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында Башҡортостан рәссәамдар союзы ағзаһы Гөлназ Мирхәйҙәрова ла бар.
🥰1